Баш ҡалаға сәйәхәт
Каникул – уҡыусыларҙың
көтөп алған мәле. Күптәр өсөн ул иң тәүҙә
күңелле ял, уйындар, яратҡан шөғөлөңә
күберәк ваҡыт бүлеү булһа, ҡайһы бер
уҡыусылар иһә каникулдың күңелле генә
түгел, файҙалы ла үтеүен теләй. Ошондай
маҡсат менән Билал урта мәктәбенең
егермегә яҡын өлкән класс уҡыусыһы баш
ҡалабыҙ Өфөгә юл тотто.
Был сәфәр ҡапыл уйланылған
сара түгел. Мәктәптә профориентация
буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
Сөнки һөнәр һайлау – яуаплы эш. Кемдер
ошо мәлдә яңылыша икән, уға артабан
тормошта үҙ урынын табыу бик ауыр
буласаҡ. Былтырғы ҡышҡы каникулда
уҡыусылар БДУ-ның Сибай институты менән
танышҡайны инде.
Был сәфәрҙең маҡсаты
– Өфө ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттары
менән танышыу ине. Әлбиттә, ҡыҫҡа ваҡыт
эсендә уларҙың бөтәһен дә күреп сығыу
мөмкин түгел. Шуға ла беҙ уҡыусыларыбыҙ
күпләп һайлаған уҡыу йорттарына юл
алдыҡ. Телевидениеның “Тамыр” студияһына
ла һуғылдыҡ. Бында эшләгәндәрҙең күбеһе
филология факультетын тамамлаған.
Экскурсия барышында бында тик ижади
шәхестәр генә эшләй алғанын аңланыҡ.
Тырыш коллективҡа рәхмәт әйтеп, Салауат
батырға юл алдыҡ. Кисте иһә М.Ғафури
исемендәге академия драма театрында
үткәрҙек. Беҙгә Салауат Әбүзәрҙең
“Хыялый” лирик комедияһын ҡарарға
насип булды. Фойела театрҙың директоры,
билдәле артист Хөрмәтулла Үтәшевтан
беҙҙең менән фотоға төшөүен һораныҡ.
Баймаҡтан килгәнебеҙҙе белгәс: “Шундай
алыҫтан ошо матурлыҡ донъяһына балаларҙы
алып килгәнегеҙ өсөн мин һеҙҙең алда
баш эйәм”, – тип әйтеүен оло баһа итеп
ҡабул иттек.
Икенсе көнөбөҙҙө
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт
педагогия университетынан башланыҡ.
Әйтергә кәрәк, уҡыу йорто абитуриенттар
менән эште яҡшы ойошторған. Ҡабул итеү
комиссияһы беҙҙе бик йылы ҡаршыланы.
Экскурсовод шунда уҡ факультеттар менән
бәйләнешкә инде, ә улары беҙҙе ҡаршы
алырға әҙер булыуын белдерҙе. Кәрәкле
брошюра-проспекттарҙы ла шунда уҡ
таратып бирҙеләр. Аудиторияла уҡыу
йорто тураһында мәғлүмәт алып, үҙебеҙҙе
ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапҡас,
беҙҙе факультеттар буйлап алып киттеләр.
Әңгәмә барышында экскурсовод берҙәм
дәүләт имтихандарын күберәк һайларға
кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Был
уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһында
оҡшаған һыҙат – улар ниндәй һөнәрҙәр
буйынса эш табыу ауырлаша, ә ҡайһы
бүлектәр ябылыу алдында тороуын йәшермәй
һөйләне.
БДУ-ла башҡорт филологияһы факультеты беҙгә иғтибар бүлде. Деканат уҡытыусылар менән осрашыу ойошторҙо, улар беҙҙең алда сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙ Мирас Иҙелбаев һәм Ғәйнислам Ибраһимов та ошо уҡыу йортона килергә саҡырҙы. Факультет деканы Айгөл Рәис ҡыҙы Мөхтәруллина электрон адресҡа контроль эштәр, тестар ебәреү мөмкинлеге тураһында әйтеп үтте, хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Инглиз теленән белгес булараҡ, уҡыусылар менән инглиз телендә аралашып алырға ла иренмәне. Айгөл Рәис ҡыҙы ла ике профилле (башҡорт-рус,башҡорт-инглиз һ.б.) бүлектәргә уҡырға инеүҙең отошло булыуын әйтеп үтте.
БДМУ, БДАУ, ӨДАТУ бындай экскурсиялар үткәрмәй, ҡабул итеү комиссиялары мәғлүмәтте сайттан алырға кәңәш итте. Шулай ҙа уҡыусыларға үҙҙәре хыял иткән уҡыу йорттарын күреү ҙә дәрт өҫтәгәндер, тигән фекерҙәмен.

Сәфәребеҙ аҙағында
“Ләлә-Тюльпан” мәсетен ҡараныҡ. Һүҙемде
йомғаҡлап, өлкән кластарҙа етәксе булған
коллегаларымды ошондай экскурсиялар
ойошторорға саҡырам – йөҙ тапҡыр
ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы
тигәндәр бит.Әлбиттә, ойоштороу
мәсьәләләре байтаҡ ваҡытты ала. Уҡыу
йорттары менән бәйләнешкә инеү каналдары
ҡыҙыҡһындырһа, беҙ ярҙам итергә әҙер.
Сәфәребеҙ үҙен аҡлар, тигән өмөттәмен.
Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе юғары уҡыу
йорттарының ишеген ҡыйыу асып инер,
студенттар булып китер. Беҙҙән – дөрөҫ
йүнәлеш биреү, уларҙан инде – һайлау
һәм маҡсатҡа ынтылыш кәрәк.
Нәркәс Кәримова,
Билал урта мәктәбенең
рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.