17 февр. 2012 г.

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө


Афғанстанда ул разведчик ине...

Һуғыш... Әҙәм балаһы ошонан да ҡурҡынысыраҡ, афәтлерәк бәләгә тарығаны бармы икән? Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡояш аҫтында күберәк урын яулар өсөн ҡан ҡойоштар бара. Әҙәм балаһы юғары аңлы, әхлаҡи ҡанундар буйынса йәшәй башлауына ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡытта ла һуғыштар туҡтамай.
Ә инде ата-әсә хәстәрен, һөйөүен күреп, тыныс күк аҫтында ғына йәшәгән 18-20 йәшлек малайҙарҙың ут эсенә ебәрелеүе иң ҡурҡыныс күренештер ул. Илебеҙҙең аҫыл улдарын һәләк иткән Афғанстан яуы йылдар төпкөлөндә ҡала барһа ла, унан алған яралар әле лә һыҙлай, әрней.
Районыбыҙҙың яугир-интернационалистарының бер ғаилә булып йәшәүе, яуҙа һәләк булған иптәштәрен онотмауы, бер көс булып уҡмашыуы оло ихтирамға лайыҡ.

Нәзир Нурмөхәмәт улы Әбйәлиловтың да яҙмышы Афғанстан менән бәйле. Түбә ҡасабаһында донъяға килгән, артабан Сибай һөнәрселек училищеһында белем алған егет үҙен алда ҡанлы, аҙым һайын әжәл эҙәрлекләгән һуғыш көтә тип уйланымы икән? Юҡтыр. Нәзир Нурмөхәмәт улы бар тиҫтерҙәре кеүек ил өсөн кәрәкле һөнәр үҙләштереп, Совет Армияһы сафына алынасағын түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки ул саҡта армияла хеҙмәт итеү оло мәртәбә, ғорурлыҡ булып һанала.
Спорт менән дуҫ, ныҡ, сыҙам егет, хәрби әҙерлек курстарын тамамлағандан һуң, Афғанстанға оҙатыла. Уның физик һәм ихтыяр көсөнә ҡарап, элиталы разведчиктар төркөмөнә билдәләйҙәр. Һуғыш ваҡытында алдан дошман йәшенгән урынды билдәләгән, уларҙың тылына үтеп ингән разведчиктарҙың ғүмеренең һәр секунды үлем менән йәнәш йөрөүен күптәр яҡшы аңлайҙыр. Иптәштәрен юғалтыуҙан ҡара ҡайғыға ҡалған, бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер йәш егеттәр тиҙ арала олоғайып, күпте күргән аҡһаҡал аҡылын һәм хәстәрен йөрәгенә йыя.
Нәзир Нурмөхәмәт улы Афғанстанда үҙенең күргән-кисергәндәре тураһында һөйләргә яратмай. Яугир үҙе кеүек утлы юлдан үткән иптәштәре менән осрашҡанда ғына таулы Афғанстанды, уның халҡын, һуғышты хәтеренә ала. Эйе, бындай хәтирәләр менән һине аңлаған, баш осонан пуля һыҙғырып үткән, янында бомба шартлауын кисергән, йәшләй үлем менән яҡшы таныш булған кешеләр менән генә уртаҡлашып булалыр.
Хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов Нәзир ағай тураһында: “Иҫ киткес тыныс, тура һүҙле, үтә ғәҙел кеше. Ундай ир азаматтары тураһында “ысын яугир” тиҙәр. Бик яҡшы атай, хәстәрлекле ғаилә башлығы”, – ти.
Эйе, Нәзир Нурмөхәмәт улы тормош юлдашы Тәнзилә Мөхтәсим ҡыҙы менән уңған, аҡыллы ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Кескәй ҡыҙҙары 8-се класта уҡыһа, ике улы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан да инде. Нәзир Нурмөхәмәт улы “Баймаҡ ПМК-һы“ ЯСЙ-һында оҙайлы йылдар тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып эшләй. Йорт ҡотон, йылыһын һаҡлаусы Тәнзилә апай иһә “Күбәләк” балалар баҡсаһында ашнаҡсы икән.
Яугир, иленең тоғро һалдаты Нәзир Нурмөхәмәт улының күкрәген күп һанлы миҙалдар биҙәй. Эйе, ул Ватан ҡушыуын үтәп, ата-бабаларының йөҙөнә, тыуған тупрағына тап төшөрмәй, намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайтты.
Йәшләй генә ут эсенә инергә мәжбүр булған яугир-интернационалистарҙы, һәләк булып, мәңге йәш ҡалған һалдаттарҙы бер ҡасан да онотмайыҡ, уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлайыҡ, имен-аман әйләнеп ҡайтҡандарын ихтирам итәйек, ҡәрҙәштәр!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.