13 февр. 2012 г.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына ҡарата

Юбилейға әҙерлек башланды

Белеүебеҙсә, 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов 2011 йылдың 11 ноябрендә “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Был оло байрамды ҡаршы алыуға бер йыл тирәһе ваҡыт ҡалды. Шуға ярашлы Баймаҡта ниндәй эштәр башҡарыласаҡ? Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин менән булған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Исмәғил Әхмәт улы, Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә ниндәй әҙерлек саралары ҡаралған?
Алда торған юбилей байрам итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙе, эшмәкәрлегебеҙҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән оло бер сара. “Үҙ эшеңде тағы ла яҡшыраҡ башҡар” принцибы бөтә эштәрҙең дә төп нигеҙе булып торасаҡ, һәм беҙҙең иң тәүге бурыс – Баймаҡ үҙенең юбилейын тағы ла яҡшыраҡ күрһәткестәр менән ҡаршы алырға тейеш.

Юбилейға бер йыл самаһы ғына ваҡыт ҡалды...
Тап шуның өсөн дә ҡаланы төҙөкләндереүгә етди иғтибар бирергә кәрәк. Ләкин барлыҡ сара байрам үтәсәк төп урындарҙы ғына түгел, ә тотош ҡаланы тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Быға юлдарҙы ремонтлау, ҡала инфраструктураһы объекттарын модернизациялау һәм төҙөү, биналарҙың фасадтарын биҙәү, обелиск, мемориалдарҙы, С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркын, күп ҡатлы йорт ихаталарындағы балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү ҙә инә. Ҡаланы йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүленәсәк. Яҙға табан шәхси ихаталарҙан сүп-сарҙы сығарыу проблемаһы ла хәл ителергә тейеш, шулай уҡ рөхсәт ителмәгән яңы ҡыйлыҡтарҙы булдырыуға юл ҡуйырға ярамай. Көндәр йылыныу менән бөтә халыҡ урамдарҙы, скверҙарҙы, баҡсаларҙы сүп-сарҙан таҙартыуға йәлеп ителәсәк. Шулай уҡ берәҙәк малға ҡаршы көрәш бик ҡаты буласаҡ. Сөнки тап улар урамдарҙағы йәшеллекте бөтөрөүгә ҙур “көс” һала. Берәҙәк эттәрҙән ҡотолоу сараһы күреләсәк. Шулай уҡ ҡалала ташландыҡ биналарҙың күп булыуы ла борсой.
Үҙен ҡалабыҙҙың патриоты тип һанаған һәр кем әҙерлек эштәренән ситтә ҡалырға тейеш түгелдер, моғайын...
Әлбиттә. Шуның өсөн дә беҙ матур һәм эшлекле тәҡдимдәре булған һәр кемде тыңларға әҙер. Бөтә сараларҙа ла баймаҡтар әүҙем ҡатнашыр, тип ышанам. Бигерәк тә предприятие, учреждение, ойошма коллективтарына ҙур өмөттәр бағлайым.
2013 йылда ҡаланы ҡала итеүсе сәнәғәт флагманы булып һаналған “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә үҙенең бер быуатлыҡ, йәғни 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Шунлыҡтан, был предприятиела ла әҙерлек саралары бергә алып барыласаҡ.
Исмәғил Әхмәт улы, һүҙ аҙағында нимә әйтер инегеҙ?
Оло юбилейҙы ҡаршылау маҡсатында алып барылған бөтә саралар ҙа тәү сиратта үҙебеҙ өсөн. Баймаҡ ҡалаһын тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ итергә кәрәк. Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Указына ярашлы юбилейға әҙерлек йәһәтенән ҙур ғына финанс ярҙамы буласаҡ. Был иһә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә мөрәжәғәт итәм: һәр кем үҙе йәшәгән йортон, ҡоймаларын тәртипкә килтерһен ине. Сағыу биҙәктәргә мансылған, әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп ултырған йорттар хужаларҙың уңғанлығын да күрһәтәсәк.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.