Нина инәйемдә ҡунаҡта
Башҡортостанда 2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы. Республикабыҙҙа нисәмә төрлө милләт үҙ-ара берҙәм, татыу һәм туғандарса матур мөнәсәбәттә йәшәй. Ә ошондай татыу, дуҫ илдә таңдар ҙа нурлыраҡ, йөҙҙәр ҙә көләсерәк, хыялдар ҙа яҡтыраҡ, тормош та көндән-көн яҡшыраҡ була бара.
Мин ошо йылға арнап Ф.Мөхәмәтйәновтың “Балҡы, балҡы, Башҡортостан” исемле шиғыр юлдарын әйтер инем:Башҡортостанда 2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы. Республикабыҙҙа нисәмә төрлө милләт үҙ-ара берҙәм, татыу һәм туғандарса матур мөнәсәбәттә йәшәй. Ә ошондай татыу, дуҫ илдә таңдар ҙа нурлыраҡ, йөҙҙәр ҙә көләсерәк, хыялдар ҙа яҡтыраҡ, тормош та көндән-көн яҡшыраҡ була бара.
Мәңге бергә йәшәр өсөн
Дуҫ халыҡтар ҡул ҡыҫышҡан,
Шул дуҫлыҡтан ғәйрәт алып
Еңеүҙәргә юлдар ярып
Атлай гүзәл Башҡортостан.
Дуҫ халыҡтар ҡул ҡыҫышҡан,
Шул дуҫлыҡтан ғәйрәт алып
Еңеүҙәргә юлдар ярып
Атлай гүзәл Башҡортостан.
Эйе, был һүҙҙәр бик хаҡ әйтелгән. Күп милләтле республикабыҙҙа һәр милләт үҙен иркен, тулы бәхетле итеп тоя.
Былтыр йәйге каникул ваҡытында алыҫ туғандарыма – Күгәрсен районы Петровский ауылына барҙыҡ. Бында минең олатайымдар йәшәй. Был ауылға килеп ингәндән үк күңелгә шундай рәхәт булып китә, сөнки һәр бер урам, өй алды таҙа, күркәм. Ә иң ғәжәпкә ҡалдырғаны – бында төрлө халыҡ вәкилдәренең дуҫ, татыу ғүмер итеүе.
Барып етеү менән беҙҙе күрергә тип оло инәйем һәм олатайым килеп инде. Шунда уҡ өҫтәл артына ултырттылар. Өҫтәл сәк-сәк, ҡалас, ҡоймаҡ, бишбармаҡ, төрлө-төрлө ләүәштәрҙән һәм шулай уҡ тоҙланған ҡыяр, кәбеҫтә, салаттарҙан һығылып тора.
Аралашҡан ваҡытта өләсәйемдең Нина еңгәй, тип әйткәненә иғтибар итә ҡуйҙым. Баҡтиһәң, Нина инәй мәрйә булған икән, ә мин уны башҡорттор, тип уйлағайным. Икенсе милләт вәкиле икәнлеге уның төҫ-ҡиәфәтенән дә күренә икән: зәңгәр күҙҙәр, ап-аҡ йөҙлө, сәстәре лә һары. Улар олатайым менән утыҙ йылдан ашыу бергә татыу ғүмер итәләр, ике улдары, бер ҡыҙҙары бар. Балаларының исемдәре лә башҡортса: Азамат, Самат, Гөлдәр. Уларҙың үҙ ғаиләләре бар инде хәҙер. Азамат ағайымдың ҡатыны башҡорт, Самат ағайымдыҡы ҡаҙаҡ, ә Гөлдәр апайымдың ире татар милләтенән. Шуға ҡарамаҫтан, бергә йыйылған ваҡыттарында саф башҡорт телендә аралашалар. Байрам ваҡыттарында милли көйҙәребеҙгә бейеп-йырлап күңел асалар. Мин ҡыҙыҡһынып Нина инәйемдән һорай ҡуйҙым:
– Һеҙ башҡорт телен электән белә инегеҙме?
– Юҡ, балам. Әбәғеле олатайыңа кейәүгә сыҡҡас ҡына өйрәнергә тура килде. Ялсы исемле ауылға килен булып төштөм. Бер ауыҙ башҡортса һүҙ белмәй инем, ҡәйнәм менән урыҫ телендә аралашам, ә Әбәғеле олатайың минең менән тик башҡорт телендә генә һөйләшә. Урыҫса һүҙ ҡушһаң, өндәшмәй ҙә ҡуя. Шунан ҡәйнәм әйтте: «Юҡ, килен, былай булмай. Һиңә башҡорт телен өйрәнергә кәрәк, мин һиңә ярҙам итермен», – тине һәм ҡәйнәмдең ярҙамында мин бер йыл эсендә башҡорт телендә иркен һөйләшергә өйрәндем, ә аҙаҡҡа табан телем дә шымарҙы. Балаларыбыҙ менән дә тик башҡорт телендә генә аралаштыҡ. Ҡайһы берҙә үҙемдең урыҫ милләтенән икәнемде лә онотоп китәм. Хәҙер миңә башҡорт теле урыҫ теленә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ, сөнки уның байлығы, һығылмалылығы мине арбай. Башҡорт ерендә йәшәгәс, кем булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ башҡорт телен, йолаларын, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә, онотмаҫҡа тейешбеҙ. Бына шул мине аптырауға һала, ни өсөн ҡайһы бер башҡорттар үҙ балаһына башҡорт телен өйрәтмәй, уларға башҡорт исемдәрен ҡушмай. Мин үҙемде икеләтә бәхетле итеп тоям, сөнки балаларыбыҙ ике телдә лә иркен аралаша. Ә минең рус туғандарыма килгәндә, башҡорт кешеһенә кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтөүемә улар бик шат. Бәлки, “Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың” тигән мәҡәл минең кеүек кешеләргә әйтелгәндер. Ә Әбәғеле олатайыңа килгәндә инде, минең туғандарым менән урыҫ телендә аралаша. Кеше йырын да йырла, үҙеңдекен онотма, – тип тамамланы һүҙен мәрйә инәйем Нина.
Ысынында иһә киске ашҡа, беҙҙең килеү хөрмәтенә ике яҡтан да туғандарҙы саҡырҙылар. Табында милләт бер-береһен айырманы ла. Ниндәй генә милләт көйө булһа ла йырланылар, бейенеләр , ә иртәгеһенә бөтәбеҙ ҙә Йомағужа һыуһаҡлағысына барҙыҡ.
Төрлө милләт вәкилдәренең дуҫлығын ошо бәләкәй генә бер ғаилә миҫалында күрҙем. Әлбиттә, миңә был сәйәхәт бик ныҡ оҡшаны һәм дә фәһемле булды.

Альбина Сирусина,
Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы.

Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.