22 мар. 2012 г.

Йылы һүҙ - йән аҙығы



Уңған бухгалтер

Һай был ғүмер тигәндәрең! Ололар әйтмешләй, атҡан уҡ, аҡҡан һыу һымаҡ үтә.
Мәнсүрә Зия ҡыҙы ла мәктәп йылдарын тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡала. Ул Темәс ауылында Зөләйха Ҡотлоғужина һәм Зия Буранғоловтың дүртенсе балаһы булып донъяға килә. Атаһы ғүмер буйы механизатор булып элекке “Һәүәнәк” совхозында, ә әсәһе психоневрология интернатында санитарка булып эшләй. Бәхетле ғаиләлә 9 бала үҫә. 

Мәнсүрә Зия ҡыҙы 1977 йылда Түбә тегеү фабрикаһына эшкә килә. Шунда Рәмил Сәғит улы Мөхәмәтғәлинды осратып, өйләнешәләр. 
1978 – 1992 йылдарҙа улар Ҡаҙағстанда йәшәй. Мәнсүрә унда торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләй. Шулай 15 йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ләкин тыуған тупраҡ, үҫкән ер уларҙы кире тарта. Мәнсүрә Богачевка ауылында баш бухгалтер булып эшкә урынлаша. 1997 йылда Мәнсүрә Зия ҡыҙын Сибай элеваторына бухгалтерҙың урынбаҫары итеп күсерәләр. Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин менән ун йыл буйы иңгә-иң терәп эшләй улар. Аҙаҡ белемле, тәжрибәле кешене «Сибай» АХК-һына баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. 

Мәнсүрә Зия ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт эшен намыҫ менән башҡара, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була, исеме Почет таҡтаһынан төшмәй. 
Шулай итеп, ғүмер “һә” тигәнсе үтеп, пенсия йәшенә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала Мәнсүрә Зия ҡыҙы.  Тормош иптәше Рәмил Сәғит улы менән етеш, татыу, башҡаларға үрнәк булып йәшәйҙәр. Уларҙы ҡыуандырған Альбина һәм Венера исемле ике ҡыҙы – күҙ нурҙары бар. Альбина әсәһенең юлын һайлап, бухгалтер һөнәрен алған, Бүздәк районында йәшәй, өс балаға бәхетле әсәй ҙә ул. Венера Өфө аэропортында эшләй, ике бала әсәһе.
Мәнсүрә Зия ҡыҙына балаларының изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, Рәмил Сәғит улы менән бәхетле оҙон ғүмер кисерергә насип итһен тигән теләктә ҡалам! 
Минсафа САМАРБАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.