25 июл. 2012 г.

2012 ЙЫЛ – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

     Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында

     Башҡорттар француздарға ҡаршы көрәшеп арыу уҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Улар 1805-1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1805 йылдың декабрендә көнбайыш сик буйына, урыҫ армияһын нығытыу маҡсатында, 7000 башҡорт, 600 ҡалмыҡ, 1000 Ырымбур һәм Силәбе казактары ебәрелгән. Офицер Роберт Вильсон әйтеүенсә, Пруссия һәм Польша ерендә барған бәрелештәрҙә 1500 башҡорт ҡатнаша. Улар тәғәйен урынға килеп етеү менән ял да итмәйенсә Аллер йылғаһын сығып, үҙҙәренең “тауышһыҙ ҡоралы” менән атып, шәп аттарҙа йәһәт кенә француздарҙы ҡамап, уларҙың бер эскадронын тар-мар итә. Атаканы кире ҡаҡҡан ваҡытта: “Башҡорт атлылары дошманды үҙҙәренә ныҡ яҡын ебәреп, команда буйынса уҡ менән ҡаршы залп яһай, ә икенсе резерв өлөшө ике яҡтан уратып сабып, флангыларҙы ҡыра башлай һәм ҡасҡан француз кавалерияһын пехоталары урынлашҡан ергә тиклем тын алдырмай ҡыуалай”. (А.И. Михайловский-Данилевский. Описание второй войны имп. Александра с Наполеоном в 1806-1807 гг. Спб. 1846. с.343-344).
     Кавалерия генералы М.И. Платов етәкселеге аҫтындағы башҡорт полктары Веллау ҡалаһы эргәһендә һөжүм итеүсе француздарҙың юлын быуып тора. Наполеон ғәскәренең авангарды, һан яғынан күпкә өҫтөн булған кавалерия, башҡорттарҙың ҡаты ҡаршы тороуын еңә алмай күп юғалтыуҙар менән кире сигенергә мәжбүр була.
     Баш командующийға яҙған рапортында генерал М.И. Платов башҡорт атлыларының батырлығын билдәләй һәм поручик Буранғол Ҡыуатов, сотник (йөҙ башы) Ҡарагүҙ Ҡәҙерғолов, Айсыуаҡ Үҙәнбаев, прапорщик Ҡаһарман Буранғоловты айырып, улар батырҙарса һуғыша тип яҙа. (П.Чуйкевич. Подвиги казаков в Пруссии. СПб. 1810, с.102-103).
     Тильзит килешеүенән һуң бөтә башҡорт полктары тыуған яҡтарына тулыһынса ҡайтарыла (1807 йыл).
     1811 йыл башында Францияның Рәсәйгә ҡаршы һуғыш асыу ихтималлығы беленә. Апрелдә хөкүмәт тарафынан Ырымбур генерал-губернаторы Г.С. Волконскийға ике башҡорт, бер ҡалмыҡ полкы ойоштороу тураһында указ ебәрелә. Бына уның бер өлөшө:
     «1811 г. апреля 7 – Указ генералу от кавалерии князю Волконскому о сформировании двух башкирских полков. 
     Для усиления армии нашей легкими иррегулярными (непостоянными) войсками и чтобы приобучить на будущее время к службе калмык и башкир, обитающих в краю, управлению вашему порученному, признали мы за нужное нарядить три полка, один из ставропольских калмыков и два из башкир, для чего повелеваем вам;

     Полк из Ставрополья составить из 560 человек рядовых при атамане их и надлежающем числе офицеров и урядников. Башкирские же 2 полка, назвав по нумерам, должны быть каждый из 500 человек...»
     Ошондай указды алыу менән хәрби губернатор Волконский  кантон башлыҡтарына күрһәтмә ебәрә. Мәҫәлән, май айында 6-сы башҡорт кантоны (хәҙерге Баймаҡ районы инә) 1000 кешенән торған резерв команда төҙөй. Уның башына халыҡҡа “Буранбай” йыры аша киң билдәле булған йырсы, ҡурайсы, дистанция начальнигы Буранбай Ҡотдосов тәғәйенләнә. 2-се башҡорт полкына командир итеп дистанция начальнигы Юлбарыҫ Бикбулатов ҡуйыла.
     1811 йылдың июнендә 1-се башҡорт полкы Симбирск ҡаласығына килеп етә һәм Серпуховҡа йүнәлеш ала. Курск губернаһында ҡышлағандан һуң, 1, 2-се полктар Луцкигә ебәрелә, унда инфантерия генералы П.И. Багратион уларға смотр ойоштора һәм ҡәнәғәт ҡала. 1812 йылдың март айында был хәрби частар хеҙмәткә ебәрелә.
     Ватан һуғышы башланыуға сик буйында 1-се һәм 2-се башҡорт, 1-се типтәр, 1-се, 2-се Урал казактары, 1-се, 2-се Ырымбур казактары полктары урынлашҡан була. Улар беренсе көслө штурмға ҡаршы тора.
     Ватан һуғышы башланып китеү менән Бөтә Рәсәй императоры Александр I-нең “илде дошмандан һаҡлауға күтәрелегеҙ” тигән манифесы, бер ыңғайҙан генерал-губернаторҙың мөрәжәғәте һәр мәсеттә, һәр ауылда уҡыла.
     Башҡорт егеттәренең күпселеге һуғышҡа барып ил һаҡлауға үҙ теләктәрен белдерә. Өҫтәмә рәүештә, башҡорттарҙың үҙ теләктәре буйынса, тағы 3-сө, 4-се, 5-се полктар төҙөлә.
     Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: Рәсәйҙе һаҡлауға башҡорттар ғына түгел, ә украиндар, белорустар, татарҙар, ҡалмыҡтар һәм башҡа урыҫ булмаған халыҡтар үҙ өлөшөн индерә.
     Бынан алдараҡ, 1807 йылда башҡорттар менән бергәләп француздарға ҡаршы алышҡан, хәҙерге ваҡытта Ырымбур казак ғәскәре наказлы атаманы чинында хеҙмәт иткән генерал-майор А.А. Углецкий Рәсәй империяһының хәрби министрлығына тик башҡорт һәм мишәрҙәрҙән торған утыҙға тиклем полк ойошторорға кәрәк тигән тәҡдим-рапорт ебәрә. Министр һәм император был идеяны күтәреп ала.
     Сик буйында урынлашҡан ике башҡорт һәм бер типтәр полкы тап француздар һөжүм иткән Неман ярында урынлашҡан була.
     11-енән 12-һенә ҡараған июнь төнөндә өс күпер аша Неман йылғаһын сығып Наполеондың ғәскәре һуғыш башлай һәм алға ынтыла. Урыҫ армияһына сигенеүҙән башҡа сара ҡалмай. Бәрелештәр сәғәт, көн һайын ҡабатлана. Ҙур яуҙарҙың береһе Вильно ҡалаһы эргәһендә була: урыҫтар дошманды иртәнге 8-ҙән киске 9-ға тиклем тотҡарлай.
     Платов корпусына ингән 1-се атлы башҡорт полкына Багратион армияһын ҡаплау бурысы йөкмәтелә. Атамандың казактары Гродно ҡалаһы эргәһендә дошманға ҡаршы сая алышып, армияның төп көстәрен юғалтыуһыҙ күсерергә мөмкинлек бирә. Ошо һуғышта башҡорттар Буранбай Сыуашбаев, Үзбәк Аҡмырҙин, есаул Ихсан Әбүбәкиров, хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин батырлыҡ күрһәтә. Рядовой Ү.Аҡмырҙинға урядник чины бирелә, ҡалғандары Платовтың рапортында маҡтау менән телгә алына.
     Гродно өлкәһендәге Мир исемле ҡасаба янында алдыҡ юл менән «тоҡ» эсенә алып, өс яҡтан һөжүм итеп, француз генералы Турноның бөтә бригадаһы ҡырып һалына. Был иһә Ватан һуғышындағы тәүге арьергард алышы була. Һөңгө менән ҡоралланған башҡорттар ҡул һуғышында дошман араһына инеп бик оҫта алыша, тегеләр йә ата, йә ҡыҫҡа штыктарын эшкә ҡуша алмай күпләп һәләк була.
     2 июлдә атаман Платов идара иткән казактар, башҡорттар һәм ҡалмыҡтар дошмандың 7 кавалерия полкына ҡаршы тороп, бер нисә ҡаты һуғыштан һуң кире сигендерә. Ошо арҡала 2-се урыҫ армияһы ҡамалыуҙан ҡотола һәм ҡабаланмайынса сигенеүен дауам итә.
     Платов корпусының күп милләтле булыуын һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк. Бында Урал һәм Дон казактары, башҡорттар, ҡалмыҡтар, татарҙар, мишәрҙәр ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә эскерһеҙ ярҙам итеп һуғыша. Әйткәндәй, башҡорттар араһында яуҙан ҡотолоу маҡсатында үҙ-үҙен яралау, ҡасып ҡалыу осраҡтары бөтөнләй теркәлмәгән. (П.Е. Матвиевский. Оренбургский край в Отечественной войне 1812 года., Оренбург, 1962, 112 с.) Ә урыҫ һалдаттары араһында бындай осраҡтар һирәкләп булһа ла осраған.
     Ырымбур крайы һәммәһе 45 полк ойоштороуға өлгәшә. Өфө пехота полкы булдырыла. Һәр хәрби частың үҙ байрағы була. Әйткәндәй, уларҙың береһе Башҡортостан милли музейында һаҡланыуҙа тора. Барлығы 28 башҡорт полкы ойошторола.
     1812 йыл Башҡортостанда (Ырымбур крайында) уңдырышһыҙ килә. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ кейемләтә, аҡсалата ярҙам итә. 15 авгусҡа башҡорттар, типтәрҙәр, мишәрҙәр армияға ярҙам йөҙөнән 500 мең һум аҡса йыйып бирә. Һәр ауылда иң яҡшы аттар һәм амуниция ныҡлап әҙерләнә, 4139 баш йылҡы (йүгән, эйәре менән) һуғышҡа оҙатыла. Тимерлектәрҙә ҡорал әҙерләү алмаш ысул менән көнө-төнө башҡарыла.
     Майор Курбатов етәкселегендәге 2-се башҡорт полкы Брест-Литовск эргәһендәге Кобрино ҡалаһында дошманға ҡаршы ҡаты тора. Һөҙөмтәлә, өс көн барған һуғыштарҙан һуң шул асыҡлана: полк тарафынан 2 мең француз үлтерелә, 2382 һалдат, 76 офицер һәм 2 генерал әсиргә алына. Дошмандың Ренье корпусы артабан һуғышты уңышлы дауам итеүгә һәләтһеҙ булып ҡала. Хәрби оҫталыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн Бәләбәй өйәҙенән Әйүп Ҡәйепов, Стәрлетамаҡ өйәҙенән полк старшинаһы Аралбай Аҡсулпанов “Изге Анна” ордендары менән наградлана. Миҫал өсөн 3-сө көнбайыш урыҫ армияһы командующийы, кавалерия генералы граф Александр Петрович Тормасовтың приказын ҡағыҙға күсерәм:
     «1812 год, июля, 18. – о награждении пятисотенного старшины 2-го башкирского полка Аксулпанова А. орденом Св.Анны 3-й степени.
     Господин пятисотенный старшина Аксулпанов!
     Именем е.и.в. и властию высочайшее мне вверенную, справедливом уважении к отличной храбрости вашей в сражении 15 июля при городе Кобрине оказанной, по личному моему в том удостоверению перепровождаю у сего для возложения на вас орден Св.Анны 3-го класса.
     Подлинное подписал генерал от кавалерии Тормасов.
     Июля 18 дня 1812 года при г.Кобрине 2-го Башкирского полка».
     Шуныһы ҡыҙыҡ – 3-сө дәрәжәле “Изге Анна” дәүләт ордены күкрәккә түгел, ә награда знагы рәүешендә ҡылыс эфесына тағылған. Бындай ҡоралды “Анненское оружие (сабля)” тип атағандар һәм уны ғүмер буйы тағып йөрөргә рөхсәт булған. 1-се, 2-се дәрәжәләре күкрәктә йөрөтөлгән.
     1-се, 2-се Ырымбур, 1-се, 2-се, 3-сө Урал казактары полктары Дунай армияһы составында һуғышҡан. Уның менән адмирал П.В. Чичагов етәкселек иткән.
     22 июлдә һуғыша-һуғыша сигенә барып, ике урыҫ армияһы Смоленск янында бергә ҡушыла. Был хәрби частарҙы айырым тар-мар итеү планын Наполеон тормошҡа ашыра алмай.
     Француз императоры Смоленск эргәһендә генераль алыш ойоштороп, урыҫ ҡораллы көстәрен тар-мар итергә уйлай. Был план буйынса дошман Смоленскиҙы урап үтеп, урыҫ армияһының тылына сығырға һәм сигенеү юлын быуырға тейеш була. Ләкин уларға ҡаршы Дон казактары һәм 1-се башҡорт полкы сығып, дошмандың штурмын тотҡарлай, тылға сығырға ирек бирмәй.
     Смоленск янында килеп сыҡмағас, Наполеон генераль алышты Бородино эргәһендә атҡарырға була.
     Бородино һуғышы 26 августа иртә менән артиллерия батареялары канонадаһы аҫтында башланып китә. Француздар бөтә фронт һыҙығы буйынса штурмға дәррәү күтәрелә. Бөтә ерҙе ҡара һөрөм, ҡан еҫе, ут ялҡыны ҡаплап ала. Урыҫ армияһы торған еренән ҡымшанмайынса ҡаршы тора. Көтмәгәндә Раевскийҙың 130 орудиелы батареяһын француздар баҫып ала. Быны ишеткән генерал Ермолов Өфө полкының бер батальонын алып, артиллеристарҙы ҡотҡарыу өсөн штурмға ташлана, француздар сигенә. Батарея кире ҡайтарыла.
     Кутузовтың приказын үтәп, Платовтың 9 казак полкы (5 мең һуғышсы) ҡаршы яҡтың тылына йырып инеп ҙур ғауға ҡуптара. Дельзон һәм Орнандо дивизиялары итальян батареялары ышығына сигенергә мәжбүр була.
     Бородино һуғышы иң ҡан ҡойғос алыштарҙың береһе була. Бер көн (26 август) эсендә Наполеондың 60%  армияһы “ергә ята”, 50 мең француз үлә, бик күптәре яралана. Урыҫ армияһы 58 мең кешеһен юғалта, ул яҡынса бөтә көстөң 50%-тын тәшкил итә. Наполеон да, Кутузов та был һуғышта үҙҙәрен еңеүсе тип һанай.
     Был көндө француз императоры тик Бородино ауылын ғына алыуға өлгәшә. Ул икенсе көнө лә һуғышты дауам итергә планлаштыра. Тик Михаил Илларионович кисен, донесениеларҙы тыңлап бөткәс, армияны һаҡлап ҡалыу маҡсатында сигенергә бойора. Бородино һуғышы һөҙөмтәһендә Наполеон ҡаршы яҡ армияһын тар-мар итеүгә өлгәшә алмай, ә Кутузов Мәскәүҙе һаҡлап, яҡлап ҡала алмай. Шулай ҙа француз армияһының рухы күпкә төшә, еңеүгә булған өмөтө юғала, 120 саҡрымда торған Мәскәүҙе алыу уларҙың күңелен йылытмай. Дошман рухи тарҡаулыҡта, урыҫтар сигенгән өсөн генә, алға барыуын дауам итә.
     Фили тигән ерҙә Кутузов хәрби совет ойоштора. Мәскәүҙе ҡалдырып артабан сигенеүгә хәрби советта ҡатнашҡан күп генералдар ҡаршы була. Шулай ҙа  бындай ҡарар ҡабул ителә. Кутузов: «Мәскәүҙе ҡалдырыу – Рәсәйҙе юғалтыу түгел әле, ә бына армиябыҙҙы түшәп һалһаҡ – Рәсәй булмаясаҡ», – тип еткерә.
     1 сентябрҙә үткәрелгән хәрби советтың ҡарарын ишеткән ҡала кешеләре шул уҡ көндө күпләп армия менән ҡуша сыға башлай. 275547 кешенән 6 меңгә яҡыны ғына ҡала.
     Иртәгеһен Мәскәү ситенә килеп еткән Наполеон “Поклонная гора” исемле тауҙың башына менеп икмәк-тоҙ менән ҡаланың символик асҡысын тапшырыр тип депутация көтә. Ләкин бер кем дә килмәй һәм Бонапарт ҡалаға инергә бойороҡ бирә.
     Мәскәү француздарҙы көтөлмәгән тынлыҡ менән ҡаршы ала. Урыҫ армияһы бар ризыҡты алып киткән, фураж да юҡ. Бөтә келәт, складтар шартлатылған, магазиндар буш, боеприпастар Мәскәү генерал-губернаторы Ростопчиндың ҡарарына ярашлы тулыһынса алып кителгән.
     Наполеондың кавалерияһы Мәскәү урамдары буйлап үтә башлаған мәлдә ҡаланың күп нөктәләрендә янғын сыға. Ул 12 көн туҡтамай ағас өйлө ҡаланың 75 %-ын күмергә әйләндерә.
     Шулай итеп Ҡыҙыл майҙан (Красная площадь), Арбат, Замоскворечье, Гостиный двор һәм башҡа райондар бер юлы ут эсендә ҡала. Ҡалала тын алыуы ауырлаша. Мәскәүҙә тамаҡ туйҙырырға уйлап килгән француздар ризыҡ таба алмай асыға башлай. Кремлдең янмаған өлөшөндә урынлашҡан Наполеон аптырауға ҡала: артабан ни эшләргә?
     Б. ХӘЙРЕТДИНОВ,
     крайҙы өйрәнеүсе, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты.
     (Дауамы бар).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.