23 мартта сәғәт 10-да халыҡ ижады үҙәгендә
Баймаҡ районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы үтә.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарыласаҡ:
Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»
Баймаҡ районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы үтә.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарыласаҡ:
- 2011 йыл өсөн Баймаҡ районы муниципаль районы бюджетының үтәлешен раҫлау тураһында. (Хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлиндың мәғлүмәте).
- Баймаҡ районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 23 декабрендәге “2012 йылға Баймаҡ районы муниципаль районы бюджеты тураһында”ғы 357-се ҡарарына (2012 йылдың 13 ғинуарындағы 373-сө, 2012 йылдың 3 февралендәге 378-се ҡарарҙар редакцияһында) үҙгәрештәр индереү тураһында. (Хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.И. Сирғәлиндың мәғлүмәте).
- 2012-2013 йылдарҙа Баймаҡ районы муниципаль районының дөйөм белем биреү учреждениелары селтәрен оптималләштереү программаһын бойомға ашырыу хаҡында. (Мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясовтың мәғлүмәте).
- Баймаҡ районы муниципаль районының белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса саралар планы тураһында. (Мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясовтың мәғлүмәте).
- Баймаҡ районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлегенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчеты хаҡында. (Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Ғ.Х. Юлдыбаевтың мәғлүмәте).
Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»
Хәҙерге көндә ҡаланың ниндәй микрорайондарынан шәхси торлаҡ төҙөүгә ер участкаһы алырға була?Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан үткәрелгән “Тура бәйләнеш”тә райондың баш архитекторы Бритов Василий Вячеславович яуап бирәсәк.
Шәхси торлаҡ төҙөүгә ер участкаһы алыу өсөн күпме түләргә кәрәк?
Ер участкаһы алыу тәртибен аңлатһағыҙ ине.
Башҡа кешеләрҙән нисек ер участкаһы һатып алырға?
Йорт төҙөү өсөн ер һатып алыуға әсәлек капиталын ҡулланып буламы?
Һорауҙар менән 24 мартта сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 2-20-23 телефонына шылтыратығыҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.