Бурыстар мәжбүри түләттерелә
Пенсия
фонды идаралығы һәм Баймаҡ район-ара
суд приставтары хеҙмәте менән берлектә
үткән кәңәшмәлә страховка иғәнәләрен
түләтеүгә йүнәлтелгән сараларға йомғаҡ
яһалды.
2011
йылда суд приставтары хеҙмәте тарафынан
23579 мең һумды түләтеү буйынса 1466 башҡарма
производство эше ҡуҙғатылды. Һөҙөмтәлә,
Пенсия фонды бюджетына 4093 мең һум бурыс
ҡайтарылды.
Страховка
иғәнәләре буйынса бурыстарҙы тулыһынса
түләттереү маҡсатында йыш ҡына суд
приставтары менән берлектә рейдтар
ойошторола. 2011 йылда бурыслыларҙың
йәшәгән урындарына 166 тапҡыр сығырға
тура килде. Рейд барышында уларҙан аҡса
түләттерелде йәки милектәренә арест
һалынды. 5 кешегә Рәсәй Федерацияһынан
ситкә сығыу бөтөнләй тыйылды. 48 башҡарма
документ буйынса бурыс – эш хаҡынан, ә
31-е буйынса пенсиянан мәжбүри
түләттереләсәк. Ул ай һайын килемдең
50 проценты күләмендә, бурыс тулыһынса
ҡапланғанға тиклем тотолоп барасаҡ.
Хеҙмәт пенсиялары артты
РФ
Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән
хеҙмәт пенсияларының бөтә төрҙәренең
дә күләме 7 процентҡа артты. Һәр
пенсионерға, пенсияһының күләменә
ҡарап, төрлөсә өҫтәлә. Ике пенсия
алыусыларҙың хеҙмәт пенсияһы ғына арта.
Һөҙөмтәлә, Башҡортостанда хеҙмәт
пенсияһының уртаса күләме 560 һумға
артып, 8560 һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт
пенсияһының уртаса күләме 8900 һум тәшкил
итә.
Баймаҡ
районы һәм ҡалаһында уртаса хеҙмәт
пенсияһы 461 һумға арта, уртаса хеҙмәт
пенсияһы күләме 7023 һумға, ҡартлыҡ буйынса
хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 7506
һумға тиң.
Һорауҙар
өсөн телефон: 3-18-70.
Р.
Мараканова,
Пенсия
фонды идаралығы начальнигы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.