7 авг. 2012 г.

УРАҠ-2012


БАҪЫУҘАРҘА ЭШ ҠАЙНАЙ


     ...”Рассвет” АХК-һының баш агрономы Р.Ғ. Рәсүлев оҙатыуында хужалыҡтың 205 гектар биләгән бойҙай баҫыуына килеп туҡтағанда, унда эштәрҙең иң ҡыҙыу мәле булып сыҡты. Участкала бер юлы бер нисә агрегат эшләй: Юрий Горюнов МТЗ-82 тракторында тағылмалы “МакДон” сапҡысы менән иген культуралары сабыуға йәлеп ителһә, урындағы МТС-тан ярҙамға ебәрелгән аталы-уллы Фәнис менән Денис Танһыҡҡужиндар “ДОН”дарҙа ашлыҡты урып-һуға. Бер аҙҙан хужалыҡтың үҙ комбайны – Николай Цыплаков идара иткән “ДОН-1500” эшкә егелде. Ә ашлыҡ ташыуҙа БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Михаил Рассадников эшләй. Күренеп тора, йылына күрә уңыш насарҙан түгел. Был, әлбиттә, яҙғы баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа атҡарыуҙың һөҙөмтәһе ул.


     – Быйыл беҙгә 1082 гектарҙа бойҙай, 947 гектарҙа арпа, 100 гектарҙа етен, 55 гектарҙа борсаҡ, 75 гектарҙа ҡарабойҙай йыйып алыу бурысы тора, – ти Радик Ғәйнислам улы, – 150-шәр гектарҙағы арыш менән һолоно һуғып алдыҡ, гектар ҡеүәте йылына күрә насарҙан булманы – һәр береһе 7,5 центнерҙан бирҙе.

     Ураҡ эштәре комплекслы алып барыла. Уңыш йыйылған баҫыуҙарҙан бер юлы һалам ташыуҙы ла ойошторғанбыҙ. Әғзәм Әбилев, Александр Борисов, Риф Уразбаев, Әхтәм Басыров һәм Венер Ҡангилдиндарҙың тырышлығы менән бөгөнгә 160 тонна һалам ташылды ла инде.

     Бер аҙҙан хужалыҡ рәйесе А.Б. Шәрипов та ураҡ эштәре барған участкаға килеп етте. Азат Булат улы менән производство мәсьәләләре тураһында һөйләшеп алдыҡ. “Проблемалар, әлбиттә, бар, – ти етәксе, – аяуһыҙ ҡоролоҡ, тапшырылған һөт продукцияһы өсөн ваҡытында түләмәүҙәре бәкәлгә һуға. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыт юҡ – бар көстө булған ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға, малсылыҡты ҡышҡа әҙерләүгә йүнәлткәнбеҙ. Билдәле, планлаштырылған уңышҡа өмөт итеп булмай, әммә үҙебеҙҙе, коллективты тәьмин итерҙәй фуражын да, аҙыҡ-түлек игенен дә йыйып аласаҡбыҙ. Орлоғон да әҙерләп һаласаҡбыҙ. Әле бына һуғылған игенде 200-әр килограмдан хеҙмәтсәндәргә таратып бирҙек, сөнки һәр кем үҙ хужалығында күпләп ҡош-ҡорт үрсетә, мал көтә. Ғөмүмән, производство конвейерын ойошторорға ла, бер үк ваҡытта социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырышабыҙ”.

     Ысынлап та, хужалыҡ етәкселеге коллектив ағзаларын, ауыл халҡын мал аҙығы һәм иген менән тәьмин итеү мәсьәләһенә йыл да ҙур иғтибар бүлә. Бесәнселәргә – бушлай бесән, ураҡта ҡатнашыусы-ларға – иген, ауыл халҡына иһә арзан хаҡ менән һалам биреү бында күптән практикаға индерелгән. Быйыл, мәҫәлән, бесәнгә ныҡ мохтаж булған ауыл кешеләренә кооператив үҙ биләмәләренән хатта сабынлыҡтар бүлеп биргән. Предприятиеның коллектив һәм ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күреүе ҙур маҡтауға лайыҡ. 

     Әле хужалыҡта иген культуралары 521 гектарҙа сабылған, 356 гектарында урып-һуғылған, тулайым йыйым 278 тонна. Гектар ҡеүәте – 7 центнер. 110 тонна иген фуражы һалынған. 

     Производствоның башҡа участкаларында ла эш яҡшы ойошторолған: арыш сәсеү өсөн 175 гектарҙа ер эшкәртелгән; малсылыҡ та ҡышҡа тейешенсә әҙерләнә. Һәр баш малға ҡарата 7,7 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Ғөмүмән, А.Б. Шәриповтың уңған етәкселегендә кооператив йылына күрә яҡшы уңыш йыйып ала, ҡышҡа юғары кимәлдә әҙерләнә, мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә.

     Азамат МӨХӘМӘТШИН.
     Айбулат Ишназаров фотоһында: Ю. Горюнов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.