29 дек. 2011 г.

Ушанов Т.С.


74 йәшендә ҡапыл ғына район матбуғаты ветераны Тәфтизан Сабирйән улы Ушанов вафат булып ҡалды.
Т.С. Ушанов 1937 йылдың 19 декабрендә Әбйәлил районы Хәлил ауыл советы Шаҙығай ауылында донъяға килә. 1947 йылда Ушановтар ғаиләһе Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылына күсеп килә. Бындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Тәфтизан Сабирйән улы Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1956 йылда уны уңышлы тамамлай.
Т.С. Ушанов уҡыу йылдарында уҡ шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Шуға күрә райком йәш, әүҙем белгесте район гәзитенә эшкә йүнәлтә. Бында ул тәржемәсе, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип булып эшләй.
2000 йылда районда башҡорт телендә үҙаллы “Һаҡмар” гәзите баҫыла башлай. Т.С. Ушановты яңы гәзиткә мөхәррир урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Тәфтизан Сабирйән улы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшкә ҙур яуаплылыҡ һәм теләк менән тотона, янып-дәртләнеп эшләй. Ул гәзит уҡыусыларҙы фәһемле мәҡәләләре менән генә ҡыуандырып ҡалмай, ә йәш журналистарҙың остазына әүерелә, гәзиттең ижади коллективын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар тырышлығын һала. Тәфтизан Ушанов гәзит эшенә 47 йыл ғүмерен биреп, хаҡлы ялға 2003 йылда ғына сыға.
Журналистың оҙайлы, фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Уға республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә, Сәғит Мифтахов һәм Батыр Вәлид премияларын яулай, матбуғат, партия, профсоюз ойошмаһының күп һанлы Почет грамоталарына лайыҡ була.
Т.С. Ушанов төп эше менән бергә йәмәғәт эштәрен бик уңышлы алып бара. Ул оҙайлы йылдар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең райком профсоюзы менән етәкселек итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тынғыһыҙ журналист йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй. Ул Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияны тапшырыу комиссияһының, “Атайсал” клубының ағзаһы була. Тәфтизан Ушанов һуңғы көндәренә тиклем ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй – хәтирәләр ебен һүтә, райондың арҙаҡлы шәхестәре тураһында матур йөкмәткеле мәҡәләләр яҙа.
Т.С. Ушанов һәр саҡ күтәренке кәйефле, редакция коллективының йәне һәм йәме булыуы менән айырылып торҙо. Ул һәр кемгә аҡыллы кәңәштәрен биреп, терәк-таяныс булды. Тәфтизан Сабирйән улы яҡшы атай, хәстәрлекле ғаилә башлығы ла ине. Тормош юлдашы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлшат Ғилман ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар барыһы ла юғары белем алып, тыуған яғыбыҙҙың лайыҡлы кешеләре булыуы менән айырылып тора.
Яҡшы кеше, талантлы журналист һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Тәфтизан Сабирйән улы Ушанов тураһындағы яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Ситдыҡов И.Х., Сәйғәфәрова Д.Ю., Ишбулатов Р.З., Зәйнуллин И.Ә., Әбүбәкиров Р.Р., Замотаев К.П., Иҫәнбаев Р.Ф., Сирғәлин Р.И., Бикҡолов Т.Ш., Баймурзин Ғ.С., Йәндәүләтов И.М.    

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.