25 мар. 2012 г.

Төҙөлөш

Ҡуянтауҙа яңы мәктәп буласаҡ

Ҡуянтау ауылында мәктәп төҙөлә башлауы тураһында яңылыҡты ишетеү менән шунда ашыҡтыҡ. Аңлашылалыр: һуңғы ваҡытта районда бындай күләмдәге төҙөлөш бер аҙ туҡтап торғайны. Өҫтәүенә, Ҡуянтауҙағы белем усағының авария хәлендә булыуы һәр кемдә ҙур борсолоу тыуҙыра ине. 2010 йылда уҡ бында бер ҡатлы мәктәп төҙөлә башлағайны. Ләкин, финанс булмау сәбәпле, эш туҡтап ҡалды. Бөгөн иһә төҙөлөш ҡайтанан йәнләнде. “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт коллективы уны ҡыҫҡа ваҡытта һалып бөтөп, файҙаланыуға тапшырып, балаларҙы һөйөндөрмәксе.

– Был юлы инде уның проекты ла үҙгәрҙе, – тине ташсылар бригадаһы бригадиры Р.Ш. Ирназаров. – Тәүҙә бер ҡатлы ғына мәктәп төҙөү ҡаралһа, хәҙер иһә бында заман талаптарына яуап биргән, 80 уҡыусыға тәғәйенләнгән ике ҡатлы белем усағы буласаҡ.
Мәктәп үҙе 48х18 метр майҙанды биләһә, спорт залы ғына 24х12 метр тәшкил итәсәк. Был объект тулыһынса яңы технология талаптарына яуап биргән төҙөлөш материалдарынан һалынасаҡ.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.