13 февр. 2012 г.

Һайлау – 2012

Тауыш биреүҙе веб-камералар күҙәтәсәк

Ошо көндәрҙә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә муниципаль берәмектәрҙә Президент һайлауына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Уны Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Марат Мөлөков алып барҙы.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев, республикалағы барлыҡ участка һайлау комиссияларында, шулай уҡ территориаль һайлау комиссиялары биналарында видеокүҙәтеү саралары урынлаштырыла башланы, тине. Республика буйынса 3509 участка һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Дауаханаларҙа, тикшереү изоляторҙарында веб-камералар ҡуйылмаясаҡ.

Был мөһим сараны атҡарып сығыу бурысы “Башинформсвязь” ААЙ-һына йөкмәтелгән. Уның генераль директоры Р.Ү. Сәфиев: “Видеокүҙәтеү саралары менән эш итеү өсөн белгестәр махсус уҡыу үтте. Барлыҡ әҙерлек эштәрен билдәләнгән ваҡытҡа тамамлаясаҡбыҙ”, – тип белдерҙе.
Видеояҙмалар Интернет селтәрендә буласаҡ. Трансляция ваҡыты – участка һайлау комиссияһы эшләй башлағандан алып урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 8-гә тиклем һәм һайлау тамамланғанға тиклем барасаҡ.
Видеоконференция һуңынан һүҙ ҡалала һәм ауылдарҙағы әҙерлек эштәре тураһында барҙы. Баймаҡ районы элемтә үҙәге начальнигы А.М. Ҡадыров, 80 участка һайлау комиссияһының 31-ендә видеокүҙәтеү саралары урынлаштырылған, тип белдерҙе. Барлыҡ эштәр 15 февралгә тиклем тамамланасаҡ. Райондың иң төпкөлөндә урынлашҡан Бөрйәнйылға һәм Крепостной Йылайыр ауылдарында һайлау барышы видеояҙмаға төшөрөп алынасаҡ. Халыҡты был хаҡта иҫкәртеү өсөн биналарға ингән урында һәм эстә “Бинала видеокүҙәтеү алып барыла” тигән белдереү торасаҡ.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.