9 апр. 2012 г.

Әрме

8 апрель – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө 1918 йылдың 8 апрелендә Халыҡ комиссарҙары советының декреты менән раҫлана. Шул ваҡытта Рәсәйҙең һәр губернаһында хәрби комиссариаттар асыла башлай.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы РФ Ҡораллы Көстәре хеҙмәтенә саҡырыу, уны ойоштороу, кешеләрҙе һәм махсус техниканы хәрби иҫәпкә алыу менән шөғөлләнә. Ошондай яуаплы, мөһим мәсьәләләрҙе ул район хакимиәте, йәмәғәт, ветерандар ойошмалары менән берлектә башҡара.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләй, Ватанды һаҡлауҙың изге бурыс булыуы тураһында аңлатыу эштәре алып бара.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, илебеҙҙең именлеген һәм хәүефһеҙлеген нығытыу, тәьмин итеү кеүек мөһим эшегеҙҙә ҙур-ҙур уңыштар теләйем!
 
И. Ситдыҡов,
район хакимиәте башлығы.


Яҙғы саҡырыу комиссияһы эшен башланы
 
Һәр илдең көсө, Ер шарында тотҡан урыны—уның яҡшы ҡоралланған, ҡеүәтле ар-мияһына бәйле. Шуға күрә Ватанды һаҡлау һәр ваҡыт изге бурыс булып һанала.
Ошо көндәрҙә яҙғы саҡырыу комиссияһының эшендә ҡатнашып, буласаҡ һалдаттарҙың әрме тормошона әҙерлек кимәле ниндәй булыуын билдәләй алдыҡ.
Комиссия ағзалары булған район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов, шулай уҡ табип Ф.А. Ниғмәтуллин, мәғариф бүлеге белгесе Р.С. Мифтахетдинов, секретарь И.Й. Зарипов ал-дына баҫҡан йәш егеттәр үҙҙәренең ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итергә теләүен белдерә һәм ҡыҙыҡһындырған йәки борсоған һорауҙарын бирә ала ине. Был көндө комиссияға төрлө уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән студенттар саҡырылған булып сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһенең Ватанға хеҙмәт итергә теләк белдереүе ыңғай күренеш. Кемдер диплом алмаҫ элек әрмегә барып ҡайтыу теләген белдерҙе. Егеттәр үҙҙәре әйтеүенсә, улар элиталы булып һаналған һауа-десант, махсус ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә теләй икән.
Хөрмәт Хәмит улы быйыл яҙғы саҡырыу ваҡытында Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 150-нән ашыу егеттең Ватан һағына оҙатыласағын белдерҙе. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Хәҙерге ваҡытта контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән егеттәрҙең һаны артты. Ата-әсәләр өсөн махсус сайт булдырылыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Хәҙер уларға балаһының ҡайҙа, нисек хеҙмәт итеүе тураһында Интернет аша мәғлүмәт алырға мөмкин. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа егеттәребеҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, командование менән хәбәрләшеп торабыҙ. Әлегә 8 егет хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инеү теләген белдерҙе. Уларға беҙ һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ әрмегә барырға теләмәй ҡасып йөрөүселәргә лә мөрәжәғәт итеп, уларҙың законды боҙоуҙарын, ә бының өсөн яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында иҫкәрткебеҙ килә”, – тине.
Буласаҡ һалдаттарҙың һаулығы тураһында бер нисә йыл инде комиссияла уңышлы эшләгән Ф.А. Ниғмәтуллиндан һораштыҡ. Фәнил Азамат улы: “Һуңғы осор егеттәрҙең сәләмәтлеге яҡшырып бара тиергә була. Сөнки элегерәк яҫы табанлылыҡ, умыртҡа һөйәге сирҙәре менән яфаланған йәштәр күп ине. Хәҙер ундайҙар әҙәйҙе. Шул уҡ ваҡытта йәш кенә егеттәрҙең юғары ҡан баҫымы менән аҙапланыуы борсоуға һала. Ҡайһы берәүҙәренең гемоглобины, тән ауырлығы түбән булыуы уларҙың насар, дөрөҫ туҡланмауын күрһәтә. Дерматолог яғынан иҫкәрмәләр егеттәрҙең һаулығына иғтибарлыраҡ булыуын талап итә. Ата-әсәләр кескәй саҡтан балаһының сәләмәтлеген хәстәрләһен, төрлө ауырыуҙарҙы, төпкә төшөрмәй, ваҡытында дауалаһын ине. Дөрөҫ туҡланыу, витаминдар эсеү кешенең һаулығына ла, кәйефенә лә ыңғай йоғонто яһағанын онотмағыҙ”, – тине.
Буласаҡ һалдаттар хәрби саҡырыу комиссияһына төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Кемдер әрмегә барыуҙы бер нисә йылға кисектереүҙе һораһа, икенселәр унда тиҙерәк ебәреүҙе үтенде, өсөнсөләр үҙҙәре теләгән ғәскәрҙә генә хеҙмәт итеү мөмкинлеген белеште. Рәсәй армияһы тураһында төрлө уйҙырмалар йөрөһә лә, илебеҙҙе һаҡларға әҙер булған көслө ихтыярлы, сыҙам, аҡыллы һалдаттарыбыҙ барлығы ҡыуандырҙы. Уларҙың саҡырыу комиссияһын уңышлы үтеп, имен-һау, ҙур уңыштарға өлгәшеп хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләге килә. Ә инде үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә бағышларға теләгән егеттәр, иң юғары званиеларға барып етеп, тыуған төйәгебеҙҙең данын арттырыр, тип ышанабыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.