18 янв. 2012 г.

Беҙ – Кирәй Мәргән тоҡомо

Һыуҙар аға, таштар ҡала,
Таш араһында ҡом ҡала.
Ризыҡ яҙған ергә ирҙәр бара,
Тарихтарға һыймаҫ дан ҡала.
Кешелек тормошонда, аңында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғалар булып тора. Ошондай билдәле тарихи шәхес, беҙҙең тоҡомдоң данлыҡлы кешеһе Кирәй Мәргәндән башланған шәжәрәбеҙҙе  бәйән итмәксемен. Беҙҙең тамырға күҙ һалһаң, ул түбәндәге сылбырҙан тора:
Кирәй Мәргән-Һары Мәргән (1596 йыл) –Һөйөндөк-Әликәш Һөйөндөков (1679-1755) – Бикбулат (1715-1755) – Манһыр-Мөхиббә (1755) – Хәмит – Сәбилә (1781) – Мөхәмәтхәсән – Һандуғас-Хәсәновтар фамилияһына нигеҙ һалыусы (1827) – Хәйрелвара – Мөбинә – беҙҙең ата-әсәй, Әхмәҙулла һәм Разия –мин һәм Учалы һылыуы – ҡатыным. 
Рус дәүләтенә ингәндән һуң, башҡорттарҙың төп бурысы булып хәрби хеҙмәт тора. Беҙҙең ырыу ҙа феодализмдың бар ауырлыҡтарын үҙ иңендә татый.
Салауат ихтилалы баҫтырылып, башҡорттар ауыл-ауылы менән ҡырылғандан һуң, күп тә үтмәй Парижға барып етерлек егеттәр үҫеп етә. Яңынан-яңы ҡаһармандар сафҡа баҫа. Күптәре үҙ аттары, үҙ кейеме менән һуғыша. Улар бик оҫта, мәргән уҡсы була. Париж урамдарында башҡорт аттарының эҙҙәре ҡалған тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Шварцбург ҡалаһының бейек башняһында бер яугирҙың уғы ҡала. Ә мәргәнлек бәйгеһендә бер башҡорт уҡсыһы сиркәү башындағы шарҙың ҡап уртаһына тейҙерә. Илгә еңеү алып килә улар! Ошо һуғышта беҙҙең Хәсән ҡартатайыбыҙ заурядный хорунжий була. Атайымдың бер туған ағаһы Ризуан Хәсән улы Һөйөндөков ай һайын Ырымбурға һыбай барып, Хәмитов Хәсән Хәмит улына заурядный хорунжий булғаны өсөн бирелгән пособиены алыр булған.
Беҙҙең тыуған ауыл – Манһыр. Старатель балалары булараҡ, бала саҡтан алтын йыуҙыҡ. 1947 йылда алтын хаҡы ҡапыл арзанайҙы, шуға күрә ауыл таралды. Атайыбыҙ Хәйрелвара Хәсән улы Хәсәнов Варшавала хеҙмәт итә. Сил илде күргән атайыбыҙ уның йорттарына иҫе китеп: “Уларҙы кеше эшләмәгән, ендәр эшләгәндәрҙер”, – тип һөйләй торғайны.

Әрменән ҡайтҡанда Мөжәүир хәҙрәткә күстәнәскә бал алып ҡайтҡан. Уның менән бик татыу ҡатнаштылар, ә беҙ уларҙың һөйләгәндәрен иҫебеҙ китеп тыңлай торғайныҡ. Атайыбыҙ байрам һайын бар Хәсәновтарҙы ҡунаҡҡа саҡыра торғайны. Унда ул иң тәүҙә “Байыҡ” бейеүен бик оҫта башҡарыр ине. Ул беҙҙән дә бейегәндә кәүҙәне матур, килешле тотоуҙы талап итте, өйрәтте. Атайым үҙенең “хорунжий улы” булыуы менән бик тә ғорурланып һөйләй торғайны. Ике йәштән етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, ғаилә ҡәҙерен белергә өйрәтте, тырышып хеҙмәт итте. Беҙгә – алты малайға ла – ысын ир тәрбиәһе бирҙе. Атайыбыҙ хатта: “Балаларым, белемле булығыҙ, өҫтәл артында ултырып эшләһәгеҙ – буш эшләһәгеҙ ҙә ризамын. Балаларығыҙҙы үҙем ашатырмын, тәрбиәләрмен”, – тип белемле булыуҙың баһаһын аңлатты. Үкенескә ҡаршы, бер киленен дә күрергә насип булманы уға. Бик көслө, уҡымышлы, “Ҡөрьән”, “Алты бармаҡ”, “Фал” китаптарын уҡып, беҙгә өйрәткән атайыбыҙҙы әле лә һағынабыҙ. Уның аманатына тоғро ҡалып, улдары Әхмәтбаҡый, Әхмәҙулла, Хәмидулла, Хәмитйән, Әхмәт, Ибраһим – бөтәһе лә илгә тырыш хеҙмәт иттек. Хәҙер барыбыҙ ҙа хеҙмәт ветерандары.
Кирәй Мәргәндең ҡаны аҡҡан, Парижда еңеү яулап ҡайтҡан нәҫелемдең ир-егеттәре менән хаҡлы рәүештә ғорурланып йәшәйем. Ырыуыбыҙ артабан да данлыҡлы булһын, һоҡландырып йәшәһен тип теләйем.
Ә. Хәсәнов,
РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.