Ҡаргиҙәрҙәр тикшерелә
Билдәле
булыуынса, БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 27
ғинуарындағы 65-р һанлы бойороғона ярашлы
һәм шәхси секторҙағы юлһыҙ ерҙән йөрөүсе
мототранспорт сараларының иҫәбен
асыҡлау маҡсатында 1 февралдән 29-ына
тиклем район биләмәһендә “Ҡаргиҙәр”
айлығы иғлан ителгәйне.
Райондың
Гостехнадзор инспекцияһы тарафынан
район биләмәһендәге ҡаргиҙәрҙәрҙе
тикшереү эштәре дауам итә. Бөгөн бөтәһе
17 транспорт иҫәпләнеп, шуның 15-е
техосмотрҙы уңышлы үтте. Операция
барышында тағы ла 3 ҡаргиҙәрҙең иҫәптә
тормауы асыҡланды, һөҙөмтәлә уларҙың
берәүһе теркәлде. Шулай уҡ “Баймаҡ
ПМК-һы” ЯСЙ-һының тау саңғыһы базаһы
ҡаргиҙәрҙәре лә хәүефһеҙлеккә тикшерелде.
Р.Байымов,
Гостехнадзор
инспекцияһының әйҙәүсе белгес-эксперты,
өлкән дәүләт инженер-инспекторы.
өлкән дәүләт инженер-инспекторы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.