5 авг. 2012 г.

2012 ЙЫЛ – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

    БАШҠОРТТАР 1812 йылғы Ватан һуғышында

   
    (4-се бүлек. 1-се бүлек, 2-се бүлек 3-сө бүлек).
    Генерал-фельдмаршал М.И. Кутузов Рәсәйҙе азат иткәс еткән, сит ерҙәр өсөн урыҫ һалдаты ғүмерен бирергә тейеш түгел, тип иҫәпләй. Ләкин Александр I француздарҙы тулыһынса тар-мар итергә һәм Европаны ҡотҡарырға кәрәк, тип ҡораллы көстәргә Неман йылғаһын һуғышып аша сығырға әмер бирә.

    1813 йылдың ғинуарында урыҫ ғәскәрҙәре Неман аша сығып Варшаваға барып инә. Был ваҡытта мишәр, Ырымбур казактары һәм башҡорт полктары кавалерия генералы Бенигсендың армияһы составында һанала башлай. Генерал Дохтуров корпусында 13-сө башҡорт һәм 2-се мишәр полкы, г-л Толстойҙыҡында – 5-се Урал, 12-се башҡорт полктары, г-л Бурдаковта иһә – 8-се башҡорт, 4-се Урал казачий полк хәрәкәт итә.
    Полк муллаһы Яҡшығол Зыянсурин өйгә яҙған хатында: “Беҙгә француздарҙы Парижға тиклем ҡыуырға ҡуштылар”, – тип яҙа.
    Башҡорт хәрби частары Польша, Германия ерҙәрендә хәрәкәт итеп, Данциг, Лейпциг, Дрезден, Магдебург, Веймар, Гамбург ҡалаларын азат итешеп Парижға инә.
    Бигерәк тә Данциг өсөн һуғыш бик ҡыҙыу була. 1807 йылда француздар тарафынан баҫып алынған ҡала көслө нығытма-ҡәлғәгә әйләндерелә, уны Бонапарттың 40 мең һалдаты һаҡлай. Бында регуляр көстәр менән берлектә Петербург, Новгород, Тула, Калуга, Ярославль ополчение полктары һәм 8 башҡорт, бер типтәр, бер ҡалмыҡ, Ырымбур казактары полкы ебәрелә – һәммәһе 35 мең яугир була. Улар бер нисә ай буйына Данциг өсөн үлемесле көрәш алып барып, еңеүгә өлгәшә. “Халыҡтар һуғышы” тип аталған Лейпциг мәхшәрендә ике яҡтан яртышар миллион яусы ҡатнаша һәм был көрәш француз армияһының еңелеүе менән тамамлана. Унда 1-се, 4-се, 5-се, 9-сы, 14-се полктар ҡатнашып, үҙҙәрен яҡшы күрһәтә. Хәрби яҙыусы, генерал Жан-Батист Антуан Марселин де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә “төньяҡ амурҙары”ның батырлыҡтарына ғәжәпкә ҡалып: “Улар үҙҙәрен йәлләмәй һуғыштың иң буталыш урынына уҡтай ташланды”, – тип яҙа.
    Лейпцигтан һуң дошман армияһы ҡалдыҡтары Рейн йылғаһы аръяғына сигенә. Еңелеүенә ҡарамаҫтан, Франция императоры яңы армия йыйырға уйлай, ләкин был килеп сыҡмай. Союзниктарҙың ғәскәре маҡсатлы рәүештә Парижға яҡынлай.
    Ошо һуғыштарҙа ҡатнашыусы урыҫ генералы Андрей Раевский үҙенең иҫтәлектәрендә былай ти: “Сигенгән ваҡытта Наполеон немецтар араһында башҡорттар – варварҙар (ҡырағай) дошманын бешереп ашай, бигерәк тә балаларҙы ярата, тигән хәбәр тарата. Лейпциг халҡы “кеше ашаусылар” урынына таҙа һәм матур милли кейемле башҡорт казактарын күреп, улар менән аралашып, бөтөнләй икенсе фекергә килә” (А.Раевский. Воспоминания о походах 1813-1814 гг. II. М. 1812, с.36).
    Башҡорттар Германияла 1814 йылда билдәле шағир һәм ғалим Иоганн Вольфганг фон Гете менән осраша һәм уға уҡ-һаҙаҡ, ян бүләк итә. Бер нисә йылдан һуң Гёте дуҫы И.П. Эккерманға ошо ҡоралды күрһәтә һәм уны миңә бер башҡорт отрядының башлығы бүләк итте, тип маҡтана (И.П. Эккерман. Разговоры с Гете. Академия, 1934, 677-678 с.).
    1814 йылдың мартында Париж капитуляция иғлан итә. Урыҫ императоры Александр I ҡалаға тантаналы рәүештә аҡ атҡа атланып инә. Наполеон Бонапарт престолдан баш тарта һәм Урта диңгеҙҙәге Эльба утрауына һөргөнгә ебәрелә.
    Тәртип буйынса һәр яугир ике ат тоторға тейеш була. Береһенә үҙе менһә, икенсеһе арҡаһына бәйләп йөк тейәргә тәғәйенләнгән (вьючная лошадь). Унда – һыуыҡтарҙа, байрамдар өсөн кейем-һалым, итек, ҡата, аҙыҡ: ҡорот, май, икмәк, ҡымыҙ, айран, буҙа һ.б., атҡа амуниция, кәрәкмәгәндә поход хәлендә һөңгө, запас һөңгө, уҡтар, уҡ башаҡтары, сүкеш, ҡыҫҡыс  һәм шулай уҡ ҡырынғыс алып йөрөтөлгән.
    Полк түбәндәгесә ойошторолған: 500 рядовой, 5 есаул (капитан чинында), 5 сотник, 5 хорунжий, 10 урядник (50 башы – пятидесятник), писарь, квартирмейстр, полк муллаһы, полк командиры һәм штаб офицерҙары – бөтәһе 530 кеше. Был вазифаларҙа һәм чиндарҙа тик башҡорттар булған. Тимәк, 1060 ат фуражда торған.
    Походҡа сығыр алдынан атты ныҡлап ашатҡандар, йыуғандар, ялын тарағандар. Ялтырауыҡтар менән сигәләнгән йүгән, матур һырлы эйәр әҙерләнгән. Шулай ҙа башҡорттар европалыларға эйәреп ялын да, ҡойроғон да ҡыҫҡартып ҡырҡмағандар. Хужаһы үлеп ҡалһа, атты һатҡандар, полк эсендәге яугирҙарға өҫтөнлөк бирелгән. Алыусы булмаһа, туҡтаған ерҙә һатҡандар, ә аҡсаһы полкта һаҡланып, һуңынан мәрхүмдең ғаиләһенә ҡайтарылған. Быны башҡорттар еренә еткереп башҡарған. Аҡса урыҫ офицерҙары ҡулына эләкһә, ҡайҙалыр осҡан, юғалған.  
    1814 йылдың мартында Парижды союздаштар яулағандан һуң, Наполеон Эльбаға ебәрелгәс, Вена ҡалаһында Бөтә Европа дәүләте вәкилдәре (216 кеше) йыйыла, Пруссия, Австрия, Англия, Рәсәй ҡатнаша. Беҙҙән Александр I үҙе була. Көн тәртибендә – яңынан дәүләт сиктәрен ҡарап сығыу.
    Был мәлдә Наполеон Эльба утрауынан ҡасып килеп, элекке хәрбиҙәре ярҙамында Парижды баҫып ала. Вена конгресы быны ишетеп, уны закондан тыш власҡа килгән  император, тип иғлан итә. Ҡарарҙың 2-се пункты кисекмәҫтән Наполеонға ҡаршы һуғыш асырға, союздаштарҙың ҡораллы көстәрен Францияға ҡарай ебәрергә, тигән һүҙҙәрҙән тора.
    1815 йылдың 18 июнендә Ватерлоо эргәһендә союзниктар менән Бонапарт араһында һуңғы алыш була. Француздар еңелә, Наполеон тотола, әсиргә алынып, көслө һаҡ аҫтында исемһеҙ алыҫ утрауға оҙатыла. Ул 1821 йылда үлә.
    Ә башҡорттар яратҡан баш командующий Михаил Илларионович Кутузов 1813 йылдың апрелендә вафат була. Уны Петербургҡа алып ҡайтып Ҡазан соборы янында ерләйҙәр. Кутузовтың үлеменә ныҡ ҡайғырған башҡорттар “Кутузов” тигән йыр сығара.
    Б. ХӘЙРЕТДИНОВ,
    крайҙы өйрәнеүсе, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.