18 янв. 2012 г.

Киләсәккә аҙымды бөгөн яһа!

Өфө, Өфө... Ниндәй тылсымлы һүҙ
Уралымда үҫкән кешегә!
Бөтә юлдар Римгә илтә, тиҙәр,
Дөрөҫ түгел, буш был һүҙҙәр,
Бөтә юлдар илтә Өфөгә!
Тап ошо шиғырҙағы кеүек беҙҙе лә юлдар Өфө яҡтарына илтте. Беҙ, Баймаҡ лицей-интернатының 11-се “а” синыфы уҡыусылары, Өфөгә – юғары уҡыу йорттарын ҡарарға юлландыҡ. БДУ, БДПУ, ӨДАТУ, БДМУ, ӨДНТУ, БДАУ кеүек уҡыу йорттары беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең факультеттары, сығарылыш уҡыусылары өсөн мөһим булған мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан уҡыу йортона инергә теләген белдерҙе.
Өфөнөң иң күренекле урыны – С.Юлаев һәйкәле янында класыбыҙ менән иҫтәлеккә фотоға төштөк. Шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын ҡарап күңел астыҡ. Артистар үҙ ролдәрен шундай ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы, шуға күрә беҙгә был спектакль бик оҡшаны. “Родина” кинотеатры беҙҙе үҙенең 3D форматында әкиәт донъяһына алып китте. Сәйәхәттең һуңғы көнөндә класташтарыбыҙ менән шыршы янындағы һырғалаҡта туйғансы шыуҙыҡ, Ләлә-Тюльпан мәсетенә барып, мулланың өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, үҙебеҙҙең уй-теләктәребеҙ ҡабул булыуына, именлек-һаулыҡҡа доға ҡылдыҡ, хәйер тараттыҡ.
Был сәйәхәттән беҙ бик яҡшы тәьҫораттар менән, төйәгебеҙҙең барлыҡ матурлығына, күркәмлегенә һоҡланып, киләсәктә үҙебеҙҙең барыр юлдарыбыҙҙы билдәләп, фәһем алып ҡайттыҡ.

Киләсәгебеҙҙе хәстәрләп бындай сәфәрҙе  ойоштороусы БЛИ директоры Азамат Салиховҡа, тәрбиәсебеҙ Гөлшат Йәрмөхәмәтоваға, водителебеҙ Зиннур ағайға, ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
11-се “а” класы уҡыусылары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.