17 февр. 2012 г.

РФ Президентын һайлауға 16 көн ҡалды


Һайлау – 2012

Әҙерлек эштәре нисек бара?
Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?
Ҡотлогилдин Й.Й., Басай ауылындағы 1046-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе:
– Беҙҙә һайлауға әҙерлек тулы ҡеүәтендә бара. Әлеге мәлдә һайлаусыларыбыҙҙы барлайбыҙ, исемлектәр асыҡлана: бөгөн улар – 192. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, уҡытыусылар, йәмғиәтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы кешеләре булараҡ, тарихи әһәмиәткә эйә ваҡиғаға әҙерлек барышында әүҙем ҡатнаша. Һайлау алды агитацияһы башланыу менән информаторҙар үҙ эшенә тотондо ла инде. Улар үҙҙәренә беркетелгән урамдар буйлап һәр йортҡа инеп, кешеләрҙең исемлеген дөрөҫләй, халыҡты һайлау көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡыра.
Участка һайлау комиссияһында мәғлүмәттәр яҙылған стенд эшләнгән, дежурлыҡ ойошторолған. Һайлау үтәсәк залда ике видеокамера ҡуйылған. Ғөмүмән, ойоштороу эштәре әүҙем бара.
Кәйекбирҙин М.Ә., Ишмөхәмәт ауылындағы 1069-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе:
– Беҙҙең ауылда мөһим сараға тулы әҙерлек алып барыла. Әлеге ваҡытта һайлаусыларҙың исемлеген аныҡлайбыҙ, ситкә китеп эшләүселәр, студенттар менән һөйләшеүҙән һуң, 383 һайлаусы теркәлде. Быйыл 7 ауылдашыбыҙ беренсе тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Шулай уҡ иң беренсе булып һайлауға килеүсе, иң өлкән һайлаусы ла ситтә ҡалмаясаҡ. Уларҙың барыһын да иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Һайлау участкаһында мәғлүмәт стенды төрлө материалдар менән тәьмин ителгән. Уларҙа Президентлыҡҡа кандидаттар тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин. Урындағы һайлау комиссияларының ултырышы даими үтеп тора. Әле теркәүҙән төшөрөү тураһындағы таныҡлыҡ бирелә башланы.
Һайлау участкаһын тейешенсә йыһазландырыу, дежурлыҡ ойоштороу, хәүефһеҙлек саралары күреү, ғөмүмән, һайлауҙы юғары кимәлдә ойоштороп үткәреү өсөн тырышабыҙ. Һайлау үтәсәк залда ике видеокамера урынлаштырылған.
Лилиә ТАКАЕВА.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр


Спорт өлкәһендә 2011 йылдағы ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға түбәндәге званиелар бирелде:

”Иң яҡшы тренер – 2011”
Мукаев Ринат Ирек улы – ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең юғары категориялы тренеры. Ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса Башҡортостан Республикаһының өс тапҡыр чемпиондарын һәм күп тапҡыр призерҙарын тәрбиәләүсе.
“Иң яҡшы команда – 2011”
1999-2000 йылғы ҡыҙҙарҙың баскетбол командаһы — Башҡортостан Республикаһының күп тапҡыр призерҙары һәм чемпиондары. Ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Евгения Викторовна Путенихинаның тәрбиәләнеүселәре.
“Иң яҡшы йыйылма команда”
Ҡаланың шашкасылар йыйылма командаһы – райондың күп тапҡыр призерҙары һәм Мәләүез ҡалаһында үткән XIII Ауыл спорт уйындарының финал ярышы еңеүсеһе. Команданың капитаны Хәйризаман Зиннәт улы Үтәев.
“Иң яҡшы спортсы – 2011”
Рөстәмов Дастон Халмурад улы — бокс буйынса ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев призына XXXIII Бөтә Рәсәй традицион мемориалы еңеүсеһе, бокс буйынса Рәсәй-ара һәм халыҡ-ара турнирҙары призеры.
“Иң яҡшы спортсы – 2011”
Гаджиева Ләйлә Ризван ҡыҙы – ушу-саньшоу буйынса Рәсәй чемпионы, Аргентинала донъя кубогын яулаусы, шулай уҡ ушу-таолу, ушу-саньда буйынса күп тапҡыр республика һәм Волга буйы округы чемпионы. “Барыҫ” клубы тәрбиәләнеүсеһе.

Сәйәсәт



«Путиндың фекерҙәрен хуплайым»

«4 мартта Рәсәй граждандары ил Президентын һайлау өсөн һайлау участкаларына барасаҡ. Әле йәмғиәттә бик күп бәхәстәр бара. Киң тикшерелергә тейешле ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекеремде әйтергә кәрәк, тип иҫәпләйем», – тип башлай үҙенең программа мәҡәләләрен Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин.
Рәсәйгә ниндәй хәүеф янай һәм уның алдында ниндәй бурыстар тора? Ҙур сәйәсәттә һәм иҡтисадта ҡайһы урынды яуларға тейешбеҙ? Ваҡиғалар ағышына ярашлы барасаҡбыҙмы, әллә уйын ҡағиҙәләрен булдырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙмы? Ниндәй ресурстар ярҙамында үҙебеҙҙең позицияны нығыта һәм тотороҡло үҫеште тәьмин итә аласаҡбыҙ? РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың биш программа мәҡәләһендә ошо һорауҙарға яуап бирелә, уларҙы хәл итеү юлдары тәҡдим ителә.
Ул программа мәҡәләләре тураһында беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ниндәй фекерҙә? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Темәс мәктәбе директоры Зөлхизә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнанова.

Депутат аңлатма бирә



Педагогтарға медицина тикшереүе бушлай

РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева педагогтарҙың медицина тикшереүе өсөн түләргә тейеш түгеллеге хаҡында мәғариф учреждениелары етәкселәренә аңлатма бирә.

– Миңә педагогтарҙың медицина тикшереүе өсөн үҙ кеҫәләренән түләргә мәжбүр булыуҙары хаҡында күп мөрәжәғәт итәләр. Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре һәм курсанттар ҙа ошо мәсьәләне күтәреп сыҡты. Минең һорау буйынса Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһынан алынған мәғлүмәттәр ҙә был фактты раҫланы.

Төбәкте үҫтереү программаһы



РАИП: 2012 йылға ниндәй эштәр күҙаллана?

Районды үҫтереүгә 294 млн һум аҡса бүленә
Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) ярашлы, быйыл төбәкте, шул иҫәптән Баймаҡ районын, социаль-иҡтисади үҫтереү әүҙем дауам итәсәк. Атап үтелгән Программаға беҙҙең райондан 23 объект индерелгән һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға 294 млн һум самаһы аҡса бүленәсәк. Ошо хаҡта муниципаль район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев һөйләй:
– РАИП-ҡа ярашлы, быйыл ҡалала һәм районда халыҡ хужалығы тармағы объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса ғәйәт ҙур эштәр атҡарыласаҡ. Әйтергә кәрәк, уларҙы тормошҡа ашырыу район инфраструктураһын үҫтереүҙә етди аҙым булып тора. Мәҫәлән, ҡалала Хоҡуҡ йорто төҙөлөшө, ниһайәт, тергеҙеләсәк. Программа буйынса был объектҡа 5,4 млн һум бүленә – был төҙөлөштө тамамлау өсөн беренсе транш. Шул уҡ ваҡытта Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы буйынса ла “боҙ ҡуҙғалды” - предприятиеның хужалыҡ эшмәкәрлегенән күрелгән экологик зыянды бөтөрөү өсөн проект-тикшереү эштәренә 10 млн һум аҡса планлаштырылған.
Программаға ярашлы, реконструкцияланған Темәс ауыл мәҙәниәт йортоноң проектын хәл итеүгә 500 мең һум аҡса бүленәсәк. Райондың коммуналь өлкәһен үҫтереү дауам итәсәк, бының өсөн 84,5 млн һум аҡса биреү күҙ уңында тотола. Атап әйткәндә, ҡаланың Көньяҡ микрорайонының инженер коммуникацияларын төҙөүгә (һыу һәм электр менән тәьмин итеү) 12 млн һум аҡса ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Ҡуянтау һәм Аҡморон ауылдарындағы һыу үткәргестәрҙе яңыртыу маҡсат итеп ҡуйыла, бының өсөн уларҙың һәр береһенә 1-әр млн һум аҡса бүленәсәк. Беренсе Этҡол һәм Икенсе Этҡол ауылдарында халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тормошҡа ашырыла – тәүгеһенә – 6, икенсеһенә 7 млн һум һалынасаҡ. Бынан тыш, Программаға Күлтабан ауылында урам һыу селтәрҙәрен яңыртыу ҙа индерелде, уның күләме – 1 млн һум. Әйткәндәй, бөтөн проекттар буйынса ла проект-смета документацияһы әҙерләнә, подрядсы булып “Башагропромпроект” һәм “Башгипроагропром” дәүләт унитар предприятиелары сығыш яһай.

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө


Афғанстанда ул разведчик ине...

Һуғыш... Әҙәм балаһы ошонан да ҡурҡынысыраҡ, афәтлерәк бәләгә тарығаны бармы икән? Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡояш аҫтында күберәк урын яулар өсөн ҡан ҡойоштар бара. Әҙәм балаһы юғары аңлы, әхлаҡи ҡанундар буйынса йәшәй башлауына ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡытта ла һуғыштар туҡтамай.
Ә инде ата-әсә хәстәрен, һөйөүен күреп, тыныс күк аҫтында ғына йәшәгән 18-20 йәшлек малайҙарҙың ут эсенә ебәрелеүе иң ҡурҡыныс күренештер ул. Илебеҙҙең аҫыл улдарын һәләк иткән Афғанстан яуы йылдар төпкөлөндә ҡала барһа ла, унан алған яралар әле лә һыҙлай, әрней.
Районыбыҙҙың яугир-интернационалистарының бер ғаилә булып йәшәүе, яуҙа һәләк булған иптәштәрен онотмауы, бер көс булып уҡмашыуы оло ихтирамға лайыҡ.

Нәзир Нурмөхәмәт улы Әбйәлиловтың да яҙмышы Афғанстан менән бәйле. Түбә ҡасабаһында донъяға килгән, артабан Сибай һөнәрселек училищеһында белем алған егет үҙен алда ҡанлы, аҙым һайын әжәл эҙәрлекләгән һуғыш көтә тип уйланымы икән? Юҡтыр. Нәзир Нурмөхәмәт улы бар тиҫтерҙәре кеүек ил өсөн кәрәкле һөнәр үҙләштереп, Совет Армияһы сафына алынасағын түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки ул саҡта армияла хеҙмәт итеү оло мәртәбә, ғорурлыҡ булып һанала.

Матур ғаилә – ил күрке


«Тырыш булһаң ғына ырыҫ килер»

Шундай фекерҙә Килмөхәмәтовтар ғаиләһе
Ҡатмарлы заманда йәшәһәк тә, районыбыҙ ауылдарында шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ярҙамында гөрләтеп донъя көткән һәм тыуған ерҙәренә береккән йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөнөслө. Һыйыр малы үрсетеү, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтары менән айырыуса уңышлы шөғөлләнгән Ирәндек буйы халҡы маҡтауға лайыҡ. Йәмле Шалтыран йылғаһы буйын һыулаған Икенсе Төркмән ауылында ла ана шундай уңған кешеләр йәшәй. Гүзәлиә менән Данил Килмөхәмәтовтарҙы ошо төбәктең күптәргә үрнәк булырлыҡ йәш ғаиләһе тип беләләр.

Данил – Сәкинә менән Камил Килмөхәмәтовтарҙың кесе улы. Түбәнге Иҙрис ауылы һылыуы Гүзәлиәне атай йортона килен итеп төшөргән мәлдән улар ошо ырыҫлы нигеҙҙә гөрләтеп тормош көтә. Әйткәндәй, Камил Шәрифулла улы (үкенескә ҡаршы, хәҙер инде мәрхүм) менән Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы барлыҡ ғүмерҙәрен урындағы “Ирәндек” совхозының производствоһын үҫтереүгә арнаған арҙаҡлы хеҙмәт алдынғылары. Ғаилә башлығы биш тиҫтә йылға яҡын хужалыҡта чабан, йылҡы ҡараусы, келәт мөдире, бригадир, ә тормош иптәше һауынсы булып эшләй. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн улар төрлө миҙалдар һәм Почет грамоталарына лайыҡ була. Бөгөн Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы бәхетле әсә һәм ҡәйнә, хәстәрлекле өләсәй булып ғаилә усағын һүрелтмәй йәшәй.

“Атайсал” тауышы


Башҡараһы эштәр күп


Мәғлүм булыуынса, район китапханаһы янында “Атайсал” клубы эшләп килә. Уның положениеһына ярашлы, ошондай ойошмалар һәр ауылда булырға тейеш. Клуб составына иң абруйлы, көслө рухлы, зыялы кешеләр инә.
«Атайсал»дарҙың маҡсаты:
  • районыбыҙҙың, ҡаланың һәм һәр ауылдың тарихын ентекләп өйрәнеү, тулыландырыу,
  • тыуған яҡ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙе барлау, уларҙың исемдәрен яҡташтарыбыҙға еткереү һәм мәңгеләштереү,
  • арҙаҡлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү, уларҙа тыуған яҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү,
  • халыҡ араһында әхлаҡи-дини тәрбиә эше алып барыу һ.б.

Хоҡуҡ һаҡлау


Эскелек бәләһе

Яңы йыл байрамдары алдынан райондың бер ауылында вәхшиҙәрсә кеше үлтерелә. Был фажиғәнән һуң РФ Енәйәт кодексы 105-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Тикшереү барышында шул асыҡланды: төнгө ике тирәһендә бергә эсеп ултырған ирҙәр талашып китә. Асыуын еңә алмаған берәүһе, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып, икенсеһенә 40 мәртәбә сәнсә. Ауыр йәрәхәттәр алған кеше шунда уҡ йән бирә.
21 ғинуарҙа икенсе ауылда ҡурҡыныс енәйәт ҡылына. Бында ла юҡ-барҙан башланып киткән бәхәс кеше үлтереү менән тамамлана. Ғәйепләнеүсе ҡорбанының башына ултырғыс менән һуға. Һөҙөмтәлә, уныһы аңына килмәйенсә, дауахананың реанимация бүлегендә йән бирә.
Хәҙерге ваҡытта был үлтереүҙәр буйынса тикшереү эштәре алып барыла.
Кешеләрҙең иғтибарын шуға йүнәлткем килә: был фажиғәләрҙең сәбәпсеһе—самаһыҙ эскелек. Шуға күрә “шайтан һыуының” ҡолона әүерелеүҙән һаҡ булығыҙ.
Р. СОЛТАНОВ,
БР буйынса РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының
Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе.

15 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Халыҡты ҡабул итәләр

2012 йылдың 15 февралендә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең 204-се кабинетында халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Һорауҙарығыҙға муниципаль район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы З.Б. Бүләкова, Баймаҡ район-ара суд приставтары хеҙмәтенең өлкән суд приставы Р.Р. Өмөтбаева, Баймаҡ районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Т.Н. Соболева, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының нотариаль округы нотариусы С.С. Исҡужина, Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса дәүләт теркәүе бүлеге регистраторы Ю.В. Максимова яуап бирә.

Темәстәр концерт ҡуя

16 февралдә киске 7-лә сәғәттә халыҡ ижады үҙәгендә Темәс ауылы үҙешмәкәр сәнғәт коллективының смотр концерты үтәсәк. Ул илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылына бағышлана. Тамашаға рәхим итегеҙ.

Янғынға ҡаршы

Йәш техниктар станцияһы һәм Баймаҡ янғын һүндереүселәре 3-сө мәктәптә ҡала командалары араһында ярыш үткәрҙе. Уҡыусылар янғын хәүефһеҙлеге, медицина ярҙамы күрһәтеү һ.б. буйынса көс һынашты. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды – 2-се мәктәп, икенсене – 4-се, өсөнсөнө БЛИ командаһы яуланы.

Операциялар бара

Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Штраф” һәм “Браконьер” профилактик операцияларын үткәрә. Уның барышында административ штраф түләмәгән граждандар яуапҡа тарттырылған һәм законһыҙ рәүештә һунар иткән кешеләр тотолған.

Китапханасылар семинары

Кисә район китапханасыларының семинары үтте. Унда 2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған саралар үткәреү планы ҡаралды һәм яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәр Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Г. Иҫәнгилдина.

“Яҙғы тамсылар” гөрләне

Үткән аҙнала халыҡ ижады үҙәгендә ике көн дауамында ҡала һәм район буйынса “Яҙғы тамсылар” конкурсы гөрләп уҙҙы. Йәш таланттар өс йәш категорияһында халыҡ һәм эстрада йырҙарын тәҡдим итте. Еңеүселәр Дүртөйлө ҡалаһында үтәсәк “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында сығыш яһаясаҡ.
А. Иҙелбаева.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Сертификаттар тапшырылды

Тағы 16 кеше фатирлы булды
Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен үҙ иңендә татып, фашистарҙы тар-мар иткән ветерандар, тылда фиҙаҡәр хеҙмәте менән еңеү яулаған инәйҙәр тураһында хәстәрлек күреү матур йолаға әүерелде.
10 февралдә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин тантаналы рәүештә торлаҡҡа сертификаттар тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, был көндө ике һуғыш ветераны һәм 14 тол ҡалған инәй бәхетле сертификат эйәһе булды. 
 
Илдус Әдиф улы Зәйнуллин: “Әлбиттә, фатир алыу хоҡуғы һеҙгә алдараҡ бирелгән булһа, тормошоғоҙҙо күпкә еңеләйтер ине. Шулай ҙа беҙ ҡалған көндәрегеҙҙең шатлыҡ-бәхеткә төрөнөп, уңайлы, йылы өйҙә үтеүен теләйбеҙ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә мөрәжәғәт итеп шуны әйткем килә: фатир һайлағанда үҙегеҙ тураһында түгел, ә ололар хаҡында уйлағыҙ. Туғандар араһында низағ-талашҡа юл ҡуйылмаһын. Ветерандарыбыҙҙың яңы торлаҡта рәхәтләнеп, һау-сәләмәт, оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ”, – тине.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Иң-иңдәр тәбрикләнде

Күптән түгел йыл йомғаҡтарына арналған сарала “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, чемпион таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды:
Рәхмәтуллина Гөлсимә Мисбах ҡыҙы – Аҡморон ауыл советы биләмәһенең баш бухгалтеры,
Йосопова Рәмзиә Булат ҡыҙы – Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш бухгалтеры,
Артыҡаев Вадим Зөлфәр улы – халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең баш бухгалтеры,
Илсенбаева Әлфизә Ислам ҡыҙы – финанс идаралығының финанс секторы бүлеге мөдире,
Ғәбитова Хазина Булат ҡыҙы – ”Россельхозбанк” ААЙ-һының баш иҡтисадсыһы,
Хәмитова Гөлназ Шәриф ҡыҙы – ”Уралсиб” банкының баш бухгалтеры.
Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, чемпион таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды:
Иванов Виталий Николаевич – 2-се мәктәп директоры,
Хәмзина Сәрүәр Фәруҡ ҡыҙы – ”Йондоҙло” балалар баҡсаһы мөдире,
Әминева Рәмзиә Әшрәф ҡыҙы – 105-се һөнәрселек лицейының математика уҡытыусыһы,
Алсынбаева Раушания Әҡсән ҡыҙы – ”Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы”ның Баймаҡтағы филиалы уҡытыусыһы,
Хәмитов Зиннур Рәхимйән улы – Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусыһы,
Фәйезова Мөнирә Ишмөхәмәт ҡыҙы –”Күбәләк” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе,
Түләкова Венера Әхмәтйән ҡыҙы – йәштәр комитеты ҡарамағындағы социаль-психологик хеҙмәттең педагог-психологы,
Байғужина Миңзәлә Ғәлимйән ҡыҙы – ”Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге”нең педагог-психологы,
Хачин Владислав Анатольевич – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының производство уҡытыуы буйынса мастеры,
Әбдрәхимова Сания Роберт ҡыҙы – Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йорто директоры,
Яхин Рәшит Абрар улы – үҙәк ҡала дауаханаһының физиотерапия бүлеге мөдире,
Ҡашҡарова Зөләйха Әхмәт ҡыҙы – үҙәк ҡала дауаханаһының акушер бүлеге акушеркаһы.
Башҡа ойошмалар араһында:
Привалова Вера Анатольевна – Бикеш почта бүлексәһе начальнигы,
Акимова Галина Васильевна – Ҡуянтау почта бүлексәһе почтальоны,
Килмөхәмәтова Регина Риф ҡыҙы – Баймаҡ почтаһының баш белгес-эксперты.