9 апр. 2012 г.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

“Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ”
 
Районда ауыл биләмәләре араһында 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ”
эстафетаһы дауам итә. Ошо дүшәмбелә яраттар уны тантаналы шарттарҙа мерәҫтәргә тапшырҙы.
Мерәҫ ауылының “Етегән” фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы дәртле йырҙары, таҡмаҡтары менән ҡаршы алды. Яраттар ҙа үҙҙәренең сәләмен йыр-моң аша тапшырҙы. Мәктәп директоры М.Р. Алтынбаев сараны башлап, мәктәп тормошо менән таныштырҙы. Уның һүҙен 4-се класс уҡыусылары дауам итеп, Ватан һуғышына бәйле шиғырҙары, йырҙары менән һөйөндөрҙө.


Яраттар артабан сараны үҙ ҡулдарына алды. Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе М.Ф. Монасипов Рәсәй тарихы йылына ҡарата Ярат ауылы биләмәһендә үтәсәк саралар планы менән таныштырҙы. Әлеге көндә  мәктәптә ҙур эштәр алып барыла. Асыҡ класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр һәм эҙләнеү эштәренә конкурс иғлан ителгән. Уның барышында быға тиклем тарихта билдәле булмаған яңы асыштар барлыҡҡа килеүе һөйөндөрә. Уҡыу йылы аҙағында иң-иңдәре һайлап алынасаҡ һәм еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ. Йәштәр араһында наркоманияға, эскелеккә ҡаршы профилактика эше алып  барыу маҡсатында лекциялар уҡыла. Социаль яҡтан ауыр һаналған ғаиләләр иҫәпкә алынған, улар даими контролдә тотола. Халыҡты берләштереү маҡсатында онотола барған кәсептәрҙе тергеҙеү түңәрәктәре эшләй. Бигерәк тә кейеҙ һуғыуға күптәр теләп йөрөй.
Мәғариф ветераны Мәхмүзә Исламғолованың “Уйлан, балам” (Ҡәҙим Аралбай) шиғырын ятлауы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Г.М. Монасипова тарихи урындарға экспедиция     ойоштороу ҡарала, тип белдерҙе. Ярат мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Тәскирә Ишембәтова үткәндәргә байҡау яһап, ауыл биләмәһенән Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр бирҙе, аҡ-һаҡал Мөхәмәтйәнов Миңлехан олатай ауыл тарихы менән таныштырҙы.
Яраттар үҙҙәренең музыкаль сәләмдәре менән сығыш яһап, бөтәһенең дә күңелен күтәргәндән һуң, иң тулҡынландырғыс мәл – эстафета альбомын тапшырыу ваҡыты етте: мерәҫтәр уны тантаналы шарттарҙа ҡабул итте.
Артабан ауыл клубы китапханасыһы Дилбәр Яхина “Ил һаҡлаусыларға мәдхиә” исемле тарих дәресен бик тә йәнле итеп алып барҙы. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында яугирҙарҙың  тиңһеҙ батырлыҡтары тураһында бәйән итеп, тарих  битенән ҡыҙыҡлы мәғлү-мәттәр килтерҙе. Китап- ханала ул йылдарҙағы йырҙар, легендалар, эпостар туплана. “Ҡаһым түрә”, “Кутузов”, “Абдрахман”, “Ерән ҡашҡа”, “Әхмәт байыҡ” һәм башҡа йырҙар бөгөн дә республика артис-тарының репертуарында айырым урын биләй. Бөркөтбай Күсәбаев ошо йырҙарҙың береһе “Любизар”ҙы башҡарып, байрамға дәрт, йәм өҫтәне. 
“Атайсал” клубы етәксеһе С.Г. Ямантаев ауыл тарихы менән таныштырҙы, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерҙе. Нәфис һүҙ оҫтаһы Миңнур Мифтахетдинованың шиғыры ла күптәрҙе уйға һалды. 
Артабан байрам сәй табыны артында  дауам итте.
Мерәҫтәр “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын 9 апрелдә Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.

Лилиә ТАКАЕВА, Гөлфирә БАЙТУРИНА.
Л.Такаева фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.