29 дек. 2011 г.

Йылды барлап

Район яңы үҫеш юлына баҫты
Төбәктә социаль-иҡтисади өлкә күтәрелеш осорон кисерә
 

Тәүге аҙымдар өмөтлө
Билдәле булыуынса, ошо йылдың 25 февралендә район Советының икенсе саҡырылышының сираттан тыш XXVIII ултырышында район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу И.Х. Ситдыҡовҡа йөкмәтелгәйне. Шул кәңәшмәлә сығыш яһап, ул саҡтағы БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары А.Ф. Илембәтов яңы етәксе тураһында ошондай фекер әйткәйне: “Илшат Хәмит улы – төбәктә генә түгел, ә республика кимәлендә лә абруй ҡаҙанған алдынғы ҡарашлы етәксе. Уның был сифаттарын республика  Президенты Р.З. Хәмитов та юғары баһалай. Илшат Хәмит улы районды яңы кимәлгә күтәреү өсөн барыһын да эшләр, тип ышанабыҙ”. Ә 29 мартта иһә  муниципаль район Советының икенсе саҡырылышының XXIX ултырышында И.Х. Ситдыҡов  бер тауыштан район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Һис шикһеҙ, бай тәжрибәле, быға ҡәҙәр хакимиәт башлығы булып эшләгәндә райондың социаль-иҡтисади тормошон үҫтереүгә күп көс һалған Илшат Хәмит улына Башҡортостан етәкселеге генә түгел, ә район халҡы ла ҙур өмөт бағлағайны. Яңы етәксенең үҙ вазифаһын үтәй башлауына теүәл 10 ай ғына ваҡыт үтһә лә, бөгөн ниндәйҙер һығымталар яһарға, өлгәшелгәндәрҙе барларға һәм ҡайһылыр кимәлдә хакимиәт командаһының эшмәкәрлегенә баһа бирергә мөмкин.
Әйтергә кәрәк, республиканың төп белгес-эксперттары, аналитиктары фекеренә ҡарағанда, район үҙенең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса һуңғы тиҫтә йылда күп позицияларҙы юғалтып, иң ҡеүәтле төбәктәр исемлегенән төшөп ҡалды һәм иң артта һөйрәлеүселәр рәтенә баҫты. Проблемалар халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарына ҡағылып, улар кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә ине. Яңы башлыҡ иңенә төбәкте бына ошо һаҙлыҡтан сығарыу, районды яңы үҫеш юлына баҫтырыу, халыҡ күңелендә иртәнге көнгә өмөт уятыу кеүек үтә актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы ятты. Ә улар, әйтеп үтелгәнсә, хаттин ашҡан. Районда һәм ҡалала газ үткәреү кимәле түбән, юлдар торошо ҡот осҡос хәлдә, халыҡ эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә, ауыл хужалығы көрсөккә терәлгән, кадрҙар сәйәсәте аҡһай, күп төҙөлөштәр туҡтап ҡалған, яңы проекттар тормошҡа ашырылмай – бына шундай шарттарҙа эш башларға тура килде яңы башлыҡҡа.
Етәкселек дилбегәһен ҡулына алғандың тәүге көндәренән үк И.Х. Ситдыҡовҡа райондың эре ауыл хужалығы предприятиелары – “Йылайыр”, “Уңыш”, “Төйәләҫ” хужалыҡтарын “СИТНО” компанияһы ҡарамағына тапшырыуҙан һаҡлап ҡалыу буйынса  иҫ киткес мөһим, шул уҡ ваҡытта сәйәси мәсьәләне йырып сығырға тура килде. Сөнки атап үтелгән хужалыҡтарҙы һәм уларҙың иң уңдырышлы ерҙәрен ситтәргә оҙайлы ваҡытҡа арендаға биреүҙең  ни дәрәжәлә хәүефле икәнен тарихтан беләбеҙ һәм быны халыҡ, айырыуса беҙҙең райондың аҫаба башҡорто, бер ҡасан да ғәфү итмәҫ ине. Әйткәндәй, был мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙә “Һаҡмар” гәзите лә ҙур роль уйнаны – уға ҡағылышлы бихисап мөрәжәғәт, фекерҙәр донъя күрҙе. Республика Президенты, Хөкүмәте менән алып барылған эшлекле һөйләшеүҙәр үҙенең һөҙөмтәһен бирҙе – атап үтелгән хужалыҡтар бөгөн үҙаллы үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә.
Аҫаба халыҡты борсоған тағы бер актуаль проблема – районда таш ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә тейешле тәртип булмауы, унда  ситтәрҙең хакимлыҡ итеүе һәм тәбиғәттең вәхшиҙәрсә таланыуы. Был йүнәлештә лә тейешле эш алып барылды, халыҡтың фекере иҫәпкә алынды һәм мәсьәлә яйға һалынды.
  Муниципаль район хакимиәтенең төбәкте яңы кимәлгә күтәреү буйынса маҡсатлы эше, БР Президенты һәм Хөкүмәтенең туранан-тура ярҙамы арҡаһында 2011 йыл баймаҡтар өсөн һынылыш  осоро булды, яңы дәүергә нигеҙ һалды. Белгес-эксперттар һәм аналитиктарҙың баһаһы бына шундай. Быйыл йыл башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән һәм раҫланған 2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади  үҫтереүҙең уртаса сроклы комплексы программаһы райондың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итерҙәй һәм уның киләсәген билдәләрҙәй үҙенсәлекле проект булды. Ошо программаға ярашлы ғына ла бөгөн ҡалала һәм районда ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла, яңы производстволар асыла, киләсәктә район иҡтисадында ҙур роль уйнаясаҡ предприятиеларға нигеҙ һалына, инвестициялар йәлеп ителә. Хәйер, быны беҙ 2011 йыл йомғаҡтарына байҡау яһап та әйтә алабыҙ.

Сәнәғәт – иҡтисад нигеҙе
Ҡала һәм райондың иҡтисади тормошонда мөһим урын биләгән ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы тотороҡло эшләне.  Атап үтелгән программаға ярашлы, унда 181 млн һумлыҡ модернизация эштәре атҡарыу күҙ уңында тотолғайны. Быйыл завод тарафынан был тәңгәлдә 86 млн һум үҙләштерелгән. Ҡойоу-механика һәм насостар йыйыу цехтарына ҡоролмалар һатып алынған. 4 газ поршенлы ҡоролма урынлаштырылған, был иһә предприятиены өлөшләтә электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү мөмкинлеге бирә. Марганецлы ҡоростан ҡойоу производствоһы булдырыу буйынса эш дауам итә. Яңы цехтың проект ҡеүәте – айына 170 тонна. Уны тормошҡа ашырыу 75 эш урыны бирәсәк.
2013 йылда завод үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйә-сәк. Шул уҡ йылда Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тула. Ошоно күҙ уңында тотоп, БР Президенты Р.З. Хәмитов “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрамға әҙерлек сиктәрендә ҡалала ғәйәт ҙур эштәрҙе бойомға ашырыу планлаштырыла. Дәүләт ярҙамынан, әлбиттә, завод та ситтә ҡалмаясаҡ.
Төҙөлөш комплексы һөҙөмтәле эшләне
Районды социаль-иҡтисади  йәһәттән үҫтереүҙә төҙөлөш комплексы ҙур роль уйнай, беҙ уны нигеҙҙә  «Баймаҡ ПМК-һы»   ЯСЙ-һының эшмәкәрлеге менән бәйләйбеҙ. Быйыл уның көсө менән ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 16 фатирлы йорт, ветерандар өсөн йорт төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Бынан тыш, предприятие Ниғәмәттә мәҙәниәт йорто, Темәстә һөт эшкәртеү комбинаты төҙөү буйынса эштәр алып бара. Шул уҡ ваҡытта киләһе йыл йәмғиәт төҙөүселәре Ҡуянтауҙа яңы мәктәп, ҡалала балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырасаҡ, 24 фатирлыҡ тағы ла бер торлаҡ йорт һалынасаҡ.
Әйтеп үтелгәнсә, быйыл республика кимәлендә һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә арналған Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышына әҙерлек сиктәрендә Баймаҡта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бар талаптарға яуап биргән торлаҡ йорт үҙ ишектәрен асты. Президент ҡулынан 15 йәш врач яңы фатир асҡыстарын ҡулына алыу бәхетенә иреште. Был районда кадрҙар сәйәсәтен бойомға ашырыуҙа етди аҙым булып тора.
Ауыл хужалығы тармағы өсөн мөһим объект – Күлтабан ауылында мегаферма төҙөү эштәре туҡтап ҡалғайны. Республика етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә уны төҙөү  ҡабаттан тергеҙелде һәм киләһе йыл объекттағы эштәрҙе дауам итеү өсөн республика бюджетынан 40,5 млн һум аҡса бүленде.
“Талҡаҫ” шифаханаһы, үкенескә ҡаршы, тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмай әле. Ә бының өсөн йөҙөү бассейны, таҙартыу ҡоролмалары һәм һыу үткәргесе булған ял итеү үҙәге булдырыу талап ителә. Атап үтелгән объекттар өсөн 88 млн һум аҡса кәрәк. Проект эштәре өсөн 3 млн һум аҡса бүленгән. Әйткәндәй, мәсьәлә БР Хөкүмәтендә ҡарала һәм ул ыңғай хәл ителәсәк.
Республика етәкселеге ярҙамы менән “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы Көнсығыш-Семеновск һәм Йолалы ятҡылыҡтарында алтын сульфидлы рудалар сығарыуға һәм элекке фабриканың техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алды. Предприятиеның көтөлгән ҡеүәте – айына 100 мең тонна, алтынды айырып алыу – 70 процентҡа тиклем, киләсәктә 90 процентҡа ҡәҙәр. Был предприятие 802 кг алтын, 4,9 тонна көмөш, 762 т баҡыр сығарырға ниәтләй. Проектҡа 150 млн һум инвестиция йәлеп ителгән.
 
Яңы проекттар тормошҡа ашырыла
Бөгөн республикала инвестиция йәлеп итеү, ошо нигеҙҙә халыҡ хужалығын яңы кимәлгә күтәреү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәтенең был йүнәлештәге эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Ул үҙенең һөҙөмтәләрен бирә башланы ла инде. Быйыл “Силәбе компрессорҙар заводы” ЯАЙ-һының генераль директоры, яҡташыбыҙ, меценат А.Р. Ялалетдиновтың көсө менән ҡалала төбәктә тиңе булмаған яңы ит эшкәртеү комбинаты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Объектҡа 141 млн һум инвестиция йәлеп ителгән. Яңы производствоның продукцияһы  магазин кәштәләренә сығарылды ла инде. Бөгөн бында 15 төр колбаса етештереү яйға һалына. Әле предприятиела 32 кеше эшләй, тулы ҡеүәтенә ебәрелеү менән бөтәһе 84 кешегә эш урыны буласаҡ.
Билдәле булыуынса, районда ауыл хужалығы сеймалы етерлек була тороп та, уны эшкәртеүсе производстволар юҡ кимәлендә. Ошоно күҙ уңында тотоп, район етәкселеге ҡеүәтле һөт эшкәртеү комбинаты булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы һәм яңы объект өсөн инвестор йәлеп итте. Тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле комбинатты Темәстә асырға ҡарар ителде. Инвестор – “Башагрофин” ЯСЙ-һы. Бөгөн унда Баймаҡ ПМК-һы тарафынан төҙөлөш эштәре алып барыла. Проект-смета документацияһы әҙер, кәрәкле ҡоролмалар һатып алынған. Объектты киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Яңы предприятие 29 кешегә эш урыны булдырасаҡ тип көтөлә.
 
ТКХ системаһын яңыртыу башланды
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының ни дәрәжәлә проблема үҙәге булыуы берәүгә лә сер түгел. Ысынлап та, атап үтелгән өлкәнең ҡайһы ғына тармағын алып ҡарамайыҡ, уларҙың һәр береһендә хәл итәһе мәсьәләләр муйындан. Бигерәк тә эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә бөгөн район һәм ҡала халҡы. Быйыл, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды – торлаҡ-коммуналь хужалығын (артабан – ТКХ) реконструкциялауҙа һынылыш яһалды. Иң беренсе сиратта республика бюджетынан эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын капиталь ремонтлауға 30 млн һум аҡса алыуға өлгәшелде. Был иһә Аҡморон, Таулыҡай, Семеновск, Юлыҡ, Богачевка, Калинин, Покровка, Түбә, Татлыбай, Кәрешкә, Йәнйегет, Ҡуянтау, Иҫке Сибай, 1-се Төркмән, Казанка, Урғаҙа, Мерәҫ, Темәс, Комсомол, Икенсе Этҡол, Байым ауылдарында һәм Баймаҡта һыу селтәрен ремонтлау һәм яңыртыу мөмкинлеге бирҙе. 2012 йылда тағы ла 5-6 ауылда капиталь ремонт эштәре бойомға ашырыласаҡ.
2011 йылда ТКХ-ны күптән борсоған етди проблема – Төркмән, Аҡморон һәм Ҡуянтау ауылдарында бөтәһе 16 торлаҡ йорттоң һәр фатиры газ менән индивидуаль йылытыуға күсерелде. Ҡалала һәм ауылдарҙа элек йылына бик аҙ күләмдә газ үткәргестәр һалынһа, быйыл ул бөтәһе 50 км тәшкил итте. Баймаҡтың үҙендә генә лә 18 км оҙонлоҡта газ үткәргес төҙөлдө. Бынан тыш, Әбделкәрим, Билал, Өмөтбай, Темәс ауылдарында был йүнәлештә эш әүҙем дауам итте.  Киләһе йыл Федераль программаға ярашлы Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Беренсе Этҡол ауылдарында газ үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ республика ярҙамы менән киләһе йыл Түбә ауылына газ килеп етәсәк. Райондың дала зонаһы – Байыш, Ҡарамалы, Урғаҙа, Урал ауылдарында ла газ үткәреү күҙ уңында тотола.
Төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһына ярашлы, Темәс ауылында быйыл һыу, электр менән тәьмин итеү системаларын реконструкциялауға 25 млн һум аҡса бүленде.
Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡаланың күп фатирлы торлаҡ йорттарын капиталь ремонтлауға – 8 млн 631 мең һум, торлаҡ йорттарының ихата биләмәләрен һәм уларға үтеү юлдарын ремонтлауға 3 млн 630 мең һум, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4 млн 400 мең һум аҡса бирелде. Шул уҡ ваҡытта ҡаланың йылылыҡ трассаһын капиталь ремонтлауға республика бюджетынан – 947 мең һум, урындағы ҡаҙнанан 947 мең һум аҡса тотонолған. Баймаҡтағы һыу үткәргесте капиталь ремонтлауға ике кимәлдәге бюджеттан да 513-әр мең һум аҡса сарыф ителгән.
Электр селтәрҙәре хужалығы буйынса быйыл хәтһеҙ эш бойомға ашырылды. 125 км оҙонлоғондағы хужаһыҙ электр селтәрен тәртипкә килтереү буйынса эш башланды, ул киләһе ике йылда тамамланасаҡ. Ҡаланың “Көньяҡ” биҫтәһендә ошоға ҡәҙәр инженер коммуникацияларының булмауы   унда йорт һалыусы һәм күсеп сығыусы йәш ғаиләләрҙең иң ҙур проблемаһына әүерелгәйне. Бөгөн, ниһайәт, улар еңел тын алыр, моғайын. Унда электр селтәрҙәре һуҙыу башланды, бының өсөн 15 млн һум аҡса бүленде. Әле уның беренсе сираты төҙөлә, 3 трансформатор станцияһы ултыртыласаҡ. Һыу үткәргес төҙөү өсөн проект-смета документацияһы әҙер. Газ үткәреү буйынса ла документация хәстәрләнә.
 
Ауыл хужалығын үҫтереү программаһы әҙерләнә
Ҡасандыр агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары менән бар республикаға, илгә даны таралған райондың бөгөн был тәңгәлдә үҙ позицияларын юғалтыуы, иң артҡы рәттәргә тәгәрәүе, әлбиттә, бик үкенесле. Ауыл хужалығы производствоһын тейешенсә ойоштормау арҡаһында әле күп хужалыҡтар көрсөк һаҙлығынан сыға алмай, ҡайһылары “йылғыр етәкселәр” тарафынан таланып-ҡыйралып бөттө. Был киҫкен хәлде яйға һалыу, әлбиттә, еңел булмаясаҡ, шулай ҙа райондың яңы етәкселеге был өлкәлә лә бик мөһим аҙымдар яһауға иреште. Иң беренсе сиратта ауыл хужалығы предприятиеларында күсмә семинар-кәңәшмәләр ойоштороу тергеҙелде, уның етәкселәренә яңы бурыстар ҡуйылды, тармаҡты яңы кимәлгә күтәрерҙәй программалар өҫтөндә эш башланды. Бихисап ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, район хакимиәте баҫыу кампанияларын үткәреүгә хужалыҡтарға ҙур ярҙам күрһәтте, был тәңгәлдә республиканың төрлө ойошма-ведомстволарын да йәлеп итте. Һөҙөмтәлә,  ауыл хужалығы тармағы ҡышҡа яҡшы әҙерлек менән инде, киләһе уңыш тураһында тейешле хәстәрлек күрҙе.
Сер түгел, дәүләт ярҙамы булмайынса райондың ауыл хужалығы тармағын аяҡҡа баҫтырыу бик икеле. Ошоно күҙ уңында тотоп,  район етәкселеге Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәтенә агросәнәғәт комплексын һаҙлыҡтан сығарыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте һәм ул яҡлау тапты.   Бөгөн республика Хөкүмәте кимәлендә төбәктең ауыл хужалығы тармағын үҫтереү буйынса айырым программа әҙерләнә. Яңы проектты уңышлы тормошҡа ашырыу ауыл хужалығы предприятиеларын рентабелле эшләтеү, төп тармаҡтарҙы үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһын урында эшкәртеү буйынса производстволар асыу, кадрҙар әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк.
Данлыҡлы иген фабрикаһы – элекке “Йылайыр” совхозының, белеүебеҙсә, хәле бик аяныслы. Райондың ғына түгел, ә республиканың агросәнәғәт комплексы үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән был ҡеүәтле предприятие һанаулы ғына осор эсендә ҡайһы бер “аҡыллы” етәкселәрҙең “ярҙамы” менән банкротлыҡҡа дусар ителде. Бөгөн был хужалыҡ “Йылайыр” ЯСЙ-һы исеме аҫтында үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә. Республика етәкселеге ярҙамы менән предприятиеның иҡтисади хәлен яйға һалыу маҡсатында 20 млн һум аҡса бүленде. Әйткәндәй, Йылайыр ауыл биләмәһендәге крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының да оҙаҡ йылдар көткән хыялдары бойомға ашты – быйыл уларға ең һыҙғанып эшләү өсөн бөтәһе 14 мең гектар ер бирелде.
 
Юлдар – тормошобоҙ көҙгөһөмө?
Юлдарҙың торошо насар булыуы бер кемгә лә сер түгел. Быйыл был йүнәлештә лә һынылыш яһалды. Юлдарҙы капиталь ремонтлауға һәм асфальтлауға байтаҡ аҡса бүленде, ДРСУ коллективы ҙур эш атҡарып сыҡты. Атап әйткәндә, Сибай – Ишмөхәмәт, Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ, Магнитогорск – Ира юлдарында эш алып барылды, башҡа тарафтарҙа атҡарылды. Киләһе йылда Магнитогорск – Ира йүнәлешендә 10 км юлды ремонтлау дауам итәсәк, Сибай – Ишмөхәмәт араһында 20 км ара реконструкцияланасаҡ.
 
Социаль өлкәгә иғтибар артты
Мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләр буйынса ла хәтһеҙ эштәр бойомға ашырылды. Атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яңы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре һәм ҡоролмалар алыу буйынса эш алып барылды. Шулай уҡ  инфекция бүлеге һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йорт төҙөү күҙ уңында тотола. Мәҙәниәт учреждениелары объекттарын капиталь ремонтлауға байтаҡ сығымдар түгелде, был йүнәлештә мәғариф өлкәһе лә ситтә ҡалманы. Мәктәптәрҙе республика программаһы нигеҙендә яңы автобустар менән тәьмин итеү дауам итте.
 
Эшләйһе эштәр етерлек
Шуныһы үҙенсәлекле, халыҡтың йәшәйешен яҡындан өйрәнеү маҡсатында йыл башынан аҙағына тиклем район хакимиәте ауылдарҙа осрашыуҙар ойошторҙо, шулар нигеҙендә проблемаларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. БР Президентының “Халыҡ өсөн эшләргә!” тигән Мөрәжәғәтнамәһен нигеҙ итеп алып, район етәкселеге үҙенең эш стратегияһын билдәләне.
Күреүебеҙсә, 2011 йыл район һәм ҡала халҡы өсөн күп кенә ваҡиғаларға бай булды, ул кешеләрҙә иртәнге көнгә өмөт һәм ышаныс уятты. Йыл ваҡиғаһы – РФ Дәүләт Думаһына һайлау ҙа районда ойошҡанлы үтте, унда халыҡ үҙенең әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай. Проблемалар етерлек, уларҙы хәл итеү өсөн ярайһы ваҡыт кәрәк әле. Районда кадрҙар менән эште әүҙемләштереү, йәш белгестәр әҙерләү, социаль-иҡтисади өлкәләге эште маҡсатлы дауам итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, производстволар асыу йүнәлешендә башланған эшмәкәрлек өҫтөндә әүҙем эш талап ителә.
– Район иҡтисадын күтәреү өсөн эшләйһе лә әле эшләйһе, – ти район башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Башҡортостан Президенты, Хөкүмәтенең, төрлө ведомстволарҙың ярҙамы һәм хәстәрлеге менән быйыл беҙ һынылыш яһауға өлгәштек. Көньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереү программаһы ла бында этәргес роль уйнаны. Уны тормошҡа ашырыу дауам итә һәм беҙ был тәңгәлдә яҡташтарыбыҙ: БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдиновтың, уның урынбаҫары М.Б. Фәтхуллиндың ныҡлы ярҙамын тоябыҙ.
Эйе, тормошҡа ашыраһы мәсьәләләр бик күп. Торлаҡ-коммуналь хужалығын реконструкциялау, социаль йүнәлештәге яңы объекттар төҙөү, аграр туризм өлкәһен үҫтереү, яңы производстволар асыу, сеймалды урында эшкәртеү буйынса яңы проекттар өҫтөндә эшләү, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа юл асыу – быларҙың барыһы ла беҙҙең эш планына ингән һәм уны беҙ мотлаҡ атҡарып сығасаҡбыҙ. Халыҡ хужалығы тармағын яңы кимәлгә күтәреү кешеләр йәшәйешен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов “Власть – халыҡ өсөн!” тип юҡҡа ғына әйтмәй. Тимәк, барыһы ла ябай халыҡ мәнфәғәтендә эшләнә һәм ул үҙенең һөҙөмтәләрен бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.