29 нояб. 2011 г.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға 9 көн ҡалды

Әҙерлек эштәре нисек бара?
Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?



Р.З. Тләүсин, Бөрйәнйылға ауылы, 1017-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары:

– Дөйөм алғанда, әҙерлек кимәле яҡшы. Әлеге мәлдә һайлаусылар исемлеген аныҡлауҙы тамамланыҡ. Беҙҙә бөтәһе 75 һайлаусы иҫәпләнә. 4 декабрҙә ҡырҙа уҡыған студенттар ҙа ҡайтып тауыш бирәсәк.

Һайлау участкаһы клубта урынлашҡан, дежурлыҡ ойошторолған, стендтар эленгән, кәрәкле йыһаздарыбыҙ бар. Һайлау ваҡытында ауыл уңғандары сауҙа ойоштороп, урындағы халыҡҡа төрлө ҡул эштәре, үҙ хужалыҡтарында етештерелгән продукция һ.б. тәҡдим итәсәк, мәктәп уҡыусылары концерт ҡуясаҡ.

Шулай уҡ тауыш биреү көнөндә иң оло һайлаусыбыҙ – Хәкимйән ағай Үлйәбаевты, иң йәш һайлаусы – Айтуған Тләүсинды тәбрикләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, һайлауҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн тырышабыҙ.

И.Е. Корнева, Күлтабан ауылы, 1072-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы ағзаһы:

– Күлтабанда бөтәһе 261 һайлаусы иҫәпләнә. Исемлекте аныҡлауҙы тамамланыҡ, информаторҙар һәм агитаторҙар халыҡ менән әүҙем эшләй, һайлаусыларға һайлауға саҡырыу ҡағыҙҙары таратылды. Беҙҙә ситтә эшләүселәр юҡ, ҡырҙа уҡыған 8 студентыбыҙ бар. Тауыш биреү көнөндә иң йәш һайлаусыларҙы бүләкләйәсәкбеҙ. Улар – Илнур Әминев, Евгений Хренов, Светлана Палаткина.

Сараға әҙербеҙ тиергә лә була. Һайлау участкаһында мәғлүмәт стендтары күптән ҡуйылған, эш планы раҫланған, телефон бәйләнеше яҡшы, дежурлыҡ ойошторолған. Һайлау көнөндә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе, концерт һәм спорт ярыштары буласаҡ.

Г.Ә.Хисмәтуллина, Ярат ауылы, 1020-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы ағзаһы:

– Беҙҙең ауылда ла һайлаусылар менән эш алып барыла. Агитаторҙар һәм информаторҙар әүҙем эшләй. Һайлаусылар исемлеген аныҡланыҡ. Бөтәһе 405 кеше Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Һайлау участкаһына саҡырып дәүләт телдәрендә яҙылған алтаҡталар элдек. 18 студентыбыҙ бар, 17 кеше ситтә эшләй. Әлегә 3 кеше теркәүҙән төшөрөү тураһындағы таныҡлыҡ алды. Быйыл 3 йәш кеше гражданлыҡ бурысын үтәп тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: участка һайлау комиссияһына бирелгән ғаризаларға ярашлы, 7 кешене өйөнә барып һайлатасаҡбыҙ. Һайлау участкаһы мәктәптә урынлашҡан. Тауыш биреү көнөндә спортзалда спорт ярыштары үтәсәк, магазиндар эшләйәсәк, күңел асыу саралары ойоштороласаҡ.

Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий