8 июн. 2012 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

Коррупция булмаһын өсөн


“Коррупцияға ҡаршы” федераль Закон 2008 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителде. Уға тиклем айырым закондың булмауы был күренешкә ҡаршы көрәшкә ҙур тотҡарлыҡ яһай ине.

“Коррупция” һүҙе латин телендә “һатылыу” тигәнде аңлата. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа коррупция ришүәт алыу менән генә сикләнмәй. Хәҙерге ваҡытта ул сәйәси эшмәкәрҙәрҙең, вазифалы кешеләрҙең ришүәткә һатылыуы, вазифаһын үҙ файҙаһына ҡулланыуы, ҡомһоҙлоҡ арҡаһында эшләнгән енәйәт итеп ҡабул ителә.

Хөкүмәт тарафынан коррупция проблемаһына ҙур иғтибар бирелеүе бындай енәйәттәрҙең арта барыуына бәйле. Был кешеләрҙең эш урынында, сығарылыш класс уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә, имтихандар тапшырғанда, өй-фатирҙы рәсмиләштергәндә һ.б. ваҡытта күҙәтелә. Ришүәтселәрҙең ҡорбанына әүерелмәҫ өсөн һәр граждан үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белергә, улар боҙолған ваҡытта тейешле органдарға хәбәр итергә тейеш. 
 
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Коррупция менән уңышлы көрәшеү өсөн бындай осраҡтар тураһында прокуратураға хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Шулай уҡ ошондай мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының сайтына ла ебәрә алаһығыҙ (www.bashprok.ru). Унда “Коррупция менән көрәш” тип аталған махсус бүлек бар. Граждандар анкета формаһында коррупция проблемаһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә һәм үҙ тәҡдимдәрен индерә ала.

И. РӘХМӘТУЛЛИН,
район прокуроры урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.