Район Советы ултырышы үтте
Кисә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 40-сы ултырышы үтте. Ултырышты район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
Көн тәртибенә алты мәсьәлә сығарылды. Иң тәүҙә 2011 йылдағы район бюджетының үтәлеше, “2012 йылға Баймаҡ районы муниципаль районы бюджеты тураһында”ғы 357-се ҡарарына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге тураһында хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлин сығыш яһаны. Былтыр район бюджетының 91 процентын һалымдар тәшкил итһә, ҡалған 9 проценты башҡа йыйымдар. План 112 процентҡа үтәлгән. Халыҡтың йән башына иҫәпләгәндә, алынған килем республика буйынса уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда күпкә түбән.
Унан һуң депутаттар алдында Баймаҡ районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлегенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Ғ.Х. Юлдыбаев отчет бирҙе. Ул райондағы криминоген хәлгә ентекле анализ яһап, бүлек алып барған эшмәкәрлек төрҙәренә туҡталды, конкрет һандар һәм факттар менән таныштырҙы. Төрлө юҫыҡтағы енәйәттәрҙең сәбәптәренә, проблемаларға ла туҡталып үтте.
Сығыш яһаусыларҙың докладтарынан һуң фекер алышыуҙар булды. Уларҙа мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Римма Игебаева, йәштәр эштәре буйынса сектор белгесе Рөстәм Фәйзуллин, мәктәп директорҙары Рәжәп Мырҙабулатов (Сәйғәфәр), Фәнил Мортазин (Байыш), ауыл биләмәләре башлыҡтары Фәниә Вәхитова (Ниғәмәт), Ришат Ишмырҙин (Ҡолсора), Мансур Вәлишин (Ишбирҙе) ҡатнашты.
Бөтә мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Сәлимә Кейекбирҙина.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.