7 авг. 2012 г.

ТАНТАНАЛАР


     ҒӘҘЕЛ ХӨКӨМДӘР СЫҒАРЫЛҺЫН!

     3 августа Баймаҡ судының яңы бинаһы асылды

     
     Кешеләрҙең яҙмышы хәл ителгән, ҡайһы саҡта һуңғы өмөтө һәм ышанысы булған хөкөм бинаһының халыҡ өсөн уңайлы булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Шуға күрә нисәмә йылдар тар һәм иҫке бинала эшләргә мәжбүр булған Баймаҡ хөкөмдарҙарының яңы бинаға күсеүе шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. 3 августа Баймаҡ судын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе М.И. Тарасенко, БР Суд департаменты начальнигы Б.П. Иванькович, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Йылайыр, Бөрйән райондарының хакимиәт башлыҡтары И.Л. Фәтхуллин менән Д.Ә. Әхмәтйәнов, Федоровка, Дыуан, Әлшәй, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһының суд рәйестәре ҡатнашты. 


     Михаил Иванович Тарасенко сығышында район етәкселегенә суд хеҙмәткәрҙәренә төрлө яҡтан ярҙам күрһәткәне өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Бындай ҙур эштәр тығыҙ бәйләнештә хеҙмәт итеүҙең һөҙөмтәһе икәнлеген билдәләп үтте. Богдан Павлович Иванькович: “Йыш ҡына баш ҡалаға яҡын урынлашҡан судтарға иғтибар күберәк бүленеүе тураһында ишетергә тура килә. Шуға күрә беҙ яңыртыу эштәрен алыҫ ятҡан райондарҙан башларға булдыҡ. Әлбиттә, быға район хакимиәтенең, Баймаҡ судының тырышлығы ла булышлыҡ итте. Баймаҡта һалына башлаған Хөкөм йорто төҙөлөшө туҡтап ҡалғас, элекке ПЖРЭТ бинаһын һатып алдыҡ. Артабан унда Баймаҡ ПМК-һы реконструкциялау эштәрен үткәрҙе. Күрәһегеҙ, һөҙөмтәлә халыҡ өсөн дә, суд хеҙмәткәрҙәре өсөн дә бик тә уңайлы булған бина барлыҡҡа килде”, – тине.

     Уларҙың сығышынан һуң суд майҙаны янына аллы-гөллө шарҙар таҡҡан өр яңы Renault Logan машинаһы килеп туҡтаны. Юғары суд һәм БР Суд департаментының бүләктәре бының менән генә сикләнмәне: улар компьютерҙар һ.б. кәрәкле оргтехника алып килгән булып сыҡты.

     Район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы ла бүләк тапшырып: “Был бинала тик ғәҙел һәм дөрөҫ хөкөмдәр сығарылыуын теләйем. Әлбиттә, был эш күп көстө, тырышлыҡты талап итте, әммә уның һөҙөмтәһе беҙҙең ышанысты аҡланы. Бинаны реконструкциялаған һәм төҙөкләндергән Баймаҡ ПМК-һы хеҙмәткәрҙәренә бик тә рәхмәтлебеҙ”, – тине. 

     Баймаҡ суды рәйесе Ғ.Р. Ҡотлобаева Юғары Суд, Суд департаменты, район етәкселегенә йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

     Ниһайәт, ал таҫма ҡырҡылды һәм Ғәзизә Рәхимйән ҡыҙына бинаның асҡысы тапшырылды. Артабан ҡунаҡтар суд бинаһы менән танышты. Ысынлап та, граждандарҙың уңайлығы өсөн махсус бүлмә, мәғлүмәт алыу урыны һ.б. эшләнгән. Бина тулыһынса видеокүҙәтеү аҫтына алынған, хөкөм залдары иркен, яҡты, ныҡ булыуы менән айырыла. 

     Әлбиттә, тантанала ҡатнашыусылар буш ҡул менән килмәгән ине. Улар Баймаҡ суды рәйесе Ғ.Р. Ҡотлобаева һәм уның коллективына иң изге теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙы. 

  Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө-төрлө сәскәләргә күмелеп, балҡып ултырған Баймаҡ суды бинаһында, ысынлап та, тик ғәҙел хөкөмдәр яңғырауын теләргә генә ҡала. 
     
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.     
     Автор фотоһында: ал таҫма ҡырҡылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.