21 дек. 2011 г.

Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл

Азатлыҡ өсөн көрәшкән халыҡ улы
Башҡорт халҡының бөйөк улы, Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец Муса Лотфулла улы Мортазиндың тыуыуына 2011 йылдың 21 декабрендә 120 йыл тула.

Ул кесе йәштән үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән башҡа тиңдәштәренән ҡырҡа айырылып торған. Алпамышалай буй-һын, көрәшселәргә генә хас булған киң күкрәк, мускуллы беләктәр; етеҙ, ышаныслы ҡыйыу хәрәкәт һәм ғәйрәтле ҡара-һоронҡо йөҙө, киң маңлайы, аҡыллы ҡоңғорт күҙҙәре, ҡуйы ҡара шырт мыйыҡтары тәү күргән бөтә кешене лә үҙенә тиҙ йәлеп иткән.

Мыҡты кәүҙәле, сысҡан һыртлы Ирәмәл исемле ярһыу ҡара кир аты яу ҡырында Муса Мортазиндың иң ышаныслы хәрби яуҙашы, ярҙамсыһы булған. Был ат шарап һәм тәмәке еҫен яратмаған. Ял ваҡыттарында дошман яҡынлашҡанын һиҙеп сабырһыҙланған, бышҡырған, аяҡтары менән ерҙе сапсый торған булған. Муса Мортазин тәмәке тартмаған, хәмер эсмәгән, ләкин өлөшөнә тейгәненән баш тартмаған. Өлөштө алғас ситкә китеп, биленә ҡәҙәр сисенеп тәндәрен ыуған.
Башҡорт халҡының милли батыры, дәүләт эшмәкәре Муса Лотфулла улы Мотазин Учалы районы Көсөк ауылында күп балалы ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде, ярлылыҡтан уҡыу өсөн түләй алмау сәбәпле, бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән Байрамғол мәҙрәсәһендә ала. Фәҡирлектән баштары сыҡмаған ғорур, ярһыу, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәгән Лотфулла һәм тыныс холоҡло, сабыр, нескә кәүҙәле әсәһе бер-бер артлы үҫеп килгән алты малайҙы ашатып кейендереү өсөн байҙарға көндәр буйы тир түккән. Ауыр минуттарҙа атаһы һәр саҡ малайҙарын йыйып алып: «Ир ҡорона ҡасан етәһегеҙ инде, тупырбаштарым? Һеҙ ир етһәгеҙ, донъя көтөүе еңеләйер ине», – тип үҙенең күңелен йыуата торған булған. Тупырбаштар һәр йылдың яҙын түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ер өҫтө ҡарҙан асылып, тирә-яҡ ала-солаға әйләнгәс, Муса үҙенең Дауыт, Ибраһим, Искәндәр ҡустыларын эйәртеп, рәхәтләнеп ҡайын һыуы эскәндәр. Тирә-яҡ йәшелләнгәс, һарына, әтнек, ҡуянтубыҡ ҡаҙып ашағандар.
Аҙаҡтан йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, балтырған йыйып алып ҡайтып ата-әсәһен ҡыуандырғандар, хужалыҡта ярҙам иткәндәр. Дәүер үтеп, малайҙар ир ҡорона тулғас, ил алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәгәндәр. Башҡорт халҡының милли азатлығы өсөн ҡорал тотоп яу сапҡандар. Һәр береһендә сәйәси яҡтан икеләнеүҙәр ҙә булған.
1912 йылдың көҙөндә Муса Мортазин батша хөкүмәтенә хеҙмәткә алына һәм артиллерия подразделениеһына тәғәйенләнә. Ундағы уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, тырыш һалдатҡа унтер-офицер званиеһы бирелә. Тырышып һуғыш стратегия-тактикаһын өйрәнә.
1914 йылдың йәйендә һуғыш башланғас, Муса Мортазин хеҙмәт иткән артбригада румын фронтына күсерелә. Румындарға ҡаршы көрәшеп, Рәсәй илен һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул ике тапҡыр Георгий тәреһе менән бүләкләнә.
1917 йылғы Февраль революцияһы уның күңелендә милли азатлыҡ сатҡылары уята. Хеҙмәте дәүерендә офицерҙарҙың тупаҫлығын фашлай, һалдаттар араһында һуғышты тиҙерәк туҡтатыу һәм революцион өгөтләүҙәр алып бара.
1917 йылдың йәйендә ауылына ҡайтып, революцион йүнәлештә өгөт-нәсихәт эштәрен башлай, кәңәшмәләр үткәрә.
1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған Бөтә Башҡортостан ҡоролтайында ҡатнаша. Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәте ағзалары менән яҡындан танышыу, уларҙың программаларын асыҡлау Муса Мортазиндың күптәнге хыялы була. Ҡоролтайҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтар, Зәки Вәлидиҙең үҙаллы Башҡорт хөкүмәтен, дәүләтен ойоштороу өсөн тырышыуы, кире ҡарашлы Ғәли Шәмиғоловтың Башҡорт хөкүмәтен төҙөүгә ҡаршы сығыуы Муса Мортазинға илдәге барған азатлыҡ көрәшен дөрөҫ аңларға төп йүнәлеш бирә. Ҡоролтайҙағы талаш-тартыш уға З.Вәлидиҙең тоғро, ышаныслы көрәштәше булырға инандыра.
Муса Мортазин – башҡорт халҡына автономия алып биреүгә күп көс һалған дәүләт эшмәкәре.
1918 йылдың 17 февралендә Ырымбур большевиктары Ә.Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт хөкүмәтен төрмәгә япҡас, ул Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион советы ағзаһы итеп һайлана. Тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонында милиция органдары ойоштора. Башҡорт ғәскәрендә эскадрон, полк командиры була. Башҡорт кавалерия бригадаһына етәкселек итә. 1920-1922 йылдарҙа БАССР-ҙың хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, БашЦИК рәйесе була. Бәләкәй Башҡортостан менән Өфө губернаһын ҡушып Ҙур Башҡортостан төҙөү проектын әҙерләй. 1921 йылдың 6 июнендә БашЦИК башҡорт телен дәүләт теле итеп ҡарар сығара.
1922 йылда Муса Мортазинды Мәскәүгә саҡыртып алалар. Ул 1924 йылда юғары хәрби-педагогика мәктәбен, 1927 йылда Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай.
1928-1937 йылдарҙа Муса Мортазин СССР оборона халыҡ комиссариатында яуаплы вазифа башҡара. 1935 йылда уға генерал-полковник дәрәжәһе бирелә. 1936 йылда уның Башҡортостанда «Башҡорт ғәскәре» исемле китабы баҫылып сыҡҡас, 1937 йылдың 31 мартында ҡулға алына. 23 октябрҙә «халыҡ дошманы» тигән ялған ғәйеп менән атып үлтерелә.
Муса Мортазин ил алдындағы хәрби хеҙмәте, батырлыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр ҡиммәтле, иҫтәлекле бүләктәр һәм өс мәртәбә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Темәс урамдарында, мөгәзәй янында, хөкүмәт йорто майҙанында, Шырҙы йылғаһының һул яҡ яры буйлап Ҡыҙыл таш, Аҡморон, Рапат тауҙарының битләүҙәрендә, Муса Мортазиндың наган тағып, мылтыҡ аҫып, ҡылыс күтәреп, йәйәү һәм һыбай ярһып йөрөгән эҙҙәре бөгөн дә һаҡлана. Азатлыҡ яугирҙары хөкүмәт йорто алдында (хәҙерге музей) ауыл халҡын йыйып яугирҙар  һәм  ауыл  халҡы өсөн тамаша ҡорған. Йыйында Шәйехзада  Бабичтың һыҙҙырып мандолинала, Әмир һәм  Гәрәй Ҡарамышевтарҙың скрипкала уйнауы, халыҡ йырҙарын башҡарыуы, шулай уҡ Муса Мортазиндың ике ботлоҡ герҙы туп шикелле уйнатыуҙары Темәс халҡы күңелендә әле лә һаҡланып  ҡалған.
Халҡы өсөн янып йәшәгән ир азаматының ҡыҫҡа ғүмерле тормош юлына төплө байҡау яһағандан һуң, уның башҡорт рухлы яугир һәм дәүләт эшмәкәре булыуына инанаһың.
Муса Мортазин Маликова Фатиха ханым менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерәләр.

С. Вәлиев,
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Темәстәге «Атайсал» клубы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.