8 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эҫелә йөк машиналарында йөрөү тыйыла

Башҡортостанда 4 июндән 31 авгусҡа тиклем ауыр йөк транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелә. Бында көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта ауыр йөк машиналарына ҡаты япмалы трассаларҙан юл йөрөүҙең тыйылыуы тураһында һүҙ бара.
Был сара юл япмаһын деформацияларҙан һаҡлау маҡсатында икенсе йыл рәттән бөтә Рәсәй биләмәһендә ҡулланыла.
 

Яңы “Полесье” алдылар

Ленин исемендәге АХК техник потенциалын маҡсатлы нығытыуҙы дауам итә. Ошо көндәрҙә хужалыҡ 2 млн 686 мең һумлыҡ өр-яңы “Полесье-КГ-1-6” мал аҙығы әҙерләү комбайны һатып алды. Юғары етештереүсәнле техника алдынғы механизатор Фәнис Хәмитовҡа беркетелде. Комбайн әле сенаж әҙерләү эштәренә йәлеп ителгән.
 

Баймаҡ арғымаҡтары – иң етеҙҙәре!

 Бөрйән, Йылайыр, Әбйәлил райондарында, Магнитогорск ҡалаһында үткән һабантуйҙарҙа баймаҡтар ҙур уңыштарға өлгәште. “Аҡморон” АХК-һы, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Юлыҡ” ЯСЙ-һы арғымаҡтары ат бәйгеләрендә иң етеҙҙәре булып сыҡты һәм төп приздарҙы яуланы. Ә Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һының Фрегат ҡушаматлы юртағы Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһы ипподромында ойошторолған өлкә ат спорты ярыштарында еңеп ҡайтты.
 

Ишейҙәр кәкүк сәйенә сыҡты

Ишей ауылы халҡы урманға кәкүк сәйе байрамына сыҡты. Оло инәйҙәр аят уҡыны, хәйер таратылды. Байрам күңелле уйындар, йыр-моң менән һуғарылды. «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары башҡарыуындағы моңло йырҙар, шаян таҡмаҡтар, мәктәп уҡыусыларының сығыштары ла ихлас алҡышланды.
Байрам һуңында бергәләп сәй эсеп, ағасҡа таҫма элеп, теләктәр теләнек, күмәкләп фотоға төштөк. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереп, именлек, һаулыҡ теләйем.
З. Ниғмәтуллина, клуб мөдире.
 

«Юлдаш» баймаҡтарҙы ҡотлай

9 июндә иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем «Юлдаш» радиоһы район аграрийҙарына музыкаль сәләм тапшырасаҡ.  Алдынғы игенселәр һәм етәкселәр өсөн йыр-моңдар яңғыраясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.