2 авг. 2012 г.

2012 йыл – Рәсәй тарихы йылы

Башҡорттар 1812 йылғы  Ватан һуғышында


Мәскәүҙең үҙендә урынлашҡан Наполеон һәм уның талантлы полководецтары Даву, Бертье, Ней, Мюрат, Удино, Ожеро бынан алдағы һуғыштарҙа сынығып, ябай халыҡ ҡатламынан сыҡҡан командирҙар була. Француз армияһы, урыҫтарҙыҡы кеүек үк, төрлө милләт кешеләренән торған: француздар, итальяндар, испандар, поляктар, австриялылар.

Бөтә Европаға хужа булырға ынтылған Наполеон ошоға тиклем еңеүле һуғыш кампаниялары алып барып, Мәскәүгә килеп етеп, уның эсенә инеп ғәжәпкә ҡала. Буш ҡалған һәм янып бөтә яҙған ҡала ашау һәм байығыу сығанағы булыуҙан туҡтай, эшһеҙ ҡалған армия эскелек һәм талау менән шөғөлләнеп, әхлаҡһыҙға һәм тыңлауһыҙға әүерелә. Мәскәүҙең тирә-яғын бөтмәҫ-төкәнмәҫ партизан отрядтары контролдә тота. Армия асыға башлай, ситкә аҙыҡ-түлек йыйырға тип ебәрелгән мобиль төркөмдәр көн дә юғала. Өҫтәүенә, француздар урыҫ армияһының эҙен бөтөнләйгә юғалта. Ошоноһо бигерәк тә хафа тыуҙыра.
Бындай шарттарҙа Наполеон 3 тапҡыр император Александр I-гә килешеү төҙөү тураһында тәҡдим яһай, ләкин ул хәрбиҙәрҙе тыңлап, бының менән ризалашмай, яуап та бирмәй. Мәскәү тирәһе халыҡтары менән сауҙа ойоштороп, алыш-биреш итеү планы ла килеп сыҡмай.
Урыҫ армияһы Мәскәүҙе ҡалдырғас, Рязань юлы буйлап сигенә, ә төндә Калуга трактына күсә һәм Мәскәүҙән 80 километрҙа көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан Тарутино ауылында туҡтай. Француздар урыҫтарҙы ҡайҙан табырға белмәй яфалана.
Кутузов Калуга, Тула, Брянск ҡалаларын дошмандан һаҡлай. Калуга – аҙыҡ-түлек, Тула – ҡорал заводтары, Брянск тимер иретеү заводтарына бай. Наполеон тылында 100 меңлек ғәскәр тороуын белеп, Петербургҡа  йүнәлеш алыуҙан баш тартырға мәжбүр була. Урыҫ армияһы тулылана, ял итә торған мәлдә халыҡ һуғышы тынмай. Партизандар, дружиналар, кордондар, крәҫтиән отрядтары, ополченецтәр үҙҙәре генә 420 мең кеше булып, көнө-төнө алыша. Д.Давыдов, А.Сеславин, А.Фигнер етәкселегендәге партизан төркөмдәре 9 ноябрҙә генерал Жан-Пьер Ожероның бригадаһын тулыһынса ҡулса эсенә алып, тар-мар итә башлай. Һөҙөмтәлә 2 мең һалдат, 60 офицер һәм 1 генерал әсиргә эләгә. Дөйөм алғанда  партизандар 30 меңдән ашыу дошман һалдатын юҡ итә.
Ауыл һайын тиерлек бөтмәҫ-төкәнмәҫ отрядтарҙа күпселеге һәнәк, көрәк, балта, багор менән ҡоралланған крәҫтиәндәр дошманға тын алырға ла ирек бирмәй. Бөтә юлдарҙы контролгә ала, ылауҙарға һөжүм итә, көстәрҙе юҡ итә. Меңдән ашыу кешене берләштергән һәм иң ҙур төркөм тип һаналған Герасим Куриндың отряды октябрь айында ғына француздар менән 7 тапҡыр алышҡа инә, Мәскәү губернаһындағы Богородск (хәҙерге Ногинск) ҡалаһын дошмандан таҙарта, француз маршалы Нейҙың маҡталған отрядтарын ҡырып һала.
Старостиха Василиса Кожина үҙ ауылының “мужик”тарынан һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан тиҙ хәрәкәтсән отряд төҙөп, оҙаҡ ваҡыт дошманға ҡаршы уңышлы көрәшә. 
1812 йылдың 7 октябрендә Наполеон Мәскәүҙе ташлап сыға һәм аҙыҡ-түлеккә бай яҡҡа – Калугаға ынтыла. Юлға сығыр алдынан француз императоры Кремлде тулыһынса шартлатырға әмер бирә, тик был эш килеп сыҡмай.
12 октябрҙә Малоярославец өсөн ҡан ҡойош башланып китә. Ҡала 8 тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. Унан тик көл-күмер, таш, кирбес, ағас өйөмдәре генә ҡала. Француздар үҙҙәре талап килгән Смоленск юлынан ҡасырға мәжбүр була. 10-15 меңлек ылау менән армия тиҙлекте арттыра алмай сигенә. Кутузов ҙур генераль һуғыштан баш тарта, сөнки ул фуражһыҙ, аҙыҡһыҙ, рухһыҙ ҡалған француздар үҙ-үҙҙәрен яйлап бөтөрөр, ә беҙгә үҙ һуғышсыларыбыҙҙы үлемдән алып ҡалыу фарыз, тип һанай. Шулай килеп сыға ла: һыуыҡтан, аслыҡтан хәле бөткән, ике яҡ флангынан да партизандар ҡыҫымы араһында ҡалған, арттан Кутузовтың регуляр армияһы һәм иррегуляр полктары менән алышырға дусар ителгән француздар көн һайын меңәрләп әсиргә эләгә, аҙаша, үлектәр һанын арттыра. Вязьма эргәһендәге һуғышта Платов, Милорадович партизандары дошмандың 7 мең кешеһен дөмөктөрә, ә Красный янындағы 3 көнлөк һуғышта (17-19 ноябрь) маршал Нейҙың корпусы ҡыйрала. Француздар һуғыш яланында 5 мең үлек һәм яралы һалдат, 116 орудие ҡалдыра, 25 меңе әсирлеккә төшә.
Тап ошо ваҡытта (14-17 ноябрь) Наполеон армияһы Березина йылғаһы аша Варшава герцогствоһы еренә сыға башлай. 50 меңдән 16,5 меңе быны эшләп өлгөрә, ҡалғаны бирелә.
Ә Наполеон армияһын ҡалдырып, йәшертен рәүештә Францияға ҡайта.
13 ноябрҙә, француздар Березина йылғаһына яҡынлашҡан ваҡытта уларҙы эҙәрләүселәр рәтендә 3-сө, 4-се, 5-се башҡорт полктары була.
11 ноябрҙә 15 полк (№6-20) Украина ерендә үлемесле һуғыш алып бара. Ә Ырымбур казактары М.И. Кутузовтың конвойы булып хеҙмәт итеүҙе артабан дауам итә.
Башҡорттарҙың батырҙарса һуғышыуы тураһында хәбәр тыуған ерҙәренә лә килеп тора. 1812 йылдың 31 ноябрендә Ырымбур генерал-губернаторы Волконскийгә яҙған хатында М.И. Кутузов башҡорттарҙың таҫыллығын, ҡурҡыу белмәҫ һуғышыуын, батырлығын тасуирлай:
«...Вы не можете представить, ваше сиятельство, радости и удовольствия, с каким все и каждый из русских воинов стремится за бегущим неприятелем и с какой храбростью наши воины, в том числе и казаки, и некоторые башкирские полки, поражают их. Вчерашнего числа вновь взяты 21 пушка и более 3000 рядовых французской гвардии с генералом и 60-ю офицерами. Войска неприятельские доведены в неимоверное состояние. Генералы их едят лошадей, солдаты же употребляют в пищу умирающих товарищей своих, что мы лично видели. При запечатывании письма еще привели 2000 человек пленных французов и 26 офицеров неприятельских”. (П.Е. Михайловский. “Оренбургский край в Отечественной войне 1812 года”, Оренбург, 1962, 150 с.).
Ни өсөн ошоға тиклем еңелеү белмәгән, Европала иң көслө армия тип һаналған француз ғәскәрҙәре еңелеүгә дусар ителә? Дошмандың ҡораллы көстәрендә бөтә Европа халыҡтарының тип әйтерлек вәкилдәре бар түгелме?
Күп кенә француз генералдары еңелеүҙең сәбәбен Рәсәйҙең һыуыҡ климатынан күрә. Тарих биттәренән күренеүенсә, Наполеон армияһы беҙҙә ҡышламаған, ноябрь уртаһында Польша еренә сигенә. Билдәле булыуынса, көҙҙөң икенсе айында көндәр йылы тора, ҡалын кейем дә кәрәкмәй.  Генерал Гурго октябрь буйы ҡояшлы һауа торошон билдәләй. Ә Березина йылғаһын аша сыҡҡанда унда әле боҙ булмауын ул һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Француз артиллерия генералы Жорж де Шамбре көн дә тиерлек термометр күрһәткестәрен теркәп барған:
15 октябрь. -40. Малоярославецты ҡалдырған мәл. 
23 октябрь. Еңелсә һыуыҡ. Вязьманы ҡалдырған ваҡыт.
24 октябрь. Ҡар яуа. Вязьма менән Дорогобуж араһы.
25 октябрь. Ҡар яуыуын дауам итә, ел сыҡты. Көндәр һыуыта.
28 октябрь. -120. Дорогобуж менән Смоленск араһы.
31 октябрь. -170. Смоленскиҙы ҡалдырып сыҡҡас.
1 ноябрь. -160. Смоленск-Красный араһы.
6 ноябрь. Көн йылына. Красный менән Орша араһындағы юлда.
12 ноябрь. Көндөң йылыныуы туҡтаны. Борисов эргәһе.
Артабан ул былай тип дауам итә: “Армияның тарҡалыуына һыуыҡ түгел, ә аслыҡ сәбәпсе. Һалдаттар ризыҡ етешмәүҙән, хәлдәре бөтөүҙән һәм сикһеҙ арыуҙан күпләп һәләк булды”.
Француз бригада генералы Генрих Жомини: “Ҡораллы көстәрҙең тарҡалыуына һыуыҡ сәбәпсе булды тип әйтеү алдашыу булыр”, – тип яҙа һәм артабан түбәндәгесә дауам итә:
“Ҡыш килерен, һыуыҡтар буласағын алдан уҡ белмәнекме ни? Белдек. Октябрь айында минус өстән минус һигеҙгә тиклем һалҡындар торҙо, 8 ноябрҙә көн йылына башланы һәм ошо сыуаҡ Березина йылғаһын аша сыҡҡанса торҙо”.
Еңелеү сәбәптәрен автор Кутузовтың оҫталығына, хәйләкәрлегенә бәйләй:
«Искусное занятие Кутузовым Тарутинской позиции, позволяющее спокойно наращивать силы в истечении шести недель и в тоже время прикрывать оружейные заводы Тулы, Калуги и Брянск от захвата неприятелем,
Истребление подвозов и фуражиров французов армейским, партизанскими отрядами и народным ополчением ежедневно, ежечасно и еженощно,
Храбрость, труды и усилия российских войск при Малоярославце и позже, позволившее прикрыть хлебороднейшие губернии Российской империи,
Всеохватная разведка, результаты которой тут же докладывались главнокомандующему, и действия противника встречали немедленное противодействие русских войск,
Фланговый марш армии от Тарутина до Березины, прикрывший все жизненные и боевые подвозы из глубин России,
Полководческий дар и хитрость главнокомандующего армиями М.И. Кутузова. Свое искусство управлять армиями он ярко доказал, почти в один день соединив у Борисова на Березине три армии, пришедших: одна – из-под Москвы, другая – из Финляндии и от Пскова, третья – из Молдавии и Волыни». (С.Г. Асфатуллин. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. Уфа – 2000, с.112-113).
Аҡыллы генерал-фельдмаршал. Бында өҫтәп әйтерлек һүҙ юҡ.
Бөтә 28 башҡорт полкын күҙаллау һәм маршруттарын, яҙмыштарын билдәләү – ифрат ҡыйын эш. Шулай ҙа А.Н. Усмановтың “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы”(Өфө, 1964 й.) тигән документаль монографияһы аша күп “ҡара таптар” билдәле булды. 1-се типтәр һәм биш (№1-5) башҡорт полкы һуғыш башланған көндән үк алыша башлай. Октябрҙә тағы 15 полк һуғышҡа инә. Шул иҫәптә Шайдаров етәкселегендәге 6-сы полк Новгород губернаһына ебәрелеп, 30 октябрҙә Балахнаға етеп ялға туҡтай.
7-се полк 12 октябрҙә Ырымбур губернаһы Воздвиженск нығытмаһынан (ҡәлғәһенән) сығып Түбәнге Новгородҡа  йүнәлә.
8-се полк (капитан Плещевцев) 6 октябрҙә, 9-сы (к-н Попов), 10-сы (к-н Масцепавлов) 10 октябрҙә юлға сығып, Полтава губернаһына юл тота. Шулай итеп, 6-20 һанлы полктар тулыһынса төҙөлөп бөтөп, тәғәйен урынға юлға сыға.
Башҡорт яугирҙары Рәсәй ерен азат итеүҙә әүҙем ҡатнашып, батырҙарса һуғышып еңеүҙе яҡынайта.

Б. Хәйретдинов, крайҙы өйрәнеүсе,
Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты.
(Дауамы бар).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.