7 авг. 2012 г.

ҺАУЛЫҠ – ҘУР БАЙЛЫҠ

     Сабыйҙың ғүмерен һаҡлау өсөн

  Хәҙерге ваҡытта табиптарҙы ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балаһына прививка эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы төшөүе борсоуға һала. Эйе, медицина алға киткән заманда күп кенә ҡурҡыныс сирҙәр юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа прививкалар булмаған заманда кешеләрҙең төрлө ауырыуҙарҙан күпләп ҡырылыуы тураһында оноторға ярамай. Был сирҙәрҙең юҡлығы сабыйҙарҙы тәүге көнөнән вакцинациялауға бәйле бит.


   Хәҙерге заманда Ер шарында илленән ашыу инфекция сирҙәренә ҡаршы прививкалар эшләнә. Шуға күрә унан баш тартырға ашыҡмағыҙ, тәүҙә табип менән һөйләшегеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған проблемалар менән уртаҡлашһағыҙ, дөрөҫ мәғлүмәт тә алырһығыҙ. Юғиһә, ата-әсәләр урамда ишеткән уйҙырмаларға ышанып, баланың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. 

     Прививкаға тиклем ата-әсәләр табипҡа түбәндәге мәғлүмәтте еткерергә тейеш:
  • баланың бөгөн ауырыу-ауырымауы, һуңғы бер ай эсендә тән температураһы күтәрелеү осраҡтары булғанмы,
  • ғаиләлә, фатирҙа, ятаҡта, балалар баҡсаһында инфекция сиренә дусар кешеләр барлығы,
  • кескәйҙең тән тартышыуы, антибиотик, аҙыҡ-түлеккә аллергияһы барлығы,
  • прививкаларҙы нисек күтәреүе,
  • баланың йәки уның яҡындарының онкологик сирҙәргә, СПИД-ҡа дусар булыуы, шуға бәйле төрлө процедуралар үтеүе,
  • баланың һуңғы өс ай эсендә ҡан йәки иммуноглобулин алыуы,
  • үҫмер ҡыҙҙар өсөн – ауырлы түгелме икәнлеге,
  • прививка эшләтеүгә яҙма рәүештә ризалыҡ биреү.

     Һуңғы ваҡытта прививканың бала өсөн зыяны тураһында төрлө имеш-мимештәр тарала. Әгәр бала вакцинациялау алдынан һау-сәләмәт булһа, уға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Ата-әсәләр сабыйына тиҙ генә прививка эшләтә лә, медицина хеҙмәткәренең коридорҙа ултырып торорға ҡушыуын үтәмәй, йортона ашыға. Ә  бит баланың һаулыҡ торошон белеү өсөн ата-әсәгә мотлаҡ дауаханала аҙыраҡ көтөп ултырырға кәрәк. Шулай уҡ ҡайһы бер прививканан һуң тән температураһы күтәрелеүе тураһында ла иҫкәртеү яһала. Ата-әсәгә баланы һаҡларға, йыуындырмаҫҡа кәңәш ителһә лә, ҡайһы берәүҙәр табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай. 

     Хөрмәтле ата-әсәләр! Баланы һау-сәләмәт итеп үҫтереү өсөн уға прививкаларҙы ваҡытында эшләтеү, сыныҡтырыу, саф һауала йөрөү, дөрөҫ туҡланыу, спорт менән дуҫ булыу, участка педиатры кәңәш иткән витаминдарҙы ваҡытында биреп барыу зарур. Һәр саҡ сәләмәт булығыҙ!
     М. ДӘҮЛӘТБАЕВА, участка педиатры. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.