14 дек. 2011 г.

Мал ҡышлатыу


Юғары күрһәткестәр менән
Райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҙур роль уйнаған һәм үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып торған Ленин исемендәге АХК сираттағы ауыл хужалығы йылын юғары күрһәткестәр менән тамамлай. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән коллектив, баҫыу кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығып, мал ҡышлатыу миҙгеленә аяҡ баҫты.
 Әйтергә кәрәк, йыл предприятие өсөн насарҙан булманы. Производствоны оҫта ойоштороу, алдынғы технологияларҙы ҡулланыу, киләсәкте алдан ҡайғыртыу был юлы ла үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – хужалыҡ төп күрһәткестәрҙе үҫтереү буйынса йәнә лидер булып танылды.
Урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү йомғаҡтары буйынса кооператив район хеҙмәт ярышында лайыҡлы рәүештә 1-се урынға лайыҡ булды. Атаҡлы агроном Ю. Моряков исемендәге махсус призға ла  ошо хужалыҡтың баш агрономы У.Ә. Әхмәтйәнов эйә булды. Ә алдынғы механизаторҙар: Зәкир Балхин – Башҡортостан Хөкүмәтенең,  Зәки Ҡотлоғужин Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Өфөлә Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайы менән үткәрелгән тантананан да кооператив ҙур наградалар тейәп ҡайтты: хужалыҡ рәйесе Ғ.Б. Сәлимов – Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, алдынғы механизатор Наил Солтанов  “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Билдәле булыуынса, кооператив ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән дан тота. Тап ошо конвейерҙы тотороҡло һәм рентабелле ойоштороу  бөгөн хужалыҡ иҡтисадын үҫтереү, уны яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирә. 1 декабргә ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан 18212 центнер тулайым һөт етештерелгән, фураждағы һәр һыйырҙан уртаса 3848 кг продукция һауылған. 517 баш быҙау, 409 г уртаса артым алынған. Продукцияның ҡуйылығы 3,8, тауарлылығы 92 процент тәшкил итә.
Әйтергә кәрәк, ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыумаһын, предприятие мал ҡышлатыу миҙгелен һәр саҡ тейешле әҙерлек менән ҡаршы ала. Быйыл   кооператив 1,5 йыллыҡ аҙыҡ базаһы тупланы, артығы менән фуражын һалды, 20 тонна патока алды. Һөҙөмтәлә, бөгөн малсылыҡ комплексының барлыҡ участкаларында мал ҡышлатыу конвейеры тотороҡло эшләй. Һауынсыларҙан Мөнирә Сирбаева (ул йыл башынан һәр һыйырҙан 5200 кг һөт һауған), М.Балхина (4005 кг),  Мөнирә Ҡотлоғужина (3969 кг), Рәйсә Сәғәҙәтова (3510 кг), Зәлифә Моталлапова (3490 кг), Фәнүзә Баййегетова (3200 кг), Әлфирә Туйсина (3111 кг), малсыларҙан Ринат Сирбаев, Хәкимйән һәм Илдар Исмәғилевтар, Айсыуаҡ Салихов, Ғәйзулла Раев юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Малсылыҡ производствоһын ойоштороуҙа баш зоотехник Ҡәйүм Уразбаев,  ферма мөдирҙәре Шамил Үҙәнбаев, Иршат Айытбаевтарҙың хеҙмәте ҙур. Лаборанттар Кәбирә Туйсина, Фәнүрә Раева, Ғәйниә Байрамғоловалар ҙа үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Продукцияны һөт ҡабул итеү пунктына ташыусы водителдәр Дамир Үҙәнбаев менән Дамир Үтәғоловтар ҙа тырышып эшләй.
Һис шикһеҙ, Ленин исемендәге АХК малсылыҡ тармағын маҡсатлы үҫтереү менән шөғөлләнгән һәм был йүнәлештә перспективалы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Бөгөн ул тулайым һәм көндәлек һауым буйынса лидерлыҡты ҡулынан ысҡындырмай, тотороҡло үҫешкә өлгәшә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары өҫтөндә эшләй.

Азамат мөхәмәтшин.
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.