Хәүеф тыуҙырмаһын өсөн
21 мартта яҙғы ташҡынға һәм янғынға ҡаршы профилактик саралар алып барыу мәсьәләләре буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры А.Ф. Илембәтов алып барҙы.
Башҡортостан Республикаһының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса баш инспекторы М.Р. Латыпов хәүефһеҙлек талаптарына ҡағылышлы етешһеҙлектәр тураһында һүҙ алып барҙы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралыҡ начальнигы В.Ш. Хисаметдинов яҙғы ташҡын ваҡытында йыл да хәүеф тыуҙырған урындарҙы контролгә алырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртте.
Кәңәшмәлә бер нисә район хакимиәте башлығының яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары тураһындағы мәғлүмәттәре тыңланды.
Видеоселектор һуңынан муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов үрҙә күтәрелгән мәсьәләләр буйынса етди һөйләшеү алып барҙы. Янғын башлыса алкоголле эсемлек менән артыҡ мауыҡҡан, хужаһыҙлыҡ хөкөм һөргән йорттарҙа була, тине ул. Шуға күрә лә хәүеф тыуҙырған бер генә урын да күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел. Яҙғы ташҡынға ла әҙерлек алып барыуға етди иғтибар биреү мотлаҡ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.