1 июн. 2012 г.

2012 — рәсәй тарихы йылы

1812 йылғы ватан һуғышында Башҡорттар


(Башы. 2-се бүлек, 3-сө бүлек, 4-се бүлек).
Рәсәй 1798 йылда уҡ башҡортостанда идаралыҡтың яңы системаһын – кантондар бүленешен индергән. был ҡоролош 1865 йылға тиклем дауам иткән. указға ярашлы башҡорттар менән мишәрҙәр тулыһынса хәрби казактар ҡатламына күсерелгән. һөҙөмтәлә 11 башҡорт һәм 5 мишәр кантоны барлыҡҡа килгән. бер үк ваҡытта 5 ырымбур һәм 2 урал казактары кантондары ойошторолған һәм улар номерҙар менән йөрөтөлә башлаған.

Башҡорт ғәскәренең төп бурысы – сик буйы хеҙмәте булған. уға 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе сиратлап алғандар. улар ярты йылға бер алмашынған, яңы команда килгәс, элек хеҙмәт иткәндәре ҡайтып киткән.
Был осорҙа һәр 10 өйгә хәрби хужа – десятник, йәки ун башы тәғәйенләнгән. Улар ауыл башлығына йәки йөҙбашына буйһонған. Йөҙбаштар – йорт старшинаһына, ул – кантон башлығына, башҡорт-мишәр ғәскәре командующийына (ғәҙәттә полковник), һуңғыһы хәрби губернатор әмерҙәрен үтәгән. Дөйөм сик Урал йылғаһы буйлап һуҙылған. Хәрби хеҙмәттәге кешеләрҙе ҡорал, кейем-һалым, ат, аҙыҡ-түлек менән урындағы халыҡ “ярҙам” итеү ысулы менән тулыһынса тәьмин иткән. 
Сик буйы хеҙмәтенән тыш ҡораллы һәм һәр саҡ әҙер торған хәрби командалар, атап әйткәндә, башҡорт, Ырымбур һәм Уральск казак ғәскәрҙәре Рәсәйҙән ситтәге һуғыштарҙа ла киң файҙаланылған. 1805-1809 йылдарҙа Франция менән алып барылған һуғыш осоронда Наполеонға ҡаршы 7 мең башҡорт, 1 мең Ырымбур һәм Силәбе казактары киткән.
Наполеон армияһының баҫып инеү ҡурҡынысы тыуғас, урыҫ хөкүмәте үҙ армияһын көсәйтеү, киңәйтеү эшенә тотонған. 1811 йылдың апрелендә ике (№1, №2) башҡорт полкы ойошторорға бойороҡ бирелгән.
Улар милли кейемдә һәр береһе үҙ ҡоралы һәм ике ат менән килгән. Шулай итеп 1812 йылғы һуғыш башланыр алдынан уҡ Рәсәйҙең көнбайыш сигендә башҡорт, Уральск, Ырымбур полктары һәм бер типтәр полкы әҙер торған. Улар 1-се сик һуғыштарында ҡатнашып, хәрби оҫталыҡтарын арттырған.
Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып ингәндән һуң башҡорттар менән казактарҙы урыҫ ғәскәре сафына йәлеп итеү артҡан. Үҙ теләктәре менән һуғышҡа китеүселәр бигерәк тә башҡорттар араһынан күп булған. Улар араһында ағалы-ҡустылы Әбделхалиҡ менән Нәзир Әбделвәхитовтар (Ырымбур өйәҙе), улы Сәғит менән йорт старшинаһы Әбүталип Абдрахманов (Бөрө өйәҙе), Верхнеуральск өйәҙе, Бөрйән олоҫо, Үрге Этҡол ауылынан (хәҙерге Икенсе Этҡол) урядник Баязит Әлимбәтов, рядовой Мөхәмәтғәле Ниәтшин, Мөкмин Әбделсәләмов, Сәйетбаттал Ирмәков һәм башҡалар бар. Ошо дүрт яугир көмөш миҙал кавалерҙары булып ҡайта, Парижға барып етә, күп батырлыҡ күрһәтә. (“История сел и деревень Башкортостана”. Уфа – 1998). Хәҙерге Төркмән ауылынан Дәүләткилде Ҡазымбәт улы Йәнбәков, поход старшинаһы булып Парижды алғанда һәләк була. Уның ауылдаштары Иҫәнғол Һөйәрғолов, Шаянғол Яманғолов, Ишмөхәмәт Муллабаев, 15-се башҡорт полкы яугирҙары, Парижды алыуҙа ҡатнашып, имен-аман тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Урыҫ булмаған халыҡтар, бигерәк тә башҡорттар араһында илгә һөйөү  тойғоларының күтәрелешен билдәләп, 1812 йылдағы һуғышта ҡатнашҡан Сергей Глинка былай тип яҙған: “Рәсәйҙең күптәнге улдары ғына түгел, шулай уҡ теле, йолалары, дине, йәшәү рәүеше буйынса айырылып торған төрлө халыҡтары хеҙмәт итергә ихлас күңел менән барҙылар. Ырымбур башҡорттары үҙҙәре теләк белдерҙе һәм хөкүмәттән, тағы полктар кәрәкмәйме, тип һоранылар”.
1811-1812 йылдарҙа башҡорттарҙың теләге һәм хөкүмәттең ике указы буйынса тик беҙҙән һәр береһе 500-550 яугирҙан, йәмғеһе 15-16 мең яугирҙан торған 28 полк ойошторолған. Был көстән тыш төрлө милләт вәкилдәренән торған 17 полк ойошторола. Унда Уральск һәм Ырымбур казактарынан – бишәр, типтәр, мишәрҙәрҙән – икешәр, ҡалмыҡтарҙан, драгундарҙан һәм Өфө йәйәүле ғәскәрҙәренән берәр – йәмғеһе 45 полк барлыҡҡа килә.
Башҡорт халҡы әрмегә иң яҡшы 4139 баш ат бүләк итә, унар меңләп һум аҡса тапшыра.
Һыбайлылар һөңгө, ҡылыс һәм уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған. Ошоноң арҡаһында уларҙы француздар “төньяҡ амурҙары” (Амур – уҡ-һаҙаҡ тағып осоп йөрөүсе фәрештә) тип атаған. Мылтыҡ, пистолет, тимер күлдәк ҡайһы бер командирҙарҙа ғына осраған. Хөкүмәттең башҡорттарҙы утлы ҡорал менән тәьмин итерлек мөмкинлеге булған, ләкин ул элекке ихтилал күтәрелештәрен иҫтә тотоп, был аҙымға бармаған. Һуғыш кейемдәре, атап әйткәндә, күк йәки аҡ төҫтәге буҫтау бишмәт, күк лампастар һалынған киң салбар, ике яҡтан да киҫеп ҡайтарылған осло түбәле аҡ кейеҙ бүрек, күн портупея, саҡ ҡына кәкерерәк ҡылыс, патрондар һалынған ҡумта, һаҙаҡ һәм ян-уҡтар, итек – бөтәһе лә үҙҙәренеке булған. Бындай ҡоралдарҙы, кейем-һалымды һәм аҙыҡ-түлекте әҙерләшеүҙә бөтә башҡорт халҡы ҡатнашҡан. Тимерлектәрҙә уҡ башаҡтары, һөңгө остары һуғылған, күпләп ҡорот киптерелгән, ҡымыҙ әҙерләнгән, ит ҡаҡланған, май тупланған, ат, эйәр-өпсөн йыйылған, кейем, итектәр тегелгән. Халҡыбыҙҙың был ярҙамы “Икенсе әрме” тигән йырында сағылыш тапҡан.
Башҡорт атлылары тик үҙҙәренә генә хас булған яу тактикаһын ҡулланған. Урыҫ офицерҙарының береһе, билдәһеҙ автор был алымды түбәндәгесә тасуирлаған: “... Башҡорт һуғыш барышында һаҙағын арҡаһынан күкрәк яғына шыуҙыра, ике уҡты тештәре менән ҡыҫып тота, икәүһен, йәйәгә ҡуйып, бер-бер артлы атып ебәрә; һөжүм ваҡытында алға ныҡ итеп эйелә һәм, күкрәген асып еңдәрен һыҙғанған килеш, яман тауыш сығарып дошманға ташлана, 4 уҡты атып бөткәндән һуң һөңгөнө ҡулына төшөрөп ҡаҙай”.
Сик буйында, һуғыштың тәүге осоронда хәрби операцияларҙа 1-се һәм 2-се башҡорт, 1-се типтәр, 1-се һәм 2-се Ырымбур, 1-се һәм 2-се Уральск казак  полктары ҡатнашҡан.
Урыҫ ғәскәрҙәре сигенгән ваҡытта арьергард һуғыштарында 1-се башҡорт полкы башҡа ғәскәрҙәрҙе ҡаплап һуғыша-һуғыша сигенә. Ошо полк яугирҙарынан рядовой Үзбәк Аҡмырҙин, Буранбай Сыуашбаев, хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин, есаул Ихсан Әбүбәкиров батырлыҡтар күрһәткән.
Майор Курбатов (III армия) етәкселегендәге 2-се башҡорт полкы Кобрин ҡалаһы янындағы алыштарҙа ныҡ торған, шунда дошмандың 2 мең һалдатын юҡҡа сығарған, 2382 француз, 76 офицер һәм 2 генерал әсиргә алынған. Бәләбәй өйәҙе Сәпәш ауылынан Әйүп Ҡәйепов, Стәрлетамаҡ өйәҙе Күсәрбай ауылынан полк старшинаһы Аралбай Аҡсулпанов ҡаһармандарса һуғышҡандары өсөн 4-се дәрәжә Изге Анна ордендары менән наградланған. Атаман Платовтың атлы ғәскәре (уның эсенә 1-се башҡорт полкы ла ингән) 27 июлдә Себастияниҙең дивизияһын ҡыйратҡан. Бынан алда француздарҙың ошондай ҡаты ҡаршылыҡҡа осрағаны булмаған.   
1812 йылдың 26 авгусында Бородино һуғышы ваҡытында, француздар Н.Н. Раевскийҙың батареяһын ҡулға төшөргән мәлдә Өфө йәйәүле ғәскәр полкы һәм Ырымбур драгундар полкы ҡасып барыусыларҙы туҡтатып кире борған һәм һөжүмгә күтәргән. Был көс менән генерал А.П. Ермолов етәкселек иткән. Батарея дошмандан кире тартып алынған һәм дошман кире сигенергә мәжбүр булған.
Август айының уртаһында урыҫ армияһына баш командующий итеп Михаил Илларионович Голенищев-Кутузов тәғәйенләнә. Был хәбәрҙе ишеткән яугирҙар сикһеҙ шатлана, сөнки еңеүгә булған өмөттәре ҡабаттан уяна. Кутузов был осорҙа 67 йәштәге ҙур тәжрибә туплаған командир була. Шуға баш командующийҙы һайлаған “Ғәҙәттән тыш комиссия” Кутузов кандидатураһына туҡтала һәм ул бер тауыштан һайланып ҡуйыла.
Бородино янында 134 мең французға ҡаршы 132 мең урыҫ яугиры һәм башҡа халыҡтар һуғышҡан.
26 августа составында 1-се башҡорт полкы булған М.И. Платовтың атлы ғәскәре Валуево ауылы эргәһендә француздарҙың тылына ҡапыл килеп сығып, дошмандың һул ҡанатында ҙур буталыш тыуҙырған. Нишләптер француздар, башҡорттар әсиргә төшкәндәрҙе бешереп ашай, тигән буш хәбәргә ышанған һәм улар күренеү менән тиҙерәк “табан ялтыратырға” әүәҫ булған. Күрәһең, берәүҙең дә “аҙыҡ” булғыһы килмәгәндер инде.
Урыҫ армияһы контрһөжүм әҙерләү осоронда Башҡортостандан барған атлы полктарҙы Наполеон ғәскәренең тылында хәрәкәт итеүсе  атлы отрядтар составына индергән. Сентябрь айында 1-се башҡорт полкы полковник И.Е. Ефремовтың армия партизандары отрядында булған, улар Серпухов, Коломна һәм Калуга юлдарында уңышлы хәрәкәт иткән. Рославль янындағы “бәләкәй һуғыш”та майор Темировтың 1-се типтәр полкы ҙур батырлыҡ күрһәткән, француздарҙың ҙур бер төркөмөн әсиргә алып, артабан һөжүмде дауам иткән. Уның командиры Темиров 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены, прапорщик Монасипов һәм зауряд-хорунжий Ибраһимов 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән наградланған. Генерал Чапмицтың ғәскәре сафында һуғышҡан 2-се башҡорт полкы 8 октябрҙә дошман генералы Конопканың отрядтарын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан.
Ырымбур казактары М.И. Кутузовтың ҡушыуы буйынса үҙенең ҡарамағында ҡалдырылып, штабты һәм баш командующийҙы һаҡлаған.
Башҡорт яугирҙары араһында француздарға ҡаршы алыштарҙа бер нисә ҡатын-ҡыҙ хәрби казактар кейемендә ирҙәр менән яуҙарҙа һәм төрлө хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан. Шуларҙың береһе Ҡаһым түрәнең ҡатыны Суфия булған.
Полк командиры полковник Ҡасим Мырҙашевты яугирҙар “Ҡаһым түрә”, “Ҡаһым ағай” тип яратып атап йөрөгәндәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тыуған яғына ҡайтып етә алмай. Башҡорт халыҡ йыры “Ҡаһым түрә” эстәлегенә иғтибар иткәндә, үҙе полк командиры булғыһы килгән урыҫ майоры, Мырҙашевтың ярҙамсыһы, Владимир губернаһын үткәндә уға ағыулы ҡымыҙ эсереп һәләк итә. Йырҙа былай тип әйтелә:
..Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем,
Владимир губерна башында.
Парижға ингән башҡорт яугирҙары ҡала урамдарында үҙҙәрен иркен һәм тәртипле тота. Урам буйҙарына хәрби палаткаларын ултыртып, шунда уҡ таштарҙан ҙур булмаған түңәрәк яһап сәй ҡайнатып, ит бешереп тамаҡ туйҙырғандар, урындағы халыҡты ла һыйлағандар. Тегеләр ҙә ваҡ-төйәктәрен алып килгән. Күптәр килеп ҡыҙыҡһынып ҡарап торған, алыш-биреш иткән, һуғышсыларҙың Сена йылғаһына барып ат эсергәндәрен, уларҙы яратып, тарап-йыуғандарын күҙәткән.
Ватан һуғышы геройҙары Денис Давыдов, Сергей Глинка, Андрей Раевский һәм тағы күп кенә урыҫ яугирҙары башҡорттарҙың батырлығына ғәжәпләнгән һәм маҡтау һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған.
Башҡорттар һәм казактарҙың атлы ғәскәрҙәре армияның ысын мәғәнәлә һуғышҡа һәләтле бер өлөшө булыуҙарын күрһәткән. М.И. Кутузов, Ырымбур хәрби губернаторы Г.С. Волконскийға яҙған хатында француздарҙың сигенеүен хәбәр итеп, былай ти: “Ғали йәнәптәре! Һеҙ сигенеүсе дошман артынан ниндәй ҙур ҡыуаныс һәм ләззәт менән алға ынтылған яугирҙарҙың, шул иҫәптән казактарҙың һәм башҡорт полктарының, уларҙы ниндәй ҡыйыулыҡ күрһәтеп ҡыйратыуҙарын күҙ алдына ла килтерә алмаҫ инегеҙ”.
Бөтә ошо ваҡиғалар халыҡ ижадында сағылыш тапҡан. Бигерәк тә диалогтарҙан торған йырҙар 1812 йылғы француз яуы ерлегендә тыуған. Бындай алым халыҡ массаларының героик образын тыуҙырыуҙа ҙур роль башҡара. Мәҫәлән, “Ерән ҡашҡа” йыры француз яуына китергә йыйынған егеттәрҙең һәм уларҙы оҙатырға тип сыҡҡан ҡыҙҙарҙың ҡара-ҡаршы әйтешеүенән ғибәрәт.
“Кутузов” йырында башҡорттар баш командующийҙары менән ғорурланғандарын белдерә:
Яу башлығы баһадир Кутузов
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,
Наполеондың илбаҫар яуҙарын
Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы.
Яу башлығы, ай, Кутузов
Батыр ир икән,
Һай, баһадир ир икән!
Ә “Икенсе әрме”лә яугирҙарҙы оҙатыу мәле тасуирлана:
Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ
Буҙ балалар, инде хушығыҙ,
Һай илкәйем, илкәйем,
Илкәйенең батыр иркәйе...
Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа “Любезники-любизар” исемле йыр киң тарала:
Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис.
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Ҡушымта.
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис.
1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәй халыҡтарының   туғандарса дуҫлығы нығынған.
Шулай итеп, башҡорт халҡында патриотизм тойғоһо әүәлдән үк көслө була. Тыуған илде яҡлау, ҡурсалау өсөн олатайҙарыбыҙ тәнен дә, йәнен дә йәлләмәгән. Шул арҡала ғына Рәсәй ғүмер баҡый үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ булып йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк, Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атасаҡ.

Б. Хәйретдинов,
тарих-тыуған яҡты өйрәнеүсе, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.