13 февр. 2012 г.

Социаль мәсьәлә

Бурыстар мәжбүри түләттерелә

Пенсия фонды идаралығы һәм Баймаҡ район-ара суд приставтары хеҙмәте менән берлектә үткән кәңәшмәлә страховка иғәнәләрен түләтеүгә йүнәлтелгән сараларға йомғаҡ яһалды.
2011 йылда суд приставтары хеҙмәте тарафынан 23579 мең һумды түләтеү буйынса 1466 башҡарма производство эше ҡуҙғатылды. Һөҙөмтәлә, Пенсия фонды бюджетына 4093 мең һум бурыс ҡайтарылды.
Страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы тулыһынса түләттереү маҡсатында йыш ҡына суд приставтары менән берлектә рейдтар ойошторола. 2011 йылда бурыслыларҙың йәшәгән урындарына 166 тапҡыр сығырға тура килде. Рейд барышында уларҙан аҡса түләттерелде йәки милектәренә арест һалынды. 5 кешегә Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу бөтөнләй тыйылды. 48 башҡарма документ буйынса бурыс – эш хаҡынан, ә 31-е буйынса пенсиянан мәжбүри түләттереләсәк. Ул ай һайын килемдең 50 проценты күләмендә, бурыс тулыһынса ҡапланғанға тиклем тотолоп барасаҡ.

Хеҙмәт пенсиялары артты

РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән хеҙмәт пенсияларының бөтә төрҙәренең дә күләме 7 процентҡа артты. Һәр пенсионерға, пенсияһының күләменә ҡарап, төрлөсә өҫтәлә. Ике пенсия алыусыларҙың хеҙмәт пенсияһы ғына арта. Һөҙөмтәлә, Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 560 һумға артып, 8560 һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8900 һум тәшкил итә.
Баймаҡ районы һәм ҡалаһында уртаса хеҙмәт пенсияһы 461 һумға арта, уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме 7023 һумға, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 7506 һумға тиң.
Һорауҙар өсөн телефон: 3-18-70.
Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл

Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны...

Ыжғыр буранлы февраль айында донъяға килеп, бар тормошон – халҡына, яҙмышын – теленә, булмышын милләтенә бағышлаған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл 80 йыл тула. Ошо датаға ярашлы февраль айында районда Рәми Ғариповтың бай ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисәләр, викториналар, “Игебай мәктәбе”, “Таңсулпан”, “Шоңҡар” клубы ағзалары араһында “Ни өсөн миңә Р.Ғарипов ижады оҡшай?” темаһына ижади конкурс үткәреү планлаштырыла.

Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының 14 ғинуарҙағы сираттағы ултырышы ла Рәми Ғарипов ижадына арналасаҡ. Ғашиҡтар көнө уңайынан ул “Мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, йәшәү өсөн кәрәк МӨХӘББӘТ!” тип атала. Әҙәбиәт һөйөүселәр, сәғәт 11-ҙә үҙәк район китапханаһына рәхим итегеҙ!
А. Иҙелбаева.

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ

Ҡанымдың һуңғы тамсыһы – илем, халҡыма

Шағир Х.Ҡунаҡбайҙың тыуыуына – 100 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп әҙиптәр ҡәләмдәрен мылтыҡҡа алмаштыра. Башҡорт шағиры Хөсәйен Ҡунаҡбай ҙа шулар рәтендә.
Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә районыбыҙҙың (ул саҡта – Әбйәлил районы) Таһир ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуы сәбәпле, көтөүсе булып йөрөй. Унан һуң балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925-1929 йылдарҙа Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер аҙ ваҡыт Бөрйән районында волисполком секретары, Иҫке Монасип ауылы мәктәбе мөдире һәм уҡытыусы булып эшләй. 

Юбиляр түрҙе биҙәр

Күңеле лә, ғүмере лә нурлы уның

Илебеҙ төрлө боролоштар кисереп, уҡытыусы һөнәренә ниндәй генә ҡараш булмаһын, был бөйөк исемде һәр саҡ юғары тотҡан кешеләр бихисап. Миңә, яңы ғына завуч булып эшләй башлаған йәш уҡытыусыға, тәжрибәле, көслө, үҙ предметын яҡшы белгән Разия Кирам ҡыҙы Хәсәнова менән эшләү бәхете тейҙе.
Тыуған илде, тәбиғәтте яратыу, кешелеклелек сифаты тәрбиәләүҙә, күңелдәрҙә иман нуры ҡабыҙыуҙа Разия Кирам ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Бар ғүмере буйына тормош иптәше Әхмәҙулла Хәйривара улы менән районыбыҙҙың мәктәптәрендә эшләне улар. 
 
Һәр саҡ асыҡ, йылы ҡарашлы, бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Разия Кирам ҡыҙын уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа берҙәй хөрмәт иттек. Кәрешкә ауылында башланғыс мәктәп урынында үҫеп сыҡҡан ҙур урта мәктәптә Разия Кирам ҡыҙы 2 йыл эсендә “Икмәк” музейы булдырҙы, эксперименталь математика майҙансығы эшләй башланы. Мин уның менән көслө математика уҡытыусыһы булараҡ ҡына түгел, ә яҡшы кешеләр тураһында яҙған мәҡәләләрен уҡып та һоҡлана инем.

10 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Газ селтәре һуҙыла

Уҙған йылда “Газсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы ҡалала һәм ауылдарҙа газ селтәре төҙөлөшө буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. Ҡаланың 20 урамында яңы селтәр барлыҡҡа килде. Бөгөн уларҙы йорттарға бүлеү эштәре дауам итә.

Юлдар ҡарҙан таҙартыла

Һуңғы һыуыҡтар ҡалалағы барлыҡ коммуналь хужалыҡтарҙы айырым режимда эшләргә мәжбүр итте. Бигерәк тә “Башкиравтодор” ААЙ-һының Баймаҡ ДРСУ-һы һәм “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы коллективтарына ҙур бурыстар һалына. Райондың иң төпкөл ауылдарында йәшәүселәр менән дә бәйләнеш булдырыр өсөн юлсыларға тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә.

Әбделкәримдәр гөрләп йәшәй

Әбделкәрим ауыл биләмәһе Рәсәй тарихы йылы һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре йылына ҡарата ауылдар араһында үҙешмәкәр художестволы смотр башланы. Уны Алғаҙы ауылы халҡы асты. Йәнбирҙиндар ғаиләһенең сығышы, Зилә Урманованың бейеүе, Сәлимә Урманова, Рәшит Мөхәмәтйәров, Таңһылыу һәм Рита Урмановаларҙың йырҙары дәррәү алҡыштарға күмелде.
Шулай уҡ Алғаҙы, Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе ауылдарының 40 йәштән олораҡтары өсөн спорт ярышы үтте. Волейболда йомаштар еңеү яулаһа, өҫтәл теннисында Ишбирҙенән Йәҙгәр Дәүләткилдин, шашкала Әбделкәримдән Ғилмитдин Юлдыбаев, ә инде гер күтәреү һәм армспортта Йомаштан Илфат Дәүләтбаев иң көслөһө булып танылды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Мәүлит байрамы

Ишмөхәмәт ауылының “Нур-иман” мәсетендә Мәүлит байрамы үтте. Аяттар, мөнәжәттәр уҡылды, вәғәздәр әйтелде. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләй-һис-сәләмдең ғүмер тарихына байҡау яһалды. Был сарала ололар ҙа, йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты. Тантана артабан аш-һыуҙан һығылып торған сәй табыны янында дауам итте.
Оло байрамды ойошторғандары өсөн ауылыбыҙҙың имам-хатибы Ғәйнислам Бейешевҡа, мәзин Сәфәрғәле Йәрмуллинға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Асия Үлйәбаева, китапханасы.

Ололарҙы ҙурлап

Ярат ауылында ауыл биләмәһе советы, “Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, мәктәп коллективтары ярҙамында күркәм саралар булып тора. Яңыраҡ улар 80 йәштән олораҡ ағинәйҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының эшенә отчет яһалып, баһа бирелде. Ошондай сараларҙы ойоштороуға күп көс һалған ауылдаштарыбыҙға ололар исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
М. Мөхәмәтйәнов.

Саңғы юлы саҡыра!

11 февралдә Сибайҙың ҡала паркында күмәк халыҡ ҡатнашлығында XXX Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2012» саңғы ярыштары үтәсәк. Ул үҙенең күләме, ҡатнашыусылары менән илебеҙҙә ҡыш миҙгелендә үткәрелгән иң ҙур спорт сараһы булараҡ билдәле. Ярышта һәр кем ҡатнаша ала, сәғәт 12-лә башлана .


Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»

10 февралдә муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан сираттағы «Тура бәйләнеш» ойошторола. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға Баймаҡ АТП-һы директоры Артыҡаев Ирек Фәйзулла улы (т. 2-26-36) һәм Баймаҡ автовокзалы директоры Кәйекбирҙин Кирәймәргән Әғзәм улы (т. 2-25-93) яуап бирә.
Үрҙә күрһәтелгән телефон номерҙары буйынса көндөҙгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Тәүге һөҙөмтәләр ҡыуаныслы

Февраль аҙағында Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы Программаһын ҡабул итеүгә бер йыл тула. Бөгөн инде ниндәйҙер һөҙөмтәләр тураһында һөйләргә мөмкин. Ошо хаҡта үҙенең блогында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов бына нимәләр яҙа: “Шуныһы һөйөнөслө, ошо осор эсендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Атап әйткәндә, урындағы хакимиәттәр Республика адреслы инвестиция программаһы менән эффектлыраҡ эшләй башланы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эше әүҙемләште. Урал аръяғы өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең айырым программаһы ҡабул ителде. Бынан тыш, Программаны Ауыл хужалығы министрлығы менән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аша тормошҡа ашырыу яйға һалынды. Был эш башҡа йүнәлештәр буйынса ла дауам итәсәк.

Башланғыстарыбыҙҙа банк өлкәһенең дә яҡлауын таптыҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре төбәк райондарына сығып, халыҡ, эшҡыуарҙар менән осраша, консультациялар бирә – быларҙың, әлбиттә, һөҙөмтәһе ҙур”.
Үҙенең сығышында Илшат Азамат улы төбәктәге мөһим ваҡиғаларҙы ла билдәләй. “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән Баймаҡ ит эшкәртеү комбинаты айырым иғтибарға лайыҡ, – ти ул. – Унда 200 млн һум инвестиция йәлеп ителде. Предприятиеның проект ҡеүәте – тәүлегенә 7 тонна колбаса изделиелары һәм ит деликатестары. Темәстә тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле заводты төҙөү проектын тормошҡа ашырыу башланды. Инвестиция күләме 200 млн һумдан ашасаҡ. Производство йыл аҙағына эшләп китер тип ышанабыҙ.
Шулай уҡ республикала 2013 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү Программаһы ҡабул ителде; урман хужалығы мәсьәләләре лә уңышлы тормошҡа ашырыла”, – тип яҙа ул үҙенең блогында.
И.А. Тажетдинов киң мәғлүмәт сараларына, блогерҙарға һәм әүҙем йәмәғәтселәргә айырым иғтибар бүлә: “Һеҙҙең ярҙам беҙгә бик кәрәк, – тип билдәләй ул, – Программаны тормошҡа ашырыу йүнәлешендә һеҙҙең һәм төбәк халҡының тәҡдимдәренә, фекерҙәренә мохтажбыҙ. Әйҙәгеҙ, блогта (http://zauralie.livejournal.com/) күмәкләшеп фекер алышайыҡ!”
А.Салауатов әҙерләне.

Һайлау – 2012

Үҙ фекерегеҙҙе булдырығыҙ

Ил башлығын һайлауға күп ваҡыт ҡалманы. Рәсәй Президенты кем булыр? Кемгә тауыш бирергә? Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ нимә уйлай икән?
Ш.Т. Әбдрәхимов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары:
– Президент һайлауы бик көсөргәнешле буласаҡ. Ваҡыт яҡынлашҡан һайын, был тағы ла нығыраҡ һиҙелә. Шуның өсөн дә беҙҙән ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Кем ҡулына яҙмышыбыҙҙы ышанып тапшырырға? Был үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә Президентлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды программаларын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Кем булһа ла барыбер, тип һайлауға бармай ҡалырға ярамай. Революция яһап ҡына ҡырҡа үҙгәреш индереп булмай, уның өсөн тағы ла 20 йыллап ваҡыт китәсәк. Үткәндәргә һығымта яһап, хәҙерге тормошто сағыштырып ҡарарға кәрәк. Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр, “зәңгәр экран”дарҙа барған тапшырыуҙар менән генә танышып ҡалмай, алдынғы ҡарашлы, аҡыллы фекерҙәрҙе лә тыңлап өйрәнергә кәрәк.
Т.Ш. Бикҡолов, район ветерандар советы рәйесе:
– Уҙған тормош менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарағанда, бөгөн күпкә яҡшыраҡ йәшәүебеҙ шик тыуҙырмай: пенсияны ваҡытында алабыҙ, халыҡҡа төрлө кимәлдәге социаль ярҙам даими күрһәтелә. Шунлыҡтан, илдә барған ошо сәйәсәтте артабан да дауам итергә кәрәк, тип уйлайым.
Буласаҡ Президентҡа теләктәрем дә бар: бигерәк тә ауыл ерендә эш урындары булдырыуға иғтибар бирергә кәрәк. Күп кенә ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ситкә китеп эшләргә мәжбүр. Был үҙе үк ғаиләне тарҡатыуға килтерә. Урында киң ҡулланыу тауарҙары, аҙыҡ-түлек етештереү производствоһын артабан да үҫтерергә кәрәк. Шәхси эшҡыуарлыҡ алыпһатарлыҡ менән генә сикләнергә тейеш түгел.
Лилиә ТАКАЕВА.

Рәсми бүлек


Район хакимиәтенең отчеты тураһында

Уҙған йыл эшмәкәрлеге буйынса муниципаль район хакимиәтенең отчеты ойоштороласаҡ
Райондың 2011 йылдағы социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-рухи үҫеше йомғаҡтары тураһында халыҡты тулыраҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеү һәм урындағы эштәрҙең торошон яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итеү маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итә:

1. 2012 йылдың 25 мартына тиклем ҡаланың предприятиеларында, учреждениеларында һәм ойошмаларында, райондың барлыҡ ауылдарында муниципаль район хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчеттар ойошторорға.
2. Муниципаль район хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчет менән райондың ауыл биләмәләренә сығыусы мәғлүмәт төркөмдәренең составын һәм графигын раҫларға.
3. Муниципаль район хакимиәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчет менән ҡаланың предприятиеларына, учреждениеларына һәм ойошмаларына сығыусы мәғлүмәт төркөмдәренең составын һәм графигын раҫларға.
4. Ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына, район һәм ҡаланың предприятие, учреждение һәм ойошма етәкселәренә (килешеү буйынса) мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осрашыуҙарын тейешле кимәлдә әҙерләргә һәм унда структура подразделениеларының барлыҡ етәкселәренең һәм баш белгестәрҙең ҡатнашыуын тәьмин итергә.
5. Мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенә мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осрашыуҙарынан һуң төҙөлгән протоколдар буйынса йыйылыштарҙа әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен, тәҡдимдәрҙе дөйөмләштерергә һәм уларҙы муниципаль район хакимиәте башлығына тәҡдим итергә.
6. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Р.Ф. Иҫәнбаевҡа йөкмәтергә.
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Депутаттар эшкә йомғаҡ яһаны

Дүшәмбелә ҡаланың 1-се мәктәбендә икенсе саҡырылыш Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советының һуңғы ултырышы үтте. Уның менән ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов етәкселек итте. Ултырышта 6 мәсьәлә ҡаралды.
Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Закон талаптарына бәйләп, ҡалала башҡарылған төрлө кимәлдәге эштәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Төҙөкләндереү саралары халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса ла саралар күреләсәк, тип белдерҙе Исмәғил Әхмәт улы. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға “Халыҡ өсөн эшләргә” Мөрәжәғәтнамәһенең төп бурыстарына туҡталып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне.
Ултырышта ҡаралған ике төп мәсьәлә буйынса артабан фекер алышыуҙар дауам итте. Унда “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры С.Я. Рысбаев, “Водоканал” ЯСЙ-һы директоры О.А. Ноздрачев, “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Байбулатов, “Баймаҡ АТП-һы”ның баш инженеры Р.Р. Байбулатов һәм район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны.

Сәсеүгә әҙерлек

“Маҡсатлы, берҙәм эш талап ителә”

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Баймаҡта үткән зона кәңәшмәһендә малсылыҡ тармағын үҫтереү, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү кеүек мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды. Бөгөн ошо кәңәшмәлә күтәрелгән актуаль проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ентекләберәк туҡталып үтәйек.
– Тәбиғәт-климат шарттары ябай булмаған Урал аръяғының ауыл хужалығы тармағы бөгөн һәр яҡлап ярҙамға һәм үҫтереүгә мохтаж, – тип башланы үҙенең сығышын БР ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев. – Бөгөн төбәктә малсылыҡтың да, үҫемлекселектең дә хәле яҡшынан түгел. Шул уҡ ваҡытта техника менән тәьмин итеү кимәле насар, МТС-тарҙың да эшмәкәрлеген маҡтап булмай. Былтыр, мәҫәлән, республика буйынса үҫтерелгән уңыштың 200 мең тоннаһын юғалттыҡ.
Малсылыҡты күтәреү буйынса ла байтаҡ эшләйһе бар. Мал һаны һуңғы осорҙа 430 мең башҡа кәмегән. Иң мөһиме – беҙ тоҡомло малсылыҡты юғалттыҡ.
Быйылға төп бурыс – ауыл хужалығын үҫтереүҙе системалы нигеҙҙә, маҡсатлы һәм берҙәм эш менән дауам итеп, һөҙөмтәгә өлгәшеү. Бында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ла ҙур роль уйнаясаҡ. Иң беренсе сиратта техник потенциалды яңыртыу, республикала старт алған “500 һөтсөлөк фермаһын модернизациялау” программаһына яңы һулыш биреү, ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереүҙе дауам итеү маҡсат итеп ҡуйыла. Атап үтелгән программалар тураһында БР Президенты менән һөйләштек, ул үҙенең фатихаһын бирҙе. Февралдә үк уларҙы финанслай башлаясаҡбыҙ.

9 февраль—Халыҡ-ара Стоматолог көнө

“Теш врачы – яратып һайлаған һөнәрем”

Был тормошта һәр һөнәр эйәһенең дә тиерлек профессиональ байрамы бар. Календарҙың 9 феврале, йәғни бөгөн, Халыҡ-ара стоматолог көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ өмөтлө, күптәрҙең яратҡан теш врачы Илдар Ришат улы Ишембәтов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Илдар Ришат улы, стоматолог булыу теләге һеҙҙә ҡасан уянды?
— Юғары класс уҡыусыһы булғанда. Шул мәлдә алдағы тормошоң, һайланасаҡ һөнәрең тураһында ныҡлап уйлана башлайһың бит инде. Беҙ факультетҡа бер иптәшем менән йыйынғайныҡ, ул инә алмағас, хыялынан баш тартты.
– Ә һеҙ медицина университеты студенты булып киттегеҙ...
– Ҡана һуң шулай еңел булһа (йылмая). Тәүге йыл инә алманым, рабфакта әҙерлек курсында уҡып, икенсе йылына студент булып киттем. Башҡа һөнәргә уҡыу тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы.

Халыҡ иғтибарына

Ҡабул итеү тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се Һалым инспекцияһы дәүләт теркәүе һәм һалым түләүселәр иҫәбен алып барыу, ККТ теркәүе, бухгалтер отчетын, һалым буйынса декларация һәм башҡа документтарҙы ҡабул итеү, бюджет, шул иҫәптән физик берәмектәрҙән мөлкәт һалымы буйынса иҫәп-хисапты сағыштырыу, һалым түләүселәрҙең һорауы буйынса белешмә һәм башҡа документтар алыу, һалым һалыу тураһында мәғлүмәттәр биреү мәсьәләләре буйынса һалым түләүселәрҙе (юридик, физик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар) 13 февралдән Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 50-се йорт, икенсе ҡат адресы буйынса ҡабул итә башлаясаҡ. Элеккесә “01”-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.
Һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү графигы тураһында иҫкәртәбеҙ:
дүшәмбе, шаршамбы – 8.15 – 17.30,
шишәмбе, кесаҙна – 8.15 – 20.00,
йома – 8.15 – 16.15,
һәр айҙың икенсе һәм дүртенсе аҙнаһының шәмбеһе – 10.00 – 15.00 сәғ.
Көн һайын эшләйбеҙ, төшкө ашҡа тәнәфес юҡ.
Белешмәләр өсөн телефон:
һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге – 8 (34775) 3-17-25,
һалым түләүселәрҙе теркәү һәм иҫәп алып барыу бүлеге: 8 (34775) 3-13-97.
О. Мелехина,
начальник урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар
хеҙмәтенең 3 класлы советнигы.