17 февр. 2012 г.

Матур ғаилә – ил күрке


«Тырыш булһаң ғына ырыҫ килер»

Шундай фекерҙә Килмөхәмәтовтар ғаиләһе
Ҡатмарлы заманда йәшәһәк тә, районыбыҙ ауылдарында шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ярҙамында гөрләтеп донъя көткән һәм тыуған ерҙәренә береккән йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөнөслө. Һыйыр малы үрсетеү, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтары менән айырыуса уңышлы шөғөлләнгән Ирәндек буйы халҡы маҡтауға лайыҡ. Йәмле Шалтыран йылғаһы буйын һыулаған Икенсе Төркмән ауылында ла ана шундай уңған кешеләр йәшәй. Гүзәлиә менән Данил Килмөхәмәтовтарҙы ошо төбәктең күптәргә үрнәк булырлыҡ йәш ғаиләһе тип беләләр.

Данил – Сәкинә менән Камил Килмөхәмәтовтарҙың кесе улы. Түбәнге Иҙрис ауылы һылыуы Гүзәлиәне атай йортона килен итеп төшөргән мәлдән улар ошо ырыҫлы нигеҙҙә гөрләтеп тормош көтә. Әйткәндәй, Камил Шәрифулла улы (үкенескә ҡаршы, хәҙер инде мәрхүм) менән Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы барлыҡ ғүмерҙәрен урындағы “Ирәндек” совхозының производствоһын үҫтереүгә арнаған арҙаҡлы хеҙмәт алдынғылары. Ғаилә башлығы биш тиҫтә йылға яҡын хужалыҡта чабан, йылҡы ҡараусы, келәт мөдире, бригадир, ә тормош иптәше һауынсы булып эшләй. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн улар төрлө миҙалдар һәм Почет грамоталарына лайыҡ була. Бөгөн Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы бәхетле әсә һәм ҡәйнә, хәстәрлекле өләсәй булып ғаилә усағын һүрелтмәй йәшәй.

Билдәле, элекке ҡеүәтле хужалыҡтан бөгөн бер нәмә лә ҡалманы тиерлек. Шунлыҡтан, йәштәрҙең күбеһе ҡалаларға күсеп китә, кемдер ялланып эшләй, бәғзеләр ситтә бәхетен эҙләргә мәжбүр. Әммә Данил бәхет эҙләп ҡырға китергә ашыҡманы – ата нигеҙен һаҡлап, ауылда ҡалды. Ярайһы ныҡлы булған шәхси хужалыҡты артабан үҫтерергә тотондо. Сөнки тап ошо шөғөл ауылда төп кәсеп һәм ғаиләгә табыш килтергән сығанаҡ булып тора. Әле Килмөхәмәтовтар ихатаһында тиҫтәгә яҡын һыйыр малы, ике тиҫтә самаһы һарыҡ-кәзә, йылҡы аҫрала. Ҡош-ҡорт та ғаилә ҡаҙнаһына ярайһы табыш индерә. Ғаилә киләсәктә был тармаҡтарҙы тағы ла киңәйтергә ниәтләй.
Данил менән Гүзәлиә ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Илзирә 2-се класта уҡый, бәләкәстәре Ильясҡа тиҙҙән ике йәш тула. Ғаилә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Яңы йылға йомғаҡ яһаған тантанала Килмөхәмәтовтар “Өлгөлө йәш ғаилә” булып танылып, Моҡас ауыл биләмәһенең Маҡтау грамотаһына һәм бүләккә лайыҡ булған. Әйткәндәй, Илзирә һүрәт төшөрөү буйынса “Иң ҡарлы Ҡар бабай” исемле район конкурсында ҡатнашып, 1-се урынды яулаған. Афарин!
Ошондай матур парҙар төбәгебеҙҙә күберәк булһын, башҡаларға үрнәк күрһәтһен. Юҡҡа ғына “Матур ғаилә – ил күрке” тип әйтмәгәндәрҙер...
А.Салауатов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.