17 февр. 2012 г.

Сәйәсәт



«Путиндың фекерҙәрен хуплайым»

«4 мартта Рәсәй граждандары ил Президентын һайлау өсөн һайлау участкаларына барасаҡ. Әле йәмғиәттә бик күп бәхәстәр бара. Киң тикшерелергә тейешле ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекеремде әйтергә кәрәк, тип иҫәпләйем», – тип башлай үҙенең программа мәҡәләләрен Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин.
Рәсәйгә ниндәй хәүеф янай һәм уның алдында ниндәй бурыстар тора? Ҙур сәйәсәттә һәм иҡтисадта ҡайһы урынды яуларға тейешбеҙ? Ваҡиғалар ағышына ярашлы барасаҡбыҙмы, әллә уйын ҡағиҙәләрен булдырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙмы? Ниндәй ресурстар ярҙамында үҙебеҙҙең позицияны нығыта һәм тотороҡло үҫеште тәьмин итә аласаҡбыҙ? РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың биш программа мәҡәләһендә ошо һорауҙарға яуап бирелә, уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителә.
Ул программа мәҡәләләре тураһында беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ниндәй фекерҙә? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Темәс мәктәбе директоры Зөлхизә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнанова.

– Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың биш программа мәҡәләһе менән дә яҡындан танышмын. Минең өсөн иң яҡыны – халыҡтың социаль тормошон яҡшыртыуға арналған “Ғәҙеллек булдырыу. Рәсәй өсөн социаль сәйәсәт” тип аталғаны. Унда Владимир Владимирович Президентлыҡҡа кандидаттар күтәргән проблемаларҙың барыһына ла аныҡ яуап бирә, хәл ителмәй ҡалғандарына асыҡлыҡ индерә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса аныҡ бурыстар билдәләй. Ғөмүмән, илебеҙ өсөн бер башлыҡ ҡына түгел, ә бөтәбеҙ ҙә яуаплы, һәр кем үҙ урынында дөрөҫ эшмәкәрлек алып барырға тейеш. Рәсәй – социаль йүнәлештәге дәүләт, тип бик дөрөҫ билдәләнә мәҡәләлә. Халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында социаль йүнәлештәге төрлө программалар эшләүе шуға бер дәлил. Мәҫәлән, “Милли проект”тар ярҙамында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә бик күп аҡса бүленде. Шуның арҡаһында мәктәптәргә, дауаханаларға заман талаптарына яуап биргән күпме ҡоролмалар алынды. Ләкин программаларҙың үтәлеү сифатын тикшермәйбеҙ, тип бик дөрөҫ билдәләп китә мәҡәлә авторы.
90-сы йылдарҙағы иҡтисади көрсөктән һуң пенсия түләү бик көсөргәнешле барҙы. Әммә дәүләт оло йәштәгеләрҙе хәстәрләүҙе үҙ бурысы итеп ҡабул итте. Пенсия системаһы ике тапҡыр көрсөккә дусар булғандан һуң, әле яңы саҡ тейешле кимәлгә күтәрелеп килә, уның күләме йылдан-йыл арта бара, тип белдерә В.Путин. Өсөнсө һәм унан һуңғы тыуған балаларҙың өс йәшенә тиклемге пособиены 7 мең һумға, студенттарҙың стипендияһын 5 мең һумға тиклем күтәреү бурысын да ҡуя ул.
Мәктәп директоры булараҡ, В.Путиндың мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы фекерҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡыным. Ул Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу һәм үткәреү системаһына үҙгәрештәр индереү мөһимлеген билдәләй. Тап ошо имтихандар арҡаһында иң төпкөл ауылдарҙағы уҡыусыларға ла алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкинлек тыуыуы бәхәсһеҙ. Ләкин һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлап та, эш таба алмаған студенттар һаны арта бара. Шуға бәйле, бөтә төр юғары белем биреү йорттарына, бигерәк тә иҡтисад, юридик, идара итеү һәм социология өлкәләренә аудит үткәреү бурысы йөкмәтелә. Бынан тыш үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләгән, эҙләнгән, уҡыусыларға тейешле белем бирергә бар көсөн һалған уҡытыусыларҙың хеҙмәтен тейешле баһалау маҡсатын да билдәләй. Балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларында бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырырға кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алына. Юғиһә, ҡайһы бер ғаиләләрҙәге һәләтле балалар фәҡәт түләү проблемаһы арҡаһында өҫтәмә шөғөлләнеү мөмкинлегенән мәхрүм.
В.Путиндың мәҡәләләрендә торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү мәсьәләһе лә урынлы күтәрелә. Ветерандарҙы, хәрбиҙәрҙе, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программалары артабан да дауам итәсәк, тип белдерә. Төҙөлөш материалдарының хаҡын төшөрөү һәм башҡа төр механизмдар ярҙамында йорт һалыу проблемаһын хәл итеүгә иғтибар буласағын күҙаллай ул.
РФ Хөкүмәте рәйесенең һайлау алды мәҡәләләре бик тә фәһемле. Уның менән һәр кем танышып, һығымта яһарға тейеш.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.