Уйҙарымдың моңһоу
ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль
бураны...
Ыжғыр
буранлы февраль айында донъяға килеп,
бар тормошон – халҡына, яҙмышын –
теленә, булмышын милләтенә бағышлаған
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми
Ғариповтың тыуыуына быйыл 80 йыл тула.
Ошо датаға ярашлы февраль айында районда
Рәми Ғариповтың бай ижадына арналған
әҙәби-музыкаль кисәләр, викториналар,
“Игебай мәктәбе”, “Таңсулпан”, “Шоңҡар”
клубы ағзалары араһында “Ни өсөн миңә
Р.Ғарипов ижады оҡшай?” темаһына ижади
конкурс үткәреү планлаштырыла.
Р.Түләк
исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад
берекмәһе ағзаларының 14 ғинуарҙағы
сираттағы ултырышы ла Рәми Ғарипов
ижадына арналасаҡ. Ғашиҡтар көнө уңайынан
ул “Мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, йәшәү өсөн
кәрәк МӨХӘББӘТ!” тип атала. Әҙәбиәт
һөйөүселәр, сәғәт 11-ҙә үҙәк район
китапханаһына рәхим итегеҙ!
А. Иҙелбаева.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.