Кешеләр хаҡына эшләргә
«Берҙәм Рәсәй» партияһының
Башҡортостан һайлаусыларына мөрәжәғәте
Хөрмәтле һайлаусылар!
Беҙҙең республика
бихисап быуындарҙың көсөргәнешле
хеҙмәте менән барлыҡҡа килгән ҙур
потенциалға эйә. Бөгөн Башҡортостан –
илебеҙҙең иң ныҡ үҫешкән төбәктәренең
береһе. Беҙ ҡеүәтле нефть химияһы һәм
ауыл хужалығы, етди фәнни мәктәп һәм
мәғариф системаһы менән ғорурланабыҙ.
Беҙҙең барлыҡ уңыштарыбыҙ – тәү сиратта
республикабыҙҙың ҡаҙанышына, ғорурлығына
әйләнгән эшһөйәр, аҡыллы, һәләтле
кешеләрҙең хеҙмәте ул.
“Берҙәм Рәсәй”
партияһының программалы мөрәжәғәтенең
тулы вариантын һеҙ www.bashkortostan.er.ru рәсми
сайтында уҡый алаһығыҙ.
(Материал 2005 йылдың
18 майындағы “Рәсәй Федерацияһының
Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына
депутаттар һайлау тураһында”ғы 51-се
федераль Законға ярашлы үткәрелгән
йәрәбә буйынса бушлай баҫыла).
Иң зирәк һайлаусы
билдәләнде
Редакция “Иң зирәк
һайлаусы” тигән викторина ойошторғайны
(22 октябрь, №121). Конкурста ҡатнашырға
теләүселәрҙән байтаҡ хаттар алдыҡ. Улар
араһында мәктәп уҡыусылары ла булыуы
ҡыуаныслы. Түбәндә викторина һорауҙарына
дөрөҫ яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.
1.Башҡортостан Республикаһы
үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А.
Вәлиев.
2.Баймаҡ районы
территориаль һайлау комиссияһы рәйесе
Ш.Ш. Моталлапов.
3.РФ Президенты Д.А.
Медведев тарафынан 2011 йылдың 29 авгусында
донъя күргән 1124-се “Рәсәй Федерацияһы
Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына
депутаттар һайлау көнөн билдәләү
тураһында”ғы Указға ярашлы һайлау
кампанияһына рәсми рәүештә старт
бирелде.
4.4 декабрҙә Рәсәй
Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт
Думаһына депутаттар һайланасаҡ.
5.Рәсәй Федерацияһы
Президенты һайлауҙары 2012 йылдың мартында
үтәсәк.
6.Һайлауҙа ете партия
ҡатнаша: “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР, КПРФ,
“Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”,
“Правое дело”, “Яблоко”.
7.“Берҙәм Рәсәй” –
Д.А. Медведев, ЛДПР – В.В. Жириновский,
КПРФ – Г.А. Зюганов, “Ғәҙел Рәсәй” –
С.М. Миронов, “Рәсәй патриоттары” –
Г.Ю. Семигин, “Правое дело” – А.Г. Дунаев,
“Яблоко” – Г.А. Явлинский.
8.Республика дүрт:
Салауат, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө һайлау
округтарына бүленгән. Баймаҡ районы
Салауат һайлау округына ҡарай.
9.Баймаҡ районында 80
участка һайлау комиссияһы ойошторолған,
шуларҙың 8-е ҡалала.
10.Праймериз – алдан
дөйөм халыҡ тауыш биреүе. Башҡортостан
Республикаһында ул 21 июлдән 22 авгусҡа
тиклем барҙы.
11.Һайлау алды агитацияһын
сәйәси партиялар һәм агитаторҙар үткәрә.
12.Рәсәй Федерацияһы
Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына 450
депутат һайланасаҡ.
13.Рәсәй Федерацияһы
Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына
депутаттар биш йылға һайланасаҡ.
14.Иҫәптән төшөрөү
таныҡлығы. Уны үҙеңдең һайлау участкаһынан
алырға.
15.Һайлау участкаһындағы
исемлектәрҙән.
Викторинала ҡатнашыусыларҙың
бөтәһе лә тиерлек һорауҙарға дөрөҫ яуап
биргән. Шуға күрә хаттарҙың килгән
көндәрен дә иҫәпкә алдыҡ. Шулай итеп,
“Иң зирәк һайлаусы” викторинаһы
еңеүсеһе тип Баймаҡ ҡалаһынан мәғариф
ветераны Миңһылыу Биктина танылды.
Йәрмөхәмәттән Гөлдәр Хәлиуллинаға –
икенсе, Ниғәмәттән Г.С. Кейекбаеваға
өсөнсө урын бирелде. Еңеүселәрҙе 29
ноябрҙә сәғәт 11-ҙә редакцияла көтәбеҙ.
«Һаҡмар» гәзите
редакцияһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.