Ҡорт һәм йылҡы тот –
субсидия алырһың
Ошо көндәрҙә Башҡортостан
Хөкүмәте 2013 йылға тиклем “Башҡортостан
Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү
һәм бал етештереүҙе арттырыу” һәм
“Башҡортостан Республикаһында һөт
йылҡысылығын үҫтереү һәм ҡымыҙ етештереүҙе
арттырыу” программалары сиктәрендә
республика бюджетынан субсидиялар
биреү тәртибен раҫланы.
Атап үтелгән ике
программа ла Рәсәй Ауыл хужалығы
министрлығы тарафынан хупланған һәм
уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль
бюджеттан аҡса бүленгән.
Башҡортостан Ауыл
хужалығы министрлығының малсылыҡты
интенсификациялау бүлегенең баш
зоотехнигы И.А. Байбулатов әйтеүенсә,
программалар буйынса ставкалар
билдәләнгән. Бал ҡорто ғаиләләре тотоуға
(бал йыйыу урынына алып барыу, материалдар,
төрлө кәрәк-яраҡ, ветеринария препараттары,
махсус кейем һатып алыу) һәм һөт
йылҡысылығын үҫтереүгә (аҙыҡ, амортизация,
электр энергияһы, ветеринария препараттары
һ.б.) киткән сығымдарҙың бер өлөшө ошо
йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса быйыл
уҡ ҡапланасаҡ.
Умартасылыҡты үҫтереү
өсөн ике кимәлдәге бюджеттан – 25 млн,
йылҡысылыҡ өсөн 49 млн һум субсидия
биреләсәк.
Субсидиялар бүлеү ауыл
хужалығы предприятиеларына, крәҫтиән-фермер
хужалыҡтарына, шәхси эшҡыуарҙарға был
йүнәлештәрҙе үҫтереүгә этәргес көс
бирәсәк.
Барлыҡ һорауҙар менән
ауыл хужалығы идаралығына мөрәжәғәт
итергә мөмкин.
А. Салауатов.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.