22 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Субсидиялар буласаҡ
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2011 йылдың 3 кварталында етештергән һөт өсөн дәүләт статистикаһы бүлегенә отчет тапшырыусы  ауыл хужалығы предприятиеларына субсидиялар юллауға документтар йүнәлтелде. Бер килограмм етештерелгән һөткә субсидия ставкаһы 1,77 һум тәшкил итә.

Оҙайлы ялдар көтөлә
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, байрам көндәре уңайынан 2012 йылдың 29 һәм 30 апреле, 1, 6 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.  

"Яҙғы тамсылар"
Ошо исем аҫтында Дүртөйлө ҡалаһында  республика йыр бәйгеһе уҙҙы. Унда райондан 3 кеше ҡатнашты. Сосновка мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Миңлегөл Ишмөхәмәтова халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы өсөн беренсе урынға лайыҡ булды. Темәс  мәктәбенең 6-сы класында белем алған Руслан Ғәлиевҡа эстрада йүнәлешендә III дәрәжә диплом тапшырылды. Буранбай мәктәбенән Вилдан Ҡотоев та уңышлы сығыш яһаны.

Р.Ҡолһарин иҫтәлегенә
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында милли көрәш буйынса көньяҡ-көнсығыш төбәк ярышы ойошторолдо. Ул яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә арналды һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә үткәрелде. Турнирҙа 6 команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, баймаҡтар, турнир хужаларынан ғына ҡалышып, II урынға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә иһә үҙ ауырлыҡтары чемпиондары Даян Ғүмәровты һәм Фәнзил Түләковты әйтеп үтергә кәрәк.

Күсмә ҡабул итеү
Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәтендә уҙған аҙнала халыҡты күсмә ҡабул итеү ойошторолдо. Росреестр, “Башҡортостан Республикаһы БТИ-һы”ның  Баймаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре, Сибай һалым инспекцияһы пай ерҙәрен, йорт яны биләмәләрен, өйҙәрҙе теркәү, күп балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү кеүек һорауҙарға яуап бирҙе. Бындай  сараларҙы үткәреү халыҡ өсөн бик ҡулайлы, сөнки Баймаҡта оҙон сираттарҙа тороу кәрәкмәй.
А. ИШНАЗАРОВ.

Ҡотлайбыҙ!
РФ Пенсия фонды идараһының 2012 йылдың 15 февралендәге “Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тураһында”ғы 6(пл)-сы ҡарарына ярашлы, РФ Пенсия фонды системаһын ойоштороуға, нығытыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы Мараканова Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының почетлы хеҙмәткәре” знагы менән бүләкләнде.
* * *
Башҡортостан Республикаһының һайлау системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Баймаҡ районы муниципаль район Советы секретары Ишбулатов Радмир Зөбәйер улы  Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
* * *
Башҡарма власть һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Баймаҡ районы муниципаль район Советы секретары Ишбулатов Радмир Зөбәйер улы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.