Ошо көндәрҙә
муниципаль район Советының сираттағы
ултырышы саҡырыла. Депутаттар фекер
алышасаҡ төп мәсьәлә – Баймаҡ районы
муниципаль районының 2011 йылдағы эш
йомғаҡтары. Докладсы – муниципаль район
хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. Алдан
танышыу маҡсатында һәм мәсьәләне
тикшереүҙә әүҙем ҡатнашыу өсөн докладтың
тезистарын баҫабыҙ.
Отчет
осоронда муниципаль
район хакимиәте үҙ
эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһы һәм
Башҡортостан Республикаһы Президенттары
Мөрәжәғәтнамәләре һәм Указдары, федераль
һәм республика закондары, Рәсәй
Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы
Хөкүмәте ҡарарҙары, шулай уҡ муниципаль
район Советы һәм Президиумы ҡарарҙарына
нигеҙләнеп ойошторҙо.
Башҡортостан
Республикаһы Президенты Указы менән
2011 йыл Милләт-ара татыулыҡты нығытыу
йылы тип иғлан ителде. Эште тейешле
кимәлдә ойоштороу маҡсатында муниципаль
район хакимиәте ҡарары менән ойоштороу
комитеты төҙөлдө һәм саралар планы
раҫланды. Йыл дауамында районда
билдәләнгән мәсьәләләрҙе тормошҡа
ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барылды.
“Граждандарҙың
мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан
Республикаһы Законына ярашлы, граждандарҙың
төрлө ғаризалары буйынса байтаҡ эш
башҡарылды. Муниципаль район хакимиәтендә
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан
Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе
И.А. Тажетдинов, Башҡортостан Республикаһы
мәҙәниәт министры А.Ә. Абдразаҡов,
Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт
мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары В.А.
Урванцева, Башҡортостан Республикаһының
банктар берләшмәһе вәкилдәре, БР буйынса
РФ Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығы
етәксеһе урынбаҫары Р.Г. Солтанов,
Башҡортостан Республикаһының ЗАГС
идаралығы начальнигы З.Ә. Әбүбәкирова,
Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы
министры Р.Б. Нәбиуллин тарафынан
граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙәр
ойошторолдо. Бөтәһе 59 кеше ҡабул ителде.
Билдәләнгән
регламент буйынса муниципаль район
хакимиәтендә һәр шишәмбе граждандарҙы
шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеүҙәр
үткәрелде. Ошондай уҡ ҡабул итеү көндәре
ҡала һәм ауыл биләмәләрендә лә ойошторолдо.
2011 йылда район хакимиәте башлығы, уның
урынбаҫарҙары, идаралыҡ начальниктары,
бүлек һәм комитет етәкселәре, сектор
мөдирҙәре тарафынан 497 граждандың шәхси
һорауы ҡаралды (2010 йылда – 290).
2011
йылда ауыл хужалығы предприятиеларының
эшмәкәрлеген координациялау буйынса
ауыл хужалығы идаралығы
тарафынан билдәле эш башҡарылды. Идаралыҡ
белгестәре хужалыҡтарға сығып, ауыл
хужалығы кампанияларының барышын даими
контролдә тотто.
Идаралыҡ
белгестәре район хужалыҡтарына бирелгән
муниципаль милекте инвентаризациялау
буйынса комиссия эшендә ҡатнашты, ауыл
биләмәләрендә мал һанын иҫәпләү эшенә
йәлеп ителде. Предприятиеларға
“Башагропродукт” ДУП-ы аша орлоҡ һәм
иген фуражы һатып алыуға маҡсатлы займ
юллауға документтар әҙерләүҙә ярҙам
күрһәтелде. Республика бюджетынан
трансферттар иҫәбенә “Күлтабан” МУП-ы
өсөн 18 млн һумға мал һатып алыу процесы
контролдә тотолдо. Банкротлыҡ процедураһына
дусар ителгән хужалыҡтар менән эш алып
барылды. Бөтә хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса
юридик ярҙам күрһәтелде, ер пайҙарын
файҙаланыу буйынса консультациялар
үткәрелде.
Йыл дауамында
БР Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы
вәкилдәре ҡатнашлығында баҫыу эштәре,
2011-2015 йылдарҙа төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең
уртаса сроклы комплекслы программаһын,
“Ғаилә һөт фермалары” программаһын
тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса
кәңәшмәләр үткәрелде. Иҡтисад бүлеге
менән берлектә 2012-2014 йылдарға Урал
аръяғы райондарын айырым климат
шарттарында үҫтереүҙең пилот программаһының
проекты эшләнде. Ауыл хужалығы министрлығы,
республика ведомство ойошмалары, ауыл
хужалығы предприятиелары етәкселәре
ҡатнашлығында 2011 йылда яҙғы баҫыу
эштәрен үткәреү мәсьәләләре буйынса
агроконференция ойошторолдо. Шулай уҡ
баҫыу кампанияларын уҙғарыу буйынса
оператив кәңәшмәләр үткәрелде.
Отчет
осоронда “Рассвет”, “Таналыҡ”, Салауат
исемендәге, “Уңыш” АХК-лары һәм “Баймаҡ”
ғилми-производство берекмәһе базаларында
күсмә семинар-кәңәшмәләр уҙғарылды.
Йәй
“Һабантуй-2011” байрамы үткәрелеп, унда
баҫыу эштәренә һәм мал ҡышлатыу миҙгеленә
йомғаҡ яһалды, алдынғылар тәбрикләнде.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә
ҡарата тантаналы йыйылышта баҫыу
ҡаһармандарына хөрмәт күрһәтелде.
Уҙған йылда
Ленин исемендәге АХК-ла һауынсыларҙың
һәм техник-осеменаторҙарҙың район
конкурсы ойошторолдо, унда еңеүселәр
республика конкурсында ҡатнашты.Ҡымыҙ
яһау буйынса республика конкурсында
әүҙем ҡатнаштыҡ, унда “Байҡара”
агрофирмаһы 2-се урынды яулап ҡайтты.
Ҡуянтау ауылы эргәһендәге “Аҡъял”
ипподромында үткән “Ҡанатлы ат” ат
спорты ярыштарында әүҙем ҡатнашып, яҡшы
һөҙөмтәләргә ирештек.
Октябрь
һәм ноябрь айҙарында ауыл хужалығы
предприятиеларын һәм КФХ-ларҙы йәлеп
итеп, киңәйтелгән ауыл хужалығы
йәрминкәләре ойошторолдо.
Ауыл хужалығы
идаралығы белгестәре тарафынан ауыл
хужалығы продукцияһы етештереү һәм
эшкәртеү, мал һаны, техника кимәле, килем
һәм сығымдар, эш хаҡы, продукцияның
үҙҡиммәте, тулайым продукция буйынса
иҫәп-хисап әҙерләнеп, ай һәм квартал
һайын Ауыл хужалығы министрлығына
ебәрелде. 2011 йылда хужалыҡтарҙың
производство-финанс эшмәкәрлегенең
дөйөм планы эшләнде.
2011
йылда Башҡортостан Республикаһы Финанс
министрлығының Баймаҡ
районы биләмәһендәге Территориаль
финанс идаралығы 2012
йылдың 1 ғинуарынан муниципаль район
хакимиәтенең финанс идаралығы итеп
үҙгәртелде. Бер йылда муниципаль райондың
консолидациялы бюджеты 180 миллион 547
мең һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған
килем менән тулыланды, был 2010 йыл менән
сағыштырғанда 108 процент тәшкил итә.
Шулай уҡ федераль һәм республика
бюджетынан кире ҡайтарылмай торған
төрҙә 919 миллион 565 мең һум аҡса инде,
был уҙған йыл күрһәткесе менән
сағыштырғанда 124,7 процент. 2011 йылда
дөйөм килем 1 миллиард 100 миллион 112 мең
һум тәшкил итә, шуларҙың 16,4 проценты үҙ
килем.
2011
йылға муниципаль консолидациялы
бюджеттан киткән сығым 1 миллиард 57
миллион 393 мең һум тәшкил итә, 2010 йылға
ҡарағанда ул 118,4 процент. Шул иҫәптән,
торлаҡ-коммуналь хужалыҡты финанслауға
115 миллион 702 мең һум (164,8 %), мәғариф –
568 миллион 765 мең һум (120,3%), мәҙәниәт һәм
киң мәғлүмәт саралары – 45 миллион 946
мең һум (109,4%), һаулыҡ һаҡлау һәм спорт –
67 миллион 831 мең һум (96,4%, 2011 йылда һаулыҡ
һаҡлауҙы өлөшләтә финанслау республика
бюджетына күсеүҙе иҫәпкә алып), ижтимағи
сәйәсәткә – 69 миллион 304 мең һум (120,9%).
Хакимиәттең
дөйөм бүлегенә 3482
яҙма мөрәжәғәт килде, был үткән осорға
ҡарағанда 147-гә кәмерәк. Анализ
күрһәтеүенсә, граждандар күпләп шәхси
торлаҡ төҙөүгә ер участкаһы бүлеү (35%),
шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн ер участкаһын
арендаға алыу (32 %), шәхси торлаҡ төҙөү
өсөн бер тапҡыр һәм бушлай ер участкаһы
алыуға хоҡуғы булған граждандар
категорияһына инеүселәргә ер участкаһы
бүлеү (25%), иҫке инженер коммуникацияларын
ремонтлау һәм яңыларын төҙөү (5%),
крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булдырыу
(3,7 %), матди ярҙам күрһәтеү (3%), ауылдарға
газ үткәреү (1,3%) һ.б. мәсьәләләр буйынса
мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостан
Республикаһы Президенты Хакимиәте,
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республика
гәзиттәре, Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р.З. Хәмитовтың блогы,
Башҡортостан Республикаһы Президенты
Р.З. Хәмитовтың Сибай ҡалаһындағы Йәмәғәт
ҡабул итеү бүлмәһе, муниципаль район
хакимиәте сайты аша район халҡынан,
шулай уҡ башҡа райондар, ҡалалар һәм
өлкәләрҙә йәшәүселәрҙән 221 ғариза килде.
Был 2010 йылға ҡарағанда 6-ға күберәк.
Ноябрь
айында муниципаль район хакимиәте
башлығы ауылдарҙа граждандарҙы күсмә
ҡабул итеүҙәр ойошторҙо. Осрашыуҙар 11
ауылда үтте, район етәкселегенә 89 граждан
мөрәжәғәт итте. Бөтә һорауҙар ҙа урындарҙа
ҡаралды һәм мәсьәләләр контролгә алынды.
Уҙған
йылда иҡтисад бүлеге
тарафынан ауыл хужалығы һәм сәнәғәт
предприятиеларының, төҙөлөш һәм башҡа
ойошмаларҙың иҡтисади күрһәткестәрен
өйрәнеү һәм системаға һалыу өсөн ҙур
эш башҡарылды. “Баймаҡ районы муниципаль
районының туристик паспорты”, “2012-2016
йылдарға Башҡортостан Республикаһы
Баймаҡ районы муниципаль районында
эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү муниципаль
программаһы”, “2011 йылдан 2020 йылға
тиклемге осорҙа Башҡортостан Республикаһы
Баймаҡ районы муниципаль районының
коммуналь структураһы системаһын
комплекслы үҫтереү программаһы” ҡабул
ителде һәм раҫланды. Йыл дауамында
“2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади
үҫтереүҙең комплекслы программаһы”ның
үтәлешен контролдә тотоу буйынса әүҙем
эш алып барылды. Башҡа бүлектәр менән
берлектә “2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын
иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы
программаһы сараларын бойомға ашырыуҙың
календарь планы” һәм “2012-2014 йылдарҙа
Баймаҡ районы муниципаль районында
ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы
продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек
баҙарын көйләү программаһы” эшләнде.
2011-2013 йылдарға райондың социаль-иҡтисади
үҫешен билдәләү буйынса ла байтаҡ эш
башҡарылды. Барлыҡ муниципаль һатып
алыуҙар өсөн аукцион һәм сауҙа ойошторолдо.
Ауыл биләмәләре менән берлектә муниципаль
хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу, ауыл
биләмәләрен социаль-иҡтисади үҫтереү,
халыҡтың күпме мал көтөүе һ.б. тураһында
мәғлүмәт йыйыу буйынса ла даими эш
башҡарылды. Башҡортостан Республикаһы
Хөкүмәтенә, иҡтисади үҫеш министрлығына,
Тарифтар буйынса дәүләт комитетына
отчет биреү өсөн көндәлек эш алып
барылды. Һәр айҙың унына тиклем иҡтисади
күрһәткестәр буйынса мәғлүмәт тупланды.
Шулай уҡ райондың финанс үҫеше, һалым
һалыу өлкәһендәге законлылыҡ мәсьәләләре
буйынса комиссия ултырыштары үтте.
Отчет
осоронда муниципаль район хакимиәтенең
юридик бүлеге
тарафынан күп эшләнде.
“Дәүләт
(муниципаль) учреждениеларының хоҡуҡи
положениеһын камиллаштырыу менән бәйле
Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер ҡануниәт
акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы
федераль Закон талаптарын үтәү маҡсатында
бүлек муниципаль райондың 70 муниципаль
учреждениеһының ойоштороу-хоҡуҡи
формаһын үҙгәртеү буйынса ҙур эш
башҡарҙы.
Башҡортостан
Республикаһы Хөкүмәтенең “Етем балаларҙы
һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған
балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү
тураһында”ғы ҡарарын тормошҡа ашырыу
маҡсатында торлаҡҡа социаль найм
тураһында 29 килешеү проекты әҙерләнде.
Йыл дауамында
муниципаль район хакимиәте мәнфәғәтен
мировой, район, Башҡортостан Республикаһының
Арбитраж һәм Юғары судтарында яҡлау
буйынса күп эшләнде. Бүлек белгестәре
100-ҙән ашыу эште ҡарауҙа ҡатнашты.
Бүлек
хеҙмәткәрҙәре муниципаль милекте һатыу
буйынса сауҙа үткәреү, ер участкаларын
арендаға биреүгә килешеүҙәр төҙөү,
пассажир ташыуҙарын тәртипкә һалыу, юл
хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү,
бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына
ярҙам итеү, шәхси торлаҡ төҙөү өсөн
граждандарға бер тапҡыр бушлай ер
участкалары биреү комиссиялары составында
һәм Баймаҡ районы муниципаль район
хакимиәте ихтыяжы өсөн заказдар
урынлаштырыу берҙәм комиссияһында
эшләне.
Граждандарға
юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында суд
приставтары хеҙмәте һәм нотариус
вәкилдәрен саҡырып, граждандарҙы ҡабул
итеүҙәр ойошторолдо. Ауыл биләмәләре
менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды.
Белгестәр ауыл биләмәләре башлыҡтары
һәм эштәр идарасылары алдында юридик
темаларға сығыш яһаны, килешеүҙәр,
муниципаль хоҡуҡи акттар һ.б. проекттар
әҙерләүҙә ярҙам итте.
Былтыр
мәғлүмәт-аналитика
һәм кадрҙар эше буйынса бүлек
хеҙмәткәрҙәре лә ҙур эш башҡарҙы. Халыҡты
республика һәм райондың социаль-иҡтисади,
мәҙәни үҫеше менән таныштырыу өсөн
муниципаль район хакимиәте башлығының
ҡарары буйынса 18 мәғлүмәт төркөмө
ойошторолдо. Район етәксеһе, уның
урынбаҫарҙары, төрлө ойошма-учреждение
етәкселәре идара иткән мәғлүмәт
төркөмдәре йыл дауамында ауылдарҙа,
ҡаланың ойошма-предприятиеларында,
йәйләүҙәрҙә сығыш яһаны, граждандарҙы
ҡабул итте.
Етәкселәр
менән “Тура бәйләнеш” ойоштороп,
район-ҡала халҡын борсоған һорауҙарға
яуап биреү ҙә йолаға әүерелде. Былтыр
ошондай 17 “Тура бәйләнеш” үткәрелде,
унда 316 кеше ҡатнашты. Һәр граждандың
мөрәжәғәте контролгә алынды, уларға
шәхсән йәки район гәзиттәре аша яуап
бирелде.
Бүлек һәм
уның мәғлүмәт төркөмдәре Башҡортостан
Республикаһы Президентының Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе
буйынса хеҙмәт коллективтарында, ауыл
сходтарында әңгәмә ҡорҙо, уның әһәмиәтен
билдәләне. Муниципаль район Советы,
ҡала һәм ауыл советтары ултырыштарында
мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу буйынса
ултырыштар, кәңәшмәләр уҙғарылды.
“Башҡортостан
Республикаһы халыҡтары телдәре
тураһында”ғы БР Законын тормошҡа ашырыу
буйынса муниципаль район хакимиәте
ҡарамағындағы комиссия тарафынан
маҡсатлы эш алып барылды. Закондың ауыл
биләмәләрендә, предприятие, учреждение,
ойошмаларҙа үтәлеше тикшерелеп, һөҙөмтәһе
Комиссия ултырышында ҡаралды.
Бүлек
белгестәре муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең
квалификацияһын үҫтереү буйынса эшләне,
мөһим мәсьәләләр буйынса даими сығыш
яһаны. Шуға күрә дәүләт власы органдарында,
муниципаль учреждение, предприятиеларҙа
үҙ эшен яҡшы белгән кадрҙар корпусы
тупланды.
2011 йылда
юғары уҡыу йорттарына 165 маҡсатлы
йүнәлтмә бирелде. Бынан тыш бүлек
хеҙмәткәрҙәре вуздарға йүнәлтмәһеҙ
уҡырға ингән абитуриенттарға ла ҙур
ярҙам күрһәтте.
Мәғлүмәт-аналитика
һәм кадрҙар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре
Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй
Федерацияһы дәүләт наградаларына лайыҡ
кешеләр тураһында мәғлүмәт әҙерләне,
кадрҙар резервын туплау буйынса ҙур эш
башҡарҙы, тейешле отчеттарын ваҡытында
тапшырҙы. Шулай уҡ бүлек белгестәре
муниципаль хеҙмәт һәм эш стажын билдәләү,
аттестациялау буйынса бар мәсьәләләрҙе
хәл итте.
Былтыр
архив бүлеге тарафынан
мөһим документтарҙы ҡабул итеү, теркәү
һәм һаҡлау буйынса ҙур эш башҡарылды.
Йыл аҙағына был бүлектә 32530 документ,
шул иҫәптән 1087 – шәжәрә, 1070 – граждандарҙың
шәхси фонды, 24450 даими һаҡлана торған
документтар һәм 6690 төрлө ойошма-предприятие
хеҙмәткәрҙәренең документы тупланған
ине. Бер йыл эсендә 3017 – социаль-хоҡуҡи,
105 – тематик һәм 30 ғаилә шәжәрәһе һорауы
менән мөрәжәғәт иткәндәр.
Уҙған
осорҙа мәғариф
системаһын үҫтереүгә
ҙур иғтибар бирелде. 2011 йылда был бүлек
бюджеты 605 миллион һум тәшкил итте.
Уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 28 процентҡа
(уртаса 14061 һум), мәктәпкәсә белем биреү
учреждениелары хеҙмәткәрҙәренеке 21
процентҡа (10140 һум) артты.
Райондың
белем биреү учреждениеларында 1104
уҡытыусы эшләне, уларҙың 87,45 проценты
– юғары белемле. 348 уҡытыусы квалификацияны
күтәреү курстарында булды һәм ҡабаттан
һөнәри әҙерлек үтте. Район буйынса
уҡытыусыларҙың уртаса йәше – 42 йәш, 1
уҡытыусыға 7,72 уҡыусы тап килә, ҡала
буйынса уртаса бер класта – 21, ауылда
10 бала уҡый. Уҡыу йылы башынан 32 йәш
белгес эшкә урынлашҡан, беренсе класҡа
килгән 870 бала федераль белем биреүҙең
яңы стандарттары буйынса уҡый башлаған.
Берҙәм
дәүләт имтиханы белем биреү сифатын
билдәләүҙең төп формаһы булып тора.
2011 йылда 360 уҡыусы БДИ тапшырҙы һәм урта
(төп) белем тураһында аттестат алды.
Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен башҡа предметтарға
ҡарағанда күберәк һайлағандар, бөтәһе
182 уҡыусы ошо фән буйынса имтихан бирҙе.
Уҡыу һөҙөмтәләре буйынса район
мәктәптәренең 8 уҡыусыһы – алтын, 11
уҡыусы көмөш миҙалға тамамланы. Район
буйынса өлгәш – 99,8 процент, сифат – 50
процент. Республика олимпиадаларында
район мәктәптәренән 43 уҡыусы ҡатнашты,
уларҙың 7-һе призлы урын яуланы.
2011 йылда
ҡаланан ситтәге лагерҙарҙа 1115 бала
һаулығын нығытты. 3840 уҡыусы көндөҙгө
лагерҙарҙа, 189 бала Башҡортостан
Республикаһы шифаханаларында ял итте.
Уҙған йылда
белем биреү учреждениеларының матди-техник
базаһын нығытыу буйынса эш дауам итте.
Республика программаһы буйынса Аҡморон
мәктәбе өсөн химия класы, Темәс мәктәбе
өсөн физика класы алынды. “Беҙҙең яңы
мәктәп” милли белем биреү инициативаһын
бойомға ашырыу барышында Беренсе Этҡол
мәктәбенә балаларҙы ташыу өсөн яңы
автобус бүленде. Янғын хәүефһеҙлеген
тәьмин итеү һәм янғынға ҡаршы автоматик
сигнализация ҡуйыу буйынса эш тамамланды.
Барлыҡ белем биреү учреждениелары
Интернет селтәренә тоташтырылған.
Энергия һаҡлау буйынса Башҡортостан
Республикаһы Хөкүмәте ҡарарын үтәү
маҡсатында 3 учреждение автономлы газ
менән йылытыуға, 1 учреждение электр
менән йылытыуҙан утын менән йылытыуға
күсерелде.
“2011 йыл
мәктәбе” район конкурсы һөҙөмтәләре
буйынса Баймаҡ ҡалаһының 4-се, Урғаҙа
һәм Күсей мәктәптәре еңеү яуланы.
Былтыр
мәҙәниәт бүлеге
халыҡтың ялын ойоштороп, төрлө саралар,
конкурстар үткәрҙе. Шулай уҡ бер йыл
эсендә мәҙәниәт учреждениеларында
электр һәм йылытыу системаһына капиталь
ремонтҡа 2,5 миллион һум, ә янғын
сигнализацияһын монтажлау өсөн 251 мең
һум аҡса тотонолдо.
Мәҙәниәт
хеҙмәткәрҙәре район-ҡала сараларында
ғына түгел, ә республика, төбәк-ара
конкурс, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашты.
Мәсетле районында үткән ҡумыҙсылар һәм
өзләү бәйгеһендә Р. Бәхтиева етәкләгән
“Саҡматаш” ҡумыҙсылар ансамбле һәм
Октябрьский ҡалаһындағы Ҡурай байрамында
халыҡ ижады үҙәгенең ҡурайсылар ансамбле
– I, ә Яңауылдағы “Моңға бай гармун
байрамы”нда Р.Тимербулатов менән
Г.Ҡарасурина III дәрәжәләге дипломдарға
лайыҡ булды. Өфөлә еңеү яулаған Иҙел
Аралбаев, “Байыҡ-2011” ярышында һынатмаған
Ғүмәровтар, Абыҙгилдиналарҙы ла билдәләп
үтергә кәрәк.
Баймаҡ
биләмә-ара үҙәк китапханаһы
районда 59 китапхана-филиалды берләштерә.
Бында китап фонды 528507 дана тәшкил итә.
2011 йылда 41856 ҡулланыусы китапханаға
мөрәжәғәт иткән, 14751 дана яңы китап, 293
аудио-визуаль дисктар менән тәьмин
ителгәндәр. Сыңғыҙ ауылында моделле
китапхананың асылыуы иң мөһим ваҡиға
булды. Йыл дауамында китапханасылар
көсө менән төрлө кисәләр, юбилей саралары,
осрашыуҙар, семинарҙар, яңы китаптарҙың
презентациялары үткәрелгән.
Былтыр
архитектура һәм ҡала төҙөлөшө
бүлеге
тарафынан торлаҡ һәм социаль-мәҙәни-көнкүреш
объекттары төҙөүгә 824 рөхсәт документы
әҙерләнде, был алдағы ошо осор менән
сағыштырғанда 2 тапҡырға күберәк. Шәхси
торлаҡ йорт төҙөүгә 87 ер участкаһы
бүленде, 21 гектар майҙанда объекттарҙы
проектлау һәм төҙөү өсөн топографик
съемка үткәрелде.
Былтыр
дөйөм майҙаны 19628 квадрат метр булған
241 торлаҡ йорт сафҡа индерелде. Шул
иҫәптән ауылдарҙа 7692 квадрат метрҙы
биләгән 119 йорт, ҡалала 11936 квадрат метрҙы
биләгән 122 йорт төҙөлдө.
Үткән
осорҙа етем һәм
ата-әсәһе тәрбиәһенән ҡалған балаларҙың
мәнфәғәтен һәм хоҡуҡтарын яҡлау
өлкәһендә район хакимиәтенең опека һәм
попечителлек бүлеге тарафынан ҙур эш
башҡарылды. Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған
57 бала асыҡланды һәм шуларҙың 19-ы опекаға
бирелде, 7-һе ғаиләләргә урынлаштырылды,
16-һы уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алынды. 2012
йылдың 1 ғинуарына опекала булған 18
йәшкә тиклемге балалар һаны 488. Патронат
ғаиләләр – 11 (уларҙа 13 бала), баланы
тәрбиәгә алған ғаиләләр – 33 (уларҙа 55
бала), уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алынғандар
– 93. Бөгөн Түбә балалар йортонда 25 бала
тәрбиәләнә.
Балиғ
булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын
яҡлау буйынса сектор
уҙған йылда 22 комиссия ултырышы үткәрҙе
һәм 238 административ эш, 68 ғариза ҡаралды,
140 административ протокол төҙөлдө.
Сектор белгестәре балиғ булмағандарҙың
мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында йыл дауамында
24 һорау алыуҙа һәм 32 суд ултырышында
ҡатнашты.
Йәштәр
эштәре буйынса сектор
тарафынан да үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн
байтаҡ саралар уҙғарылды. Йыл дауамында
“Минең республикам”, “Минең таҙа
ҡалам”, “Яҙғы изгелек аҙналығы”,
“Тыныслыҡ өсөн рәхмәт”, “Ветерандарға
– йәштәрҙең хәстәрлеге”, “Йәштәргә –
эш” акциялары үтте. Эшләүсе йәштәр
араһында “Бөйөк Еңеүҙе данлап”, ә ҡала
буйынса “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” конкурсы,
“Урам тауышы” заман йырҙары һәм
бейеүҙәре фестивале ойошторолдо. Өфө
ҡалаһында уҡып йөрөгән яҡташ студенттар
һәм ауыл йәштәре менән осрашыу үтте.
Сәләмәт тормошто пропагандалауҙы
көсәйтеү маҡсатында “Йәш спецназсы”
спорт-һауыҡтырыу лагеры эшләне һәм
мәҙәни-лингвистик йүнәлешендәге “Ҡурай
сәскәһе” лагерҙары ойошторолдо. Бөтәһе
307 сара үтте һәм уларҙа 9141 кеше ҡатнашты.
2011 йылда
йәштәр эштәре буйынса сектор ярҙамы
менән ”2012 йылға тиклем ауылды социаль
үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы
аша 9 ғаилә 7,5 миллион һумлыҡ дәүләт
ярҙамы алды. “Торлаҡ” федераль маҡсатлы
программаһы эсендәге 2002-2010 йылдарға
”Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин
итеү” программаһы ярҙамында 9 ғаилә
торлаҡ йорт һатып алыу (төҙөү) өсөн дөйөм
алғанда 4,9 миллион һумға субсидия алды,
был 2010 йылға ҡарағанда 9 процентҡа
күберәк. Республика программалары
буйынса балалары тыуыу (уллыҡҡа алыу)
сәбәпле 27 ғаилә торлаҡ хаҡын өлөшләтә
ҡаплау өсөн 3,8 миллион һумлыҡ компенсация
алған.
2011
йылда физкультура һәм
спорт буйынса сектор
тарафынан 26 спорт төрө буйынса 184 район,
ҡала ярыштары үткәрелгән. Сәләмәт тормош
алып барыуға йүнәлтелгән сараларҙа
10650 кеше ҡатнашҡан. Шулай уҡ төрлө
иҫтәлекле даталар һәм байрам көндәрендә
38 спорт ярышы ойошторолған. Бигерәк тә
ҡаланың предприятие, учреждение,
ойошмалары, ауыл биләмәләре араһында
уҙғарылған спартакиада оло иғтибарға
лайыҡ. Яҙғы һәм көҙгө кросс, Ҡуянтау –
Баймаҡ һәм Талҡаҫ күлен урап йүгереү
марафоны, “Һаулыҡ көнө”, милли көрәш,
бокс һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса
турнирҙар районыбыҙҙың матур йолаһына
әүерелгән. Райондың йыйылма командаһы
36 республика ярышында, Башҡортостан
Республикаһы чемпионатында һәм халыҡ-ара
турнирҙарҙа ҡатнашты. Былтыр 59 спортсы
– I разряд, 1993-ө башҡа разрядтарға лайыҡ
булды.
Уҙған йылда
райондың баскетболсылары ҙур уңыштары
менән һөйөндөрҙө: ҡыҙҙар командаһы
республика беренселегендә ике мәртәбә
еңеү яуланы. Шашкасылар йыйылма командаһы
Мәләүез ҡалаһында үткән XIII Ауыл спорт
уйындарының финал ярышында еңеүгә
өлгәште. Шулай уҡ “Барс” көнсығыш һуғыш
алымдары клубының тәрбиәләнеүсеһе
Л.Гаджиеваның ушу-саньшоу буйынса
Мәскәүҙә Рәсәй чемпионатында еңеүе,
артабан Аргентинала Донъя кубогын
яулауы айырыуса ҡыуаныслы булды.
Сауҙа
һәм эшҡыуарлыҡ секторы
сауҙа тармағында, йәмәғәт туҡланыуы
һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәләрендә,
эшҡыуарлыҡта ғәмәлдәге законда ҡаралған
талаптарҙың үтәлешен контролдә тотто,
бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың сауҙа
эшмәкәрлеге, көнкүреш хеҙмәт күрһәтеү
реестры алып барылды. Бәләкәй һәм урта
эшҡыуарлыҡты үҫтереү республика
программаһына ярашлы, квартал һайын
эшҡыуарҙар өсөн семинарҙар ойошторолдо,
шәхси консультациялар үткәрелде. Бәләкәй
эшҡыуарлыҡ субъекттарына файҙаланырға
тапшырылырға тейешле муниципаль милек
объекттарының мәғлүмәт базаһы барлыҡҡа
килде. Сауҙа предприятиелары “Социаль
кәрзин” һәм “Республикала етештергәнде
һатып ал” республика акцияларында
ҡатнашырға йәлеп ителде. Сентябрь-октябрь
айҙарында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһе
һәм ҡалала “Иң яҡшы сауҙа объекты”
конкурсы үтте. Район буйынса уҙғарылған
бөтә сараларҙа ла сауҙа һәм буфет
нөктәләре эшләне. Йыл дауамында социаль
әһәмиәттәге тауарҙарҙа хаҡтарҙың
мониторингы алып барылды.
2011
йылда ҡала биләмәһе
советына 192 граждан
мөрәжәғәт иткән. Был 2010 йылға ҡарағанда
39 кешегә күберәк. Улар араһында торлаҡ
мәсьәләһен хәл итеү, урамдарҙы
төҙөкләндереү һәм һыу проблемаһын
күтәреүселәр күп. Былтыр июлдә Баймаҡ
ҡалаһында Урал аръяғы райондарының
ҡышҡа әҙерлеге буйынса Торлаҡ-коммуналь
хужалыҡ министрлығының күсмә кәңәшмәһе
лә үтте.
Граждандарҙы
торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҙур
эш башҡарылды – 40 ғаилә Еңеү урамындағы
яңы өс ҡатлы йорттарға күсерелде. Бер
йыл эсендә ҡалала 14,5 саҡрым газ торбалары
һуҙылды, 2755 метр һыу торбалары яңыға
алмаштырылды һәм 290 метр йылылыҡ трассаһы
яңыртылды. 8 күп фатирлы йортта капиталь
ремонт үтте, 12 йорт янындағы юлға асфальт
түшәлде. Шулай уҡ Көньяҡ биҫтәһендә
электр үткәреү эштәре башланды.
Предприятие-ойошмаларҙың, халыҡтың,
“Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының ярҙамы менән
ҡала мәсете төҙөкләндерелде.
Уҙған
йылда райондың муниципаль
берәмектәрендә уларҙы
социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса байтаҡ
эш башҡарылды. Ауылдарҙы һәм ҡаланы
төҙөкләндереү йүнәлешендә күп эшләнде.
Юлдар, майҙандар, йәмәғәт урындары,
торлаҡ йорттар һәм шәхси ихаталар
эргәһендәге биләмәләр тәртипкә
килтерелде. Зыяраттарҙың ҡоймалары
алмаштырылды, күперҙәр ремонтланды,
шишмәләр тәртипкә килтерелде, ағастар
һәм ҡыуаҡтар ултыртылды. Был эштәрҙе
ойоштороуға һәм тормошҡа ашырыуға ауыл
биләмәләрендә уҙғарылған күсмә
семинар-кәңәшмәләр ҙур йоғонто яһаны.
Отчет осоронда муниципаль берәмектәргә
ингән барлыҡ ауылдарҙы үҙ эсенә алған
7 күсмә семинар-кәңәшмә үтте.
Ауыл
биләмәләре тарафынан мал көтөүҙе
ойоштороу буйынса күп эшләнде. Миҙгел
башланғансы һәр ауылда һәм ҡалала
көтөүҙәр ойошторолдо, көтөүселәр
ялланды. Уңышты һаҡлау һәм мал урлау
осраҡтарын кәметеү маҡсатында тәртип
боҙоусыларға ҡарата конкрет саралар
күрелде. Муниципаль район хакимиәте
ҡарамағындағы административ комиссияға
тапшырылған эштәрҙе ҡарау һөҙөмтәләре
буйынса ғәйеплеләргә бөтәһе 22,3 мең һум
күләмендә штраф һалынды.
Йыл
дауамында ауыл биләмәләре Советтары
тарафынан 150 ултырыш үткәрелде, уларҙа
600-ҙән ашыу төрлө һорауҙар ҡаралды, ауыл
биләмәләре территорияһында урынлашҡан
предприятие, учреждение һәм ойошмалар
етәкселәренең отчеттары тыңланды. Ошо
һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡала
биләмәһе, Ниғәмәт, Түбә, Беренсе Этҡол,
Темәс, Ярат ауыл биләмәләре яҡшы эшләне.
Ауыл
хужалығы предприятиелары
йылды ыңғай һөҙөмтәләр менән тамамланы.
Тулайым продукция 2 млрд 201 млн һум тәшкил
итеп, уҙған осорға ҡарағанда 17,5 процентҡа
артты. Шуның эсенән үҫемлекселек
продукцияһы 991 млн һумға етештерелгән,
был 2010 йылға ҡарағанда 7 тапҡырға күберәк.
Малсылыҡтың тулайым продукцияһы 1 млрд
210 млн һум булды.
Йыл тармаҡ
өсөн ҡатмарлы килде. Шуға ҡарамаҫтан,
аграрийҙар уны лайыҡлы атҡарып сыҡты,
БР Хөкүмәтенән дә ярҙам ҙур булды. Бөтәһе
60 мең тонна тулайым иген йыйып алынды,
16400 тонна бесән, 4127 тонна һалам, 27504 тонна
сенаж һәм 32040 тонна силос әҙерләнде. Йыл
эсендә бөтәһе 749 тонна һөт продукцияһы
(пакетланған һөт һәм ҡатыҡ), 1053,4 тонна
икмәк, 5,2 тонна кондитер изделиелары
сығарылған. Туңдырылған ит ярымфабрикаттары
8,8 тонна, колбаса изделиелары һәм
деликатестар 6 тонна етештерелгән. 167
тонна он һәм 990 тонна ҡатнаш аҙыҡ
сығарылған.
10 млн һумдан
ашыу суммаға техника һәм ҡоролмалар
алынған, был 2,5 тапҡырға күберәк. Ике
бюджеттан да 60 млн һум субсидия алынған.
Уҙған йылда
21 ауыл хужалығы предприятиеһы, 187 КФХ
эшләне, унан тыш 17 меңдән ашыу шәхси
хужалыҡ бар. Дөйөм сәсеү майҙаны 109 мең
гектар тәшкил итте, шуның 63 мең гектары
– иген, 10 мең гектары – техник һәм 35 мең
гектары мал аҙығы культуралары.
2011
йылда мәғлүмәт-консультация
үҙәге тарафынан 3044
шәхси консультация бирелде. Малсылыҡ
мәсьәләләре буйынса – 924, үҫемлекселек
буйынса – 473, хоҡуҡи көйләү буйынса –
845, альтернатив мәшғүллек буйынса – 88,
механизация буйынса – 176, бухгалтер
иҫәбе буйынса 101 граждан мөрәжәғәт
иткән. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ауыл
биләмәләрендә үткән 21 күсмә йыйылышта
ҡатнашты. Йыл эсендә халыҡҡа 720,2 мең
һумдан ашыу түләүле хеҙмәт күрһәтелгән.
Райондың
күп кенә сәнәғәт
предприятиелары 2011
йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы.
Йыл эсендә 11 сәнәғәт предприятиеһы 405
миллион һумлыҡ продукция етештерҙе,
был 2010 йылға ҡарағанда 23,3 процентҡа
күберәк. “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы”
ААЙ-һы иң эре продукция етештереүсе
булып тора. Предприятие һуңғы өс йылда
сығарылған продукция күләмен шаҡтай
арттырҙы. Уҙған йылда заводта 276 миллион
һумлыҡ продукция етештерелде, производство
күләме үҫеше 133,2 процент тәшкил итте.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: былтыр
заводта производствоны модернизациялау
буйынса 35 миллион һумдан ашыу суммаға
эш башҡарылды: һалҡында ҡата торған
(холоднотвердеющие) ҡатнашмалар буйынса
формалар әҙерләүҙең механикалаштырылған
линияһы индерелде, насостар етештереү
буйынса яңы цех һәм энергияны һаҡлауға
тос өлөш индереүсе энергия генерацияһы
цехы асылды. Завод эшселәренең уртаса
эш хаҡы 2010 йыл менән сағыштырғанда 22,7
процентҡа артты.
“Баймаҡ
ҡатнаш аҙыҡ заводы” ЯСЙ-һы (145%), Баймаҡ
ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы
(135,6%), “Баймаҡ икмәк заводы” ААЙ-һы
(119,7%), “Һаҡмар” редакция-нәшриәт
комплексы ДУП-ы (113%) кеүек предприятиелар
тотороҡло эшләне һәм продукция етештереү
күләмен арттырыуға өлгәште.
Шулай уҡ
“Һаҡмар” леспромхозы” ЯСЙ-һы коллективы
ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар 2011
йылда производство күләмен 106,6 процентҡа
еткерҙе. Предприятиела уртаса эш хаҡы
59,4 процентҡа артты.
Отчет
осоронда мебель етештереү һәм район
учреждениеларын, предприятиеларын һәм
халҡын мебель менән тәьмин итеү өлкәһендә
“БИП-Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы әүҙем эш алып
барҙы.
Ауырлыҡтарға
ҡарамаҫтан, “Яковлевка” эшкәртеүсе
ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы
маҡсатлы эшләне. Былтыр кооператив
уртаса эш хаҡын һаҡлап ҡына ҡалманы, ә
уны арттырыуға ла иреште.
Сауҙа
өлкәһендә йылды “Баймаҡ” ҡулланыусылар
йәмғиәте (башҡарылған эш күләме – 102
миллион һум, үҫеш темпы – 119,9 процент)
һәм “Баймаҡ” сауҙа-сервис үҙәге”
ЯСЙ-һы (производство күләме – 10 миллион
625 мең һум, үҫеш темпы – 109,1 процент) яҡшы
һөҙөмтәләр менән тамамланы. Был
предприятиеларҙа эш хаҡының күтәрелеүе
күҙәтелә – 109,1 һәм 107,9 процент.
Башҡортостан
Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов
һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ярҙамы менән һуңғы йылдарҙа “Талҡаҫ”
шифаханаһы” ДУП-ы яҡшы темптар менән
үҫешә. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең
тырыш хеҙмәте үҙ һөҙөмтәһен бирә: бында
күрһәтелгән хеҙмәт күләме 2010 йыл менән
сағыштырғанда 7,5 процентҡа артты, уртаса
эш хаҡы 10,6 процентҡа күтәрелде.
Һиҙелерлек
ҡатмарлыҡтарға ҡарамайынса “Баймаҡ”
халыҡ кәсептәре үҙәге” ЯСЙ-һы маҡсатлы
эш алып бара. Ул Урал аръяғы райондарында
берҙән-бер милли кейем һәм тирмә
етештереүсе булып ҡала. Предприятие
яңыраҡ ҡына сувенирҙар етештерә башланы.
Райондың
иҡтисади һәм социаль үҫешендә төҙөлөш
комплексы мөһим роль
уйнай, беҙ уны нигеҙҙә “Баймаҡ ПМК-һы”
ЯСЙ-һы эше менән бәйләйбеҙ. Был предприятие
эшселәре 2011 йылда үҙҙәренә ҡуйылған
бурысты уңышлы үтәне. Бөтәһе 196,4 миллион
һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарылды.
Предприятие тарафынан стоматология
поликлиникаһының элекке бинаһы
реконструкцияланды, ул 16 фатирлыҡ йортҡа
әйләндерелде һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең
йәш белгестәренә бирелде. Шулай уҡ
ПЖРЭТ-тың административ бинаһы капиталь
ремонтланды. Бынан тыш, коллектив көсө
менән Күлтабан ауылында 1280 баш малға
иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһы, Ниғәмәт
ауылында мәҙәниәт йорто, Белорет
ҡалаһында 220 урынлыҡ, Хәйбулла районының
Аҡъяр ауылында 240 урынлыҡ балалар
баҡсалары төҙөлә.
Уҙған йылда
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғы райондарын
иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы
программаһында ҡаралған сараларға
ярашлы, яңы объекттар төҙөү буйынса ла
байтаҡ эш башҡарылды. Мәҫәлән, “Силәбе
компрессор заводы” ЯАЙ-һы инвесторы
саралары иҫәбенән Баймаҡ ҡалаһында 141
миллион һумлыҡ ит эшкәртеү комбинаты
сафҡа индерелде. Ул сменаһына 7 тонна
ит продукцияһы етештерергә һәләтле.
Шулай уҡ Темәс ауылында заманса һөт
комбинаты төҙөү буйынса проект тормошҡа
ашырыла башланы. Унда тәүлегенә 70 тонна
һөт эшкәртеләсәк.
2011 йылда
Семеновск алтын табыу фабрикаһы буйынса
мәсьәләләр хәл ителә башланы. “Семеновск
руднигы” ЯСЙ-һы фабриканың техноген
ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә һәм йылына 1
миллион тоннаға тиклем руда эшкәртеү
ҡеүәте булған яңы тау-байыҡтырыу
предприятиеһы төҙөү юлы менән алтын-сульфид
ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереүгә
лицензия алды.
Былтыр
Күлтабан ауылында мегаферма һәм “Талҡаҫ”
шифаханаһы объекттарын төҙөүҙе тамамлау
буйынса маҡсатлы эш алып барылды.
Шифахана тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн
бассейны булған ял итеү үҙәге, таҙартыу
ҡоролмалары һәм һыу үткәргес төҙөү
планлаштырыла.
Бынан тыш,
райондың 23 ауылында торлаҡ-коммуналь
хужалыҡты модернизациялау сиктәрендә
һыу менән тәьмин итеү системаһына
капиталь ремонт эшләнде. Был маҡсатта
республика бюджетынан 10 миллион һум
аҡса бүленде. Төркмән, Аҡморон, Ҡуянтау
ауылдарында 17 күп фатирлы йорт автономлы
газ менән йылытыуға күсерелде. Был эштәр
күләме 17,5 миллион һум тәшкил итте.
Темәстә 25 миллион һумға һыу һәм электр
менән тәьмин итеү системалары
реконструкцияланды. Баймаҡ ҡалаһының
Көньяҡ биҫтәһен электр менән тәьмин
итеү эштәре башланды. Әле унда 15 миллион
һумлыҡ эш башҡарылған.
Һуңғы
йылда райондың мәғариф
учреждениеларын
үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелде. Былтыр
105-се һөнәрселек училищеһы ауыл хужалығы
тармағы өсөн 227 белгес әҙерләп сығарҙы.
Бында 488 уҡыусы төрлө специальностарға
эйә булды. Уҡыу йортоноң матди-техник
базаһын нығытыу буйынса даими эштәр
алып барылды. Йылылыҡ трассаһы һәм һыу
үткәргес алмаштырылды, янғынға ҡаршы
автоматик сигнализация ҡуйылды, уҡыу
корпусында һәм ятаҡта үҙ көстәре менән
ағымдағы ремонт эштәре башҡарылды.
Былтыр Өфө
яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ
филиалын 300 уҡыусы тамамланы. Яңыраҡ
асылған белем усағы үҙенең бишенсе
сығарылышын сығарҙы. 72 уҡыусы диплом
алды, уларҙың 6-һы тик яҡшы билдәләргә
генә тамамланы. Филиал уҡыусылары йыл
әйләнәһенә төрлө спорт сараларында,
экологик өмәләрҙә, үҙешмәкәр смотрҙарҙа
әүҙем ҡатнашты. Уҡыу йортоноң матди-техник
базаһын яҡшыртыу өсөн байтаҡ эштәр
башҡарылды. Элекке кинопрокат бинаһына
реконструкция эштәре тамамланып, ул
уҡыусыларға ятаҡ итеп файҙаланыуға
тапшырылды.
Баймаҡ ауыл
хужалығы техникумы үткән йылда 108 егет
һәм ҡыҙҙы оло тормош юлына сығарҙы. Йыл
дауамында 640 белгес әҙерләнде. 6 сығарылыш
уҡыусыһы техникумдан һуң юғары уҡыу
йорттарына уҡырға инде.
Былтыр
халыҡҡа беренсел
медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙең
сифатын яҡшыртыу буйынса эш дауам итте.
“Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектын
артабан ғәмәлгә ашырыу, медицина ярҙамы
буйынса федераль стандарттарҙы
үҙләштереү, ҡала дауаханаһының,
ауылдарҙағы уның айырымланған
бүлексәләренең матди-техник базаһын
нығытыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.
Медицина
учреждениеларының матди-техник базаһын
яҡшыртыуға 12 миллион һумдан ашыу аҡса
бүленде. Был ҡала дауаханаһын эҫе һыу
менән тәьмин итеү, акушерлыҡ корпусында
янғынға ҡаршы автоматик система ҡуйыу,
Темәс һәм Йылайыр ауыл участка
дауаханаларында газ ҡаҙанлыҡтарын
алмаштырыу, 4 фельдшер-акушерлыҡ пунктын
төҙөкләндерелгән икенсе биналарға
күсереү мөмкинлеген бирҙе. Бынан тыш
Ирәндек ауыл-врач амбулаторияһында
янғынға ҡаршы автоматик сигнализация
ҡуйылды, 6 фельдшер-акушерлыҡ пунктында
дөйөм төҙөлөш эштәре башҡарылды. Элекке
стоматология бүлегенең бинаһы
реконструкцияланып, йәш белгестәргә
фатир итеп тапшырылды. 16 врач ғаиләһенә
фатир бүленде. 61 фельдшер-акушерлыҡ
пунктында, 2 ауыл участка дауаханаһында
һәм 4 ауыл-врач амбулаторияһында ауыл
халҡы өсөн дарыуҙар һатыу ойошторолдо.
Шулай итеп, күрелгән саралар ауылдағы
иң актуаль мәсьәләләрҙең береһен хәл
итергә ярҙам итте.
Үткән осорҙа
муниципаль райондың дауалау-профилактикалау
учреждениеларын финанслау үҙ ваҡытында
бойомға ашырылды. 2011 йылда һаулыҡ һаҡлау
өсөн сығымдар яҡынса 258 миллион һум
тәшкил итте. Был 2010 йыл менән сағыштырғанда
22 процентҡа күберәк. Дәүләт гарантияһы
программаһы буйынса – 210 миллион һумдан
ашыу, мотлаҡ медицина-страховкалау
фонды буйынса – 152 миллион һумдан ашыу
һәм бюджеттан – 58 миллион аҡса күсте.
Бынан тыш һаулыҡ һаҡлау системаһын
модернизациялау программаһы буйынса
– 15 миллион һум, “Һаулыҡ” милли проекты
буйынса – 24,5 миллион һум бүленде.
2011
йылда “Башҡортостан
Республикаһы буйынса медик-социаль
экспертиза баш бюроһы” 17-се Федераль
ҡаҙна учреждениеһы
тарафынан йыл эсендә 1723 кеше тикшерелгән,
уларҙың 1102-һе – Баймаҡ районынан. Ололар
араһынан 245 кеше тикшерелеп, 218-һе
инвалидлыҡ алһа, сире буйынса дөйөм
ауырыуҙар араһынан 216 кеше инвалидлыҡ
юллаған.
28-се
үҙәк аптека – “Башфармация” дәүләт
унитар предприятиеһының филиалы
тарафынан халыҡҡа 21
миллион 565 мең һумлыҡ дарыуҙар һатылған.
Алдағы йыл менән сағыштырғанда, 96,6
процентҡа тиң. Дәүләт социаль ярҙамы
алыу хоҡуғына эйә булған граждандарға
бушлай 3 миллион 277 мең һумлыҡ медикаменттар
бирелгән. Был 42 процент тәшкил итә.
Пенсия
фонды идаралығы бөгөн
53 мең страховкаланған гражданды, шул
иҫәптән 14622 пенсионерҙы хеҙмәтләндерә.
2011 йылда 1533 гражданға өҫтәмә пенсия
тәғәйенләнгән. Йыл буйына 1 миллиард
262 миллион һумлыҡ пенсия түләнгән. Хеҙмәт
пенсияһы 8,7 процентҡа артты һәм уртаса
күләме 6334 һум тәшкил итте. Клиенттар
хеҙмәте белгестәре тарафынан 36222 граждан
ҡабул ителгән, 511 ғаиләгә әсәлек капиталын
алыуға дәүләт сертификаттары бирелгән
(бөтәһе 3029 сертификат). Йыл буйына
капиталды 1088 ғаилә файҙаланған (240
миллион һум).
Былтыр
1 ғинуарҙан БР Президенты Указы нигеҙендә
хеҙмәт һәм халыҡты
социаль яҡлау идаралығы
Сибай ҡалаһы буйынса БР Хеҙмәт һәм
халыҡты социаль яҡлау министрлығының
Баймаҡ районындағы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы
хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге
итеп үҙгәртелде. Йыл дауамында беҙҙең
райондың 30 мең гражданы төрлө социаль
ярҙам менән файҙаланды, төрлө кимәлдәге
пособие, өҫтәмә түләүҙәр һәм компенсациялар
алды. Отчет осоронда бүлек тарафынан
161 млн һумлыҡ саралар түләнгән, был уҙған
осорға ҡарағанда 8 процентҡа күберәк.
Аҙ килемле граждандарға 5,4 млн һум
социаль пособиелар түләнгән. Бөйөк
Ватан һуғышы инвалидтарына, һуғышта
ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға, хәрби хәрәкәттәр
инвалидтарының айырым категорияларына,
маҡтаулы исемдәре һәм айырым ҡаҙаныштары
булған ветерандарға 3,3 млн һум күләмендә
пенсияларына өҫтәмә түләнгән. Йыл буйына
балаларға айлыҡ пособие дөйөм алғанда
94,7 млн һум тәшкил итте.
Уҙған йылда
районда күп балалы ғаиләләр һаны 1440
тәшкил итте, уларҙа 4779 бала тәрбиәләнә.
Түләүҙәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр
10,3 млн һум булды. Йыл эсендә 11 күп балалы
әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән
бүләкләнде. 2011 йылда 9 һәм унан күберәк
бала тәрбиәләгән 3 ғаиләгә “Газель”
микроавтобусы тапшырылды. 2009 йылдан
күп балалы ғаиләләрҙең айырым
категорияларына торлаҡ шарттарын
яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Уҙған йылда 105 шундай ғаилә Республика
регистрына индерелде, шуларҙың 6-һы
үҙенең хоҡуғы менән файҙаланды.
Хеҙмәт
ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә,
почетлы донорҙарға һәм сәйәси золомға
дусар ителеп, һуңынан аҡланған граждандарға
айлыҡ аҡсалата түләү билдәләү һәм түләү
буйынса эш дауам итте. 2011 йылда 3482
гражданға бындай айлыҡ түләүҙәр өсөн
14,1 млн һум аҡса йүнәлтелде. БР Законына
ярашлы, 8447 ветеран һәм инвалид 31 млн һум
суммаға айлыҡ аҡсалата компенсация
алды.
БР Хөкүмәтенең
“2011 йылда БР-ҙа социаль туризмды үҫтереү
маҡсатлы программаһы тураһында”ғы
(29.04. 2011 йыл, № 138) ҡарарына ярашлы, 39
пенсионер республика буйынса, Рәсәй
һәм сит илдәргә сәфәр ҡылып ҡайтты.
Былтыр өлкән йәштәге 262 граждан “Халыҡ
университеты” маҡсатлы республика
программаһы буйынса белем алды.
“Башҡортостандың социаль картаһы”
программаһы сиктәрендә социаль карта
алыуға 1329 ғариза ҡабул ителде.
Субсидиялар
биреү буйынса муниципаль учреждениеға
торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә
2489 ғаилә мөрәжәғәт иткән. Бөтәһе 17163,6
мең һум субсидия бирелгән. Бер ғаиләгә
субсидия күләме үткән йылда 880 һум тәшкил
итте. Субсидия алыусы ғаиләләр өлөшө
район буйынса 17,7, ҡала буйынса 6,4 процент
булды.
“Башҡортостан
Республикаһы Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ
районы буйынса халыҡты социаль
хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге”
дәүләт учреждениеһы
ла яңы йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән
ҡаршыланы. Йортта социаль ярҙам күрһәтеү
бүлеге тарафынан 600 граждан хеҙмәтләндерелгән.
119 инвалид санатор-курорт путевкалары,
49-ы – коляска-кресло, 80-е – памперс, 29-ы
– матрас, 45-е – яҫтыҡ, 8-е – медицина
термометры, 15-е – ҡултыҡ таяғы менән
тәьмин ителгән.
Мәшғүллек
үҙәгенә былтыр 1731
граждан мөрәжәғәт иткән, был 188-гә әҙерәк.
1021 кеше эшһеҙ тип табылған. Йыл аҙағына
рәсми рәүештә эшһеҙ тип теркәлгәндәр
һаны 66-ға кәмене һәм 561 кеше тәшкил итте.
Эшһеҙлек кимәле 2010 йыл менән сағыштырғанда
1,9 процент тәшкил итте. Үҙәк булышлығы
менән 1184 кеше эшкә урынлаштырылды.
Һөнәри уҡытыуға 193 кеше, алдан пенсияға
38 кеше ебәрелде.
2011
йылда районда 14 253 оло кешене берләштергән
50 ветерандар ойошмаһы
эшләне. Шуныһы ҡыуаныслы – “Халыҡ
университеты” республика Программаһы
буйынса 262 пенсионер парта артына
ултырҙы, ә 39 хаҡлы ялдағы кеше шулай уҡ
республикабыҙ Программаһына ярашлы,
Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил турҙарында
йөрөп ҡайтты.
Инвалидтар
йәмғиәте тарафынан
да уҙған йылда физик мөмкинлектәре
сикләнгәндәрҙең мәнфәғәте өсөн байтаҡ
эш башҡарылды. Төрлө спорт һәм мәҙәни
саралар ойошторолған. Теннис, шашка һәм
шахмат буйынса ярыштар үткәрелгән.
Йәмғиәт ағзалары республика ярыштарында
һәм туристик слеттарҙа ҡатнашҡан. Ололар
көнөндә бүләктәр таратылған һәм ҙур
булмаған матди ярҙам күрһәтелгән. Йыл
буйына йәмғиәткә 221,7 мең һумлыҡ бағыусылыҡ
ярҙамы килгән.
Торлаҡ-коммуналь
хужалыҡ предприятиелары
коллективтары тарафынан да байтаҡ эштәр
башҡарылды.
“Баймаҡ
ҡалаһы торлаҡ фонды менән идара итеү
компанияһы” яуаплылығы сикләнгән
йәмғиәте балансында – 108,5 мең квадрат
метр майҙанды биләгән 89 торлаҡ йорт.
Ойошма 8 күп фатирлы ҡатлы йортҡа капиталь
ремонт яһау буйынса планлаштырған
күләмде уңышлы үтәп сыҡты һәм 10 миллион
722 һум аҡсаны үҙләштерҙе. Бер йылда 45,5
миллион һумлыҡ фатир һәм коммуналь
хеҙмәт түләүҙәре иҫәпләнгән. Халыҡтан
43,6 миллион һум аҡса йыйып алынған, был
күрһәткес 2010 йыл менән сағыштырғанда
108,8 процентты тәшкил итә. 2011 йылдың 1
ғинуарына ҡарата халыҡтың 4,8 миллион
һум кисектерелгән бурысы йыйылған.
Уларҙы түләттерер өсөн судҡа 69 дәғүә
ғаризаһы яҙылғ0н.
Ҡала халҡын
һыу менән тәьмин итеү бурысы “Водоканал”
яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә
йөкмәтелгән. Былтыр предприятие көсө
менән 2864 метр һыу селтәре алмаштырылған.
Бөтә төҙөлөш-ремонт эштәренә 4 миллион
һумдан ашыу аҡса бүленде, был 2010 йыл
менән сағыштырғанда 160 процент. Баймаҡ
ҡалаһы һыу селтәренә капиталь ремонт
яһауға республика һәм урындағы бюджеттан
512-шәр мең һум аҡса бүленде. Бер йылда
һыу күтәреү күләмен 703 мең куб.метрға
арттырыуға өлгәшелде, был 2010 йыл менән
сағыштырғанда 102 процент. Шул уҡ ваҡытта
һыу селтәрендә юғалған һыу өлөшө былтырғы
кимәлдән 8 процентҡа кәмене. Һыу
үткәргес-канализация коммуникацияларының
73 проценты иҫкергән.
Ҡалалағы
объекттарҙы тотоу һәм ремонтлау, уларҙы
төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу,
шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу
менән “Баймаҡ РСУ-һы” МУП-ы шөғөлләнә.
2011 йылда башҡарылған эштәр күләме 11,2
миллион һум тәшкил итте. Предприятие
коллективы Баймаҡ ДРСУ-һы менән берлектә
12 күп ҡатлы йорт ихатаһы алдын капиталь
ремонтланы, бының өсөн республика
бюджетынан 3 миллион 630 мең һум аҡса
бүленде. 13 километр оҙонлоҡта ҡаты
япмалағы юл өлөшләтә ремонтланды. Отчет
биреү дәүерендә 10624 кубометр ҡаты
көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылды, 2940
яҡтыртыу приборы алмаштырылды, 1
километрҙан ашыу рәшәткә һәм 0,7 километрҙа
тимер ҡойма ҡалҡып сыҡты, 6 автобус
туҡталышы павильоны яңыртылды, 2 меңдән
ашыу йәш ағас үҫентеләре һәм сәскәләр
ултыртылды. Шулай уҡ район һәм ҡала
масштабындағы төрлө сараларға әҙерлек
һәм уларҙы үткәреү буйынса ҙур күләмдә
эш башҡарылды.
2011 йылда
“Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән
йәмғиәте тарафынан йылылыҡ трассаһы
һәм ҡаҙанлыҡ хужалығын капиталь ремонтлау
буйынса байтаҡ саралар күрелде. Былтыр
предприятие 560,2 мең Гкал йылылыҡ энергияһы
етештерҙе, уны һатыуҙан 46,7 миллион һум
килем алды, йәғни 2010 йыл менән сағыштырғанда
ул 128 процентты тәшкил итте. Республика
һәм урындағы бюджеттан Баймаҡ ҡалаһындағы
йылылыҡ трассаһын капиталь ремонтлауға
946-шар мең һум аҡса бүленде, был иһә 115
метр селтәрҙе алмаштырырға мөмкинлек
бирҙе. Ҡаҙанлыҡ хужалығының инженер-техник
кадрҙарының фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә
йылытыу миҙгеленә ваҡытында әҙерләндек
һәм ҡулланыусылар һыуыҡтар башланыуға
йылылыҡ менән файҙаланыу мөмкинлегенә
эйә булды.
“Башкиравтодор”
ААЙ-һы филиалының Баймаҡ ДРСУ-һы
көсө менән ҙур эш башҡарылды. Предприятие
тарафынан 183,4 млн һумлыҡ эш атҡарылды,
был 2010 йыл кимәленә ҡарата 125 процент.
469 км оҙонлоҡтағы төбәк әһәмиәтендәге
автомобиль юлдарын тотоуға 35,9 млн һум
аҡса йүнәлтелде, 296 км урындағы әһәмиәттәге
юлдарға 9,8 млн һум бүленде. Сибай – Аҡъяр
һәм Магнитогорск – Ира йүнәлешендәге
асфальт юл капиталь ремонтланды, Баймаҡ
– Шүлкә, Баймаҡ – Первомайск һ.б. юлдар
өлөшләтә ремонтланды.
Баймаҡ
район элемтә үҙәге
коллективы ҙур эш атҡарып сыҡты. Яңы
абонент линиялары төҙөү дауам итте. 340
яңы телефон (планға ҡарата 172, 6 процент)
үткәрелде, 1465 абонент Интернет селтәренә
тоташтырылды (152,8 процент). 41 км сүс-оптика
кабеле һалынған, IP-телевидение менән
файҙаланыусылар һаны 22,3 процентҡа
артып, 993 абонент тәшкил иткән.
Баймаҡ
почтамты тарафынан
42 млн 481 мең һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелгән,
был 116,6 процент тәшкил итте. Почта
элемтәһе хеҙмәттәрен тормошҡа ашырыу
үткән осор менән сағыштырғанда 112 процент
булды. Предприятие халыҡҡа ваҡытлы
матбуғат продукцияһы, почта
корреспонденцияһы, пенсия һәм пособиелар
ҡабул итеү һәм ташыу, коммуналь хеҙмәттәр
ҡабул итеү һәм тауарҙар һатыу буйынса
хеҙмәт күрһәтте.
2011
йылда Баймаҡ АТП-һы
пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса ҙур
эш башҡарҙы. Былтыр предприятие 58 миллион
138 мең һумлыҡ хеҙмәтләндереү күрһәткән.
2010 йыл менән сағыштырғанда 62 %. Пассажирҙарҙы
ташыу өсөн 86 мең рейс булдырылған, 1,6
млн пассажир һәм 568,5 мең тонна төрлө йөк
ташылған.
Былтыр
урманды һаҡлау һәм маҡсатлы файҙаланыу
буйынса “Баймаҡ урман
хужалығы” ла планға
ярашлы эш башҡарған. Халыҡҡа 83, 2 мең
кубометр ағас бирелгән.
2011
йылда “Башҡортостан
Республикаһының БТИ-һы” Баймаҡ филиалы
хеҙмәткәрҙәре техник инвентаризациялау,
ер бүлеү, ер участкаларының документтарын
әҙерләү, фатирҙарҙы хосусилаштырыу
һ.б. мөһим бурыстарҙы башҡарған. Улар
9,8 миллион һум килем алған. БТИ хеҙмәткәрҙәре
2446—техник, 120 ер участкаһының кадастр
паспорттарын әҙерләгән.
Муниципаль
милек менән эффектлы идара итеү һәм
муниципаль мөлкәтте файҙаланыуҙан
килгән һалым булмаған килемдәр алыу
маҡсатында 2011 йылда БР Ер һәм мөлкәт
мөнәсәбәттәре министрлығының Баймаҡ
районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса
милек менән идара итеү
комитеты әүҙем эшләне.
Милекте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан 16
млн 253 мең һум аҡса алынған, был 119 процент
тәшкил итә. Ер участкаларын арендалауҙың
731 килешеүе төҙөлгән, 24,2 гектар майҙан
биләгән 166 ер участкаһын һатыу-һатып
алыу буйынса килешеү төҙөлгән. 4,5 млн
һумлыҡ ер участкаһын арендалау хоҡуғы
буйынса асыҡ аукциондар ойошторолған.
Баймаҡ
районы һәм Баймаҡ ҡалаһының эске эштәр
бүлеге 2011 йылда
муниципаль район хакимиәте һәм барлыҡ
көс структуралары менән берлектә
террористик һәм экстремистик хәлдәрҙе
иҫкәртеүгә, уларҙы булдырмауға арналған
эштәр уҙғарҙы. Бар саралар криминоген
хәлде контролдә тотоуҙы, уның насарайыуына
юл ҡуймауҙы, оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә
ыңғай күренештәр булдырыуҙы тормошҡа
ашырҙы. Енәйәттәрҙе асыу кимәле 77,5
процент тәшкил итә, йәғни уҙған йыл
күрһәткесе менән сағыштырғанда ул 2,1
процентҡа күберәк. Ауыр һәм үтә ауыр
енәйәттәрҙе 34,4 процентҡа кәметеүгә
өлгәшелде. Шулай уҡ үлтереү һәм үлтерергә
маташыу (42%), яуыз ниәт менән һаулыҡҡа
ҙур зыян килтереү (60%), үтеп инеп урлау
(20,4%), мал урлау (24,3%), ҡурҡытыу юлы менән
талау (28,6%) һ.б. менән рәттән отчет биреү
ваҡытында криминоген хәл торошонда
теркәлгән енәйәти хаслыҡ ҡылыуҙың 23,3
процентҡа артыуы күҙәтелә.
Баймаҡ
ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары
буйынса Башҡортостан Республикаһы
хәрби комиссариаты бүлеге
тарафынан уҙған йылда күп эштәр
башҡарылды. Беҙҙең район буйынса Рәсәй
Армияһына хәрби хеҙмәткә – 331, ә контракт
буйынса хеҙмәт итергә 23 егет саҡырылды.
486 үҫмер тәүге хәрби иҫәпкә алынды. Бер
кеше юғары хәрби училищеға уҡырға инде.
ДОСААФ-тың
урындағы бүлексәһе
2011 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы.
Бында төрлө категориялы 1 меңдән ашыу
водитель, 58 персональ компьютер менән
ҡулланыусы һәм 24 бухгалтер әҙерләнде.
Йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса
килем 7 млн 81 мең һум тәшкил иткән, был
уҙған осорға ҡарағанда 18 процентҡа
күберәк.
Дәүләт
статистикаһы коллективы
ла мәғлүмәт-статистика хеҙмәттәре
күрһәтеүҙә әүҙем эшләне. Бында, Йылайыр
районы белгестәрен дә иҫәпкә алһаҡ,
бөтәһе 12 кеше иҫәпләнә, Баймаҡта иһә –
9. Статистика эштәренең производство
планы ваҡытында үтәлгән. Статистика
мәғлүмәте тапшырыу буйынса түләүле
хеҙмәт күрһәтеүҙән федераль бюджет
килеме 219668 һумға үтәлгән, йәғни 109,8
процент.
7760/025-се
Һаҡлыҡ банкы тарафынан
150 млн һумлыҡ кредит бирелгән, был 131
процент тәшкил итә. Халыҡтың вкладтары
229 млн һум булды, был 126 процент. Район
биләмәһендә 6 банкомат һәм 6 ҡоролма
эшләне.
“УралСиб”
ААЙ-һы бүлексәһе
кредит портфелен нығытыуҙы дауам итте.
Йыл эсендә кредиттар 77 млн һумға тиклем
артты. Пластик карталар 12728, кредит
карталары 3285 берәмек тәшкил итте.
Банкының активы 170 млн һум самаһы булды.
“Рәсәй
ауыл хужалығы банкыһы” ААЙ-һының өҫтәмә
офисы тарафынан физик
берәмектәргә 124,6 млн һумға 685 кредит
бирелгән. Кредит портфеле буйынса план
109 процентҡа, физик берәмектәрҙең
вкладтары буйынса – 101, юридик берәмектәрҙең
депозиттары буйынса 115 процентҡа үтәлгән.
Банк заемсыларына шәхси хужалыҡты
үҫтереүгә бүленгән кредиттарҙың
процентын ҡаплау өсөн дәүләттән 4 млн
607 млн һум субсидия бүленде.
2011
йылда халыҡҡа мәғлүмәт таратыу йүнәлешендә
“Һаҡмар”
һәм “Баймакский
вестник” гәзиттәре, Баймаҡ телевидениеһы
маҡсатлы эш алып барҙы. Киң мәғлүмәт
сараларында Республикала милләт-ара
татыулыҡты нығытыу йылы, Рәсәй
Федерацияһының Дәүләт Думаһына һайлауҙар,
БР Президентының Дәүләт Йыйылышы –
Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе, урындағы
үҙидараны һәм ауыл хужалығын, сәнәғәтте
үҫтереү, төбәкте үҫтереүҙең уртаса
сроклы комплекслы программаһын тормошҡа
ашырыу, халыҡты социаль яҡлау һ.б. темалар
әүҙем яҡтыртылды.
Бирелгән
мәғлүмәттәргә таянып, муниципаль район
хакимиәтенең
мәғлүмәт-аналитика
һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге әҙерләне.
Тәҡдим-иҫкәрмәләрегеҙ
менән ошо бүлеккә (306-сы бүлмә) мөрәжәғәт
итегеҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.