29 нояб. 2011 г.

Спорт

Баймаҡтар еңеүҙәргә әҙер!
19 ноябрҙә мәктәп уҡыусылары араһында физик культура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы уҙғарылды.
Ярышҡа 30 үҫмер – 15 егет һәм 15 ҡыҙ килде. Улар ҡала мәктәптәре, Темәс, Аҡморон, Иҫке Сибай, Ҡолсора, Башҡорт республика компьютер лицейы, Мерәҫ, Күсей ауылдарының 10-11-се класс уҡыусылары ине.
Октябрҙә башланған олимпиаданың тәүге туры мәктәптәрҙә үтте. Унан һуң ойошторолған зона ярыштарында еңеүселәр 4-се мәктәптең спорт залына муниципаль этапта ярышырға йыйылды.
Спортсылар ике турҙа көс һынашты. Тәүҙә улар һорауҙарға яуап (тест) биреп, теоретик белемдәрен тикшерҙе. Аҙаҡтан, практик өлөштә еңел атлетика, баскетбол, гимнастика элементтарын күрһәтеп ярышты.
Муниципаль район хакимиәтенең мәғариф  бүлеге белгесе Р.С. Мифтахетдинов белдереүенсә, олимпиаданың был этабында еңеүселәр декабрҙә үтәсәк республика ярыштарына сығасаҡ. Былтыр Баймаҡ данын ҡаланың 4-се мәктәбе уҡыусылары Юлия Асабина менән Артур Йосопов яҡланы һәм  призер булды.
Шәмбеләге көсөргәнешле ярыштарҙа еңеүселәргә килгәндә, егеттәр араһынан Салауат Салихов (БЛИ, уҡытыусыһы И.Байсурин), ҡыҙҙар араһында йәнә лә Юлия Асабина (4-се мәктәп, И.Исҡужин) алдынғылыҡты бирмәй, беренсе булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Динис Мәхмүтйәнов (Урғаҙа), Венер Лоҡманов (Темәс), Айгиз Истәков (Ярат) һәм Регина Иҫәнгилдина (Урғаҙа), Юлия Смолькина (2-се мәктәп) яуланы.

А. Ишназаров.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.