9 апр. 2012 г.

Урындағы үҙидара

Уҡыуҙар – артабанғы эшмәкәрлеккә ярҙам

2-7 апрелдә “Талҡаҫ” шифаханаһында районыбыҙҙың ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эштәр идарасылары өсөн семинар-уҡыуҙар ойошторолдо. Улар менән бер рәттән бында  Бөрйән һәм Йылайыр райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары ла белемен камиллаштыра.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, үҙидара органдарының вәкәләтле хеҙмәт-кәрҙәре булараҡ, урындарҙа халыҡты көн һайын борсоған бихисап мәсьәләләрҙе хәл итә. Шуға ла уларға донъя, ил, республика, төбәк яңылыҡтары тураһында белеп тороу, яңы закондар, уларға индерелгән үҙгәрештәр, өҫтәмәләр менән таныш булыу, төрлө категория граждандар өсөн эшләп килгән социаль программаларҙы өйрәнеү, документтар менән эш итә белеү мотлаҡ.
Уҡыуҙарҙа муниципаль район хакимиәтенең бөтә бүлектәре, башҡа хеҙмәттәр әүҙем ҡатнаша. Быға тиклем урындағы БР буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы, ЗАГС, архив, мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлектәре  етәкселәре, эштәр идарасылары, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашып, үҙ өлкәләрендәге хәлдәр, яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр менән таныштырған. Шулай уҡ Рәсәй ауыл хужалығы банкының урындағы бүлексәһе вәкилдәре банк тәҡдим иткән хеҙмәттәр тураһында сығыш яһаған.

4 апрелдә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.В. Денисова семинар-уҡыуҙа булыусылар менән осрашты. Ул социаль характерҙағы төрлө программалар менән таныштырҙы. Мәҫәлән, оло йәштәге граждандарға тәғәйенләнгән туристик программа, “Халыҡ университеты” тураһында һөйләне. “Хеҙмәт ветераны” исеме, “Әсәлек даны” миҙалы һ.б. биреү үҙенсәлектәренә туҡталды.
Артабан муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенең баш белгесе Р.И. Аҫылова, 37-се район-ара һалым инспекцияһы белгестәре А.В. Дубровский, Р.Т. Туҡаев, нотариус С.С. Иҫәнғужина һ.б. сығыш яһаны. 
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән дә осрашыу көтөлә. Улар ҙа хакимиәттәрҙең эштәр идарасыларын һәм күрше райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтарын ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән таныштырасаҡ, һорауҙарға яуап бирәсәк. Семинар-уҡыуҙар фәһемле булыр һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанғы килә.

С. Кейекбирҙина,
Г. Байтурина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.