26 февр. 2012 г.

Спорт

Темәстәр йәнә беренсе!

Былтырғы “Йәгеҙ әле, егеттәр!” ярышының фавориттары – Темәс командаһы – быйыл да беренсе урынға лайыҡ булды
Үткән шәмбелә 1-се мәктәптә ойошторолған хәрби-патриотик рухтағы сарала Темәс, Мерәҫ, Икенсе Этҡол, Йомаш, Кәрешкә һәм ҡаланың 1-се, 4-се мәктәптәре командалары ҡатнашты. Улар тәүҙә үҙ зоналарында көс һынашып еңгәйне.
 
Егеттәргә иң тәүге һынау строевой әҙерлекте күрһәтеү булды. Отделение һәм уның командиры менән урында начальникка доклад яһау, боролоу, шеренгаларға бүленеү, сафта атлау, йыр менән тантаналы маршта үтеү – ошоларһыҙ әрме тормошон күҙ алдына ла килтереп булмай. Бында яҡшы хәрби әҙерлек күрһәтеп, беренсе урынды Темәс командаһы, икенсене – Мерәҫ, өсөнсөнө иһә ҡаланың 4-се мәктәбе алды. Шуны билдәләргә кәрәк, быйыл командалар бөтәһе лә тиерлек камуфляжлы китель-салбарҙа ине, тик 4-се мәктәп кенә үҙенсәлекле кейемдә – моряк формаһында булды.
Артабан буласаҡ һалдаттар Рәсәй армияһының иң төп ҡоралы– АК-74 автоматын ваҡытҡа һүтеү-йыйыуҙа ярышты. Бында 4-се мәктәп алдынғылыҡҡа сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы 1-се мәктәп менән темәстәр бүлеште.
ГП-5 противогазын кейеү-сисеү нормативын үтәүҙә Мерәҫ беренсе, Кәрешкә – икенсе, 4-се мәктәп егеттәре өсөнсө булды.
Командалы һынауҙарҙан һуң ярышыусылар төрлө спорт төрҙәрендә шәхси беренселектә үҙҙәрен күрһәтте. Көслөләр бәйгеһен – ботлоҡ гер күтәреүҙе айырым әйтеп үтергә кәрәк. Икенсе Этҡол егете Урал Бүләков, үҙенең көрәшселәр, ғәййәрҙәр төбәгенән булыуын бик яҡшы иҫбат итеп, герҙы 150 тапҡыр күтәрҙе. Унан саҡ ҡына ҡалышып, Ильяс Дауытбаев (Мерәҫ) 130 мәртәбә күтәрһә, Айгиз Суфьяновты ла (Икенсе Этҡол) бәһлеүәндәр рәтенә индереп була. Ул 97 тапҡыр күтәрҙе.
Икешәр кеше ҡатнашҡан челноклы йүгереүҙә Ю.Саптаров (4-се мәктәп), Т.Хоҙайғолов (Кәрешкә), Р.Муллағолов (1-се мәктәп), турникта күтәрелеүҙә Р.Әлибаев (4-се мәктәп), И.Ниғмәтуллин (Темәс), Р.Хәмитов (4-се мәктәп), пневматик винтовканан атыуҙа И.Ишбулатов, А. Хамматов (Темәс), Ф.Оморҙаҡов (1-се мәктәп) алдынғылыҡты бирмәне.
Шулай ҙа иң ҡыҙығы командаларҙың арҡан тартышы булды. Һай-һайтлап ҡысҡырыу, уҡытыусыларҙың, көйәрмәндәрҙең үҙенекеләр өсөн “ауырыуы” һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Барыһын да еңеп, темәстәр көслө икәнен йәнә лә иҫбатланы. Уларҙан Йомаш һәм Мерәҫ егеттәре ҡалышманы.
... Судьяларҙың бәйгегә йомғаҡ яһауын барыһы ла түҙемһеҙлек менән көттө. Бына, ниһайәт, тантаналы мәл – еңеүселәрҙе тәбрикләү башланды. Командалы һәм шәхси беренселек ярыштарында дөйөм өсөнсө урынды Мерәҫ командаһы (уҡытыусы-тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре ойоштороусыһы Ф.Р. Шәрипов) яуланы. 4-се мәктәп (М.Х. Яҡшыбаев) пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Ә беренсе урында – Темәс егеттәре (В.Р. Ишбулатов)! Ярыштың күсмә кубогы уларҙа өсөнсө йыл рәттән ҡаласаҡ.
Еңеүселәргә һәм педагогтарға иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Әйткәндәй, ярыштың спонсорҙары булып мәғариф бүлеге, мәғариф бүлегенең профсоюз ойошмаһы, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор һәм спорт секторы, ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһе сығыш яһаны.
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.