«Хеҙмәт ветераны» исеме алыу өсөн
2012 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законы үҙ көсөнә инә.
Был Закон менән хеҙмәт ветерандарының өҫтәмә категорияһы – “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” билдәләнде. Законға ярашлы, 60 йәше тулған ир-егеттәр өсөн 40 йыл, 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл страховка стажы булыу мотлаҡ. Был төркөмгә ҡараған граждандар – бер ниндәй ҙә дәүләт наградаһы булмаған, оҙаҡ йылдар ойошма һәм предприятиеларҙа намыҫлы эшләүселәр. Уларға 2012 йылдың 1 ғинуарынан ай һайын 145 һум 93 тин өҫтәмә түләнәсәк.
“Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән исемде юллау өсөн хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түбәндәге документтар талап ителә: ғариза, паспорт күсермәһе (фото һәм теркәлгән урын күрһәтелгән биттәр), пенсия таныҡлығы күсермәһе, 3х4 см ҙурлыҡтағы 1 фото, 60 йәше тулған ир-егеттәр өсөн 40 йыл, 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл страховка стажы булыуын раҫлаусы документтар (Пенсия фонды идаралығынан страховка стажы һәм Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләр тураһында белешмәләр), хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе (бөтә биттәре). Үҙегеҙ менән барлыҡ документтарҙың төп нөсхәләрен алып килергә.2012 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законы үҙ көсөнә инә.
Был Закон менән хеҙмәт ветерандарының өҫтәмә категорияһы – “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” билдәләнде. Законға ярашлы, 60 йәше тулған ир-егеттәр өсөн 40 йыл, 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл страховка стажы булыу мотлаҡ. Был төркөмгә ҡараған граждандар – бер ниндәй ҙә дәүләт наградаһы булмаған, оҙаҡ йылдар ойошма һәм предприятиеларҙа намыҫлы эшләүселәр. Уларға 2012 йылдың 1 ғинуарынан ай һайын 145 һум 93 тин өҫтәмә түләнәсәк.
Документтар 2012 йылдың 16 ғинуарынан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегендә (Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1, 203-сө бүлмә) ҡабул ителәсәк. Ҡабул итеү көндәре: һәр айҙың 1-нән 25-енә тиклем дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы сәғәт 8-ҙән киске 6-сы яртыға тиклем (тәнәфес: 12.30 – 14.00).
Хөрмәтле пенсионерҙар! Документтар ҡабул итеүҙе тәртипкә һалыу һәм халыҡтың күпләп мөрәжәғәт итеүен булдырмау маҡсатында түбәндәге сиратты күҙәтеүегеҙҙе һорайбыҙ:
Ай Фамилияның тәүге хәрефе
Ғинуар А-Б
Февраль В-И
Март К-Р
Апрель С-Я
“Хеҙмәт ветераны” исеме алырға ғариза биреүселәрҙең барыһына ла 2012 йылдың 1 майына тиклем социаль ярҙам саралары 2012 йылдың 1 ғинуарынан түләнһә, 1 майҙан һуң мөрәжәғәт итеүселәргә ғариза биргән айҙан иҫәпләнәсәк.
Ҡулдарында “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән исем биреү тураһындағы белешмә булған граждандарға хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенә түбәндәге документтар тапшырырға кәрәк: ғариза, паспорт күсермәһе (фото һәм теркәлгән урын күрһәтелгән биттәр), “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән белешмә, 3х4 см ҙурлыҡтағы 1 фото, хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе (бөтә биттәре). Үҙегеҙ менән документтарҙың төп нөсхәһен килтереү мотлаҡ.
Граждандарҙың пенсия таныҡлығындағы вкладышы (ир-егеттәр өсөн 40 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йылдан кәм булмаған страховка стажы булһа) 2012 йылдың 1 июленән “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” тигән таныҡлыҡҡа алмаштырыласаҡ. Ниндәй документтар кәрәклеге алдағы йылдың июнь айында гәзиттәрҙә баҫыласаҡ.
С. Кейекбирҙина әҙерләне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.