Эш хаҡы артасаҡ
Бюджетниктарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 2012 йылда 15 процентҡа артасаҡ.
– Башҡортостан Республикаһы бюджетына киләһе йылға эш хаҡын арттырыуға средстволар һалынған. Оптималләштереүҙе, бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итеүҙе, үҙаллы эшләп алынған средстволарҙы иҫәптә тотҡанда, бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 15 процентҡа арттырып буласаҡ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллина онлайн-конференцияла.
Финанс министры, ағымдағы йылда Рәсәйҙә бюджетниктарҙың эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, тип билдәләне. Һәм Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәрҙән айырылып тора:
– Рәсәй буйынса эш хаҡы беренсе тапҡыр 1 июндән арттырылһа, Башҡортостан быны 1 ғинуарҙан уҡ ғәмәлгә ашырҙы.
Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 1 июндән 4611 һумға тиклем арттырылһа, Башҡортостанда минималь эш хаҡы, беренсенән, 5500 һумға тиклем арттырылды, икенсенән, республика был сараны 1 ғинуарҙан уҡ үткәрҙе, – тине ул.
Икенсе тапҡыр бөтә бюджетниктарҙың эш хаҡы 1 октябрҙән 6,5 процентҡа арттырылды.
Бынан тыш, 1 сентябрҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа артһа, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә лә эш хаҡы өҫтәлде. Башҡортостан Президенты указы менән 1 октябрҙән уларҙың эш хаҡына өҫтәмә күләме ике тапҡырға арттырылды. Ағымдағы йыл аҙағынаса был маҡсаттарға 150 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк.

«Башинформ».
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.