8 июн. 2012 г.

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Кеше хәлен йөрәк тибешенән тойоп


Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.


Районыбыҙҙың социаль хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала. Халыҡты социаль яҡлауҙа урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге, субсидиялар биреү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ.
 
Фәриҙә Әбдрәхимова халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә 2004 йылдан бирле өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә үҙен яуаплы, ярҙамсыл, клиенттарға иғтибарлы белгес итеп күрһәтте. Ул инвалидтарға һәм ветерандарға санатор-курорт дауаланыуына путевкалар юллауға ғаризалар ҡабул итеү, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаждарҙы иҫәпкә алыу өсөн тейешле документтар әҙерләү менән шөғөлләнә.
 
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
 
Фәриҙә Сәлихйән ҡыҙы тормош юлдашы Шәфҡәт Рәфҡәт улы менән матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, әле Зариналары юғары уҡыу йорто студенты.
 
Хеҙмәтенән, тормошонан йәм табып, кешеләргә изгелек нуры сәсеп йәшәгән Ф.С. Әбдрәхимованы һәм барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Һеҙҙең дә ярҙамға мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын!

Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.