21 дек. 2011 г.

Осрашыуҙар

«Беҙ үҙебеҙ – баймаҡтар»
Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтар һәм студенттар менән осрашыу булды
Баймаҡ – республикабыҙға күп шәхестәр биреүсе төбәк. Баш ҡалала бихисап яҡташтарыбыҙ төпләнгән. Өфө  студенттары араһында ла нәҡ беҙҙең ҡыҙ-егеттәр күберәк. Юҡҡа ғына, Өфөлә өс милләт йәшәй, береһе – урыҫ, икенсеһе – татар, өсөнсөһө – баймаҡтар, тип көлмәйҙәр. Йә күкрәктәре күгәреп бөткән, тип төрттөрәләр.  Ә әсе телдәр “Баймаҡтар – башҡорттарҙың йәһүде”, – тип тә ысҡындыра.

Күкрәк ҡағып маҡтанырға хаҡыбыҙ бар – ҡайһы ғына өлкәне алып ҡарама, баймаҡтар бар яҡтан да өлгөр.
Яҡташтарыбыҙ берҙәмлеге менән дә башҡаларға өлгө. Быны ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында үткән осрашыу асыҡ дәлилләне. Баймаҡ районы делегацияһы Өфөләге яҡташтар, студенттар менән осрашты. Был сараны ойоштороуға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, район етәкселеге күп көс һалған.

Осрашыуға Өфө ҡалаһында йәшәүсе Баймаҡ районының билдәле  шәхестәре килде  – төрлө кимәлдәге етәкселәр, ғалимдар, яҙыусылар, эшҡыуарҙар, педагогтар һәм врачтар, сәнғәт әһелдәре һ.б. йыйылды. Бер залда ғына элекке өс мәғариф министры булыуы күпте һөйләй.

Инвесторҙар йәлеп ителә
Осрашыуҙың пленар өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов барыһын да ихлас сәләмләп, Баймаҡтың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, яңы үҫеш аҙымдары хаҡында һөйләне: 
– “2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш  төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына” ярашлы районда яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Инвестор “Силәбе компрессор заводы” ЯАЙ-һы  ярҙамында ҡалала  ит эшкәртеү комбинаты эшләй башланы. Бөгөн унда 30 эшсе иҫәпләнә, тағы ла 84 кеше йәлеп ителәсәк. Продукция магазин кәштәләренә сығарылды. Комбинатта колбасанан тыш, башҡа ит деликатестары ла етештереләсәк. Ә иң мөһиме ­­– урындағы халыҡтың ит йәки малын сит төбәк эшҡыуарҙарына осһоҙға һатҡансы, комбинатҡа яҡшы хаҡҡа тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, Магнитогорск, Учалы ҡалалары магазиндарында  комбинат продукцияһы тәҡдим ителә. Яҡын арала ул Өфөнөң сауҙа нөктәләрендә күренә башлаясаҡ.
Илшат Ситдыҡов тиҙҙән Темәс ауылында заманса һөт эшкәртеү заводы төҙөләсәге хаҡында ла хәбәр итте. Ул бер сменала 70 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ, бөтәһе 29 кеше эш менән тәьмин ителәсәк, тине.
– Тағы ла бер мөһим инвестиция проекты хаҡында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Аҙыҡ-түлек һәм медицина сәнәғәтендә ҡулланыу өсөн ағастан ксилит сығарыу, гидролиз заводы төҙөү планлаштырыла. Бындай предприятие Рәсәйҙә юҡ, – тине Илшат Хәмит улы. – Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы проблемаһы күптән хәл ителмәй килә ине. Һәм, ниһайәт, республика етәкселеге ярҙамы менән, “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы фабриканың техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алды. Киләсәктә яңы тау-байыҡтырыу предприятиеһын төҙөп, алтын сульфиды ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереү планлаштырыла. Бында 400-гә яҡын кешегә эш урыны буласаҡ.
Район башлығы Күлтабан ауылында мегаферма һәм “Талҡаҫ” шифаханаһындағы төҙөлөш объекттарының эше тамамланып барыуын билдәләне.  Ул  ауыл хужалығы темаһына айырым туҡталды:
– Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында был өлкәлә алдынғы була торғайныҡ. Мәҫәлән, 1986 йылдарҙа дәүләткә 176 мең тонна иген тапшырғанбыҙ. Ә хәҙер ул замандағы позицияларыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ. Ошо проблеманы күтәреп, республика етәкселеге менән һөйләшкәс, райондың  ауыл хужалығы тармағын  үҫтереү буйынса пилот проекты әҙерләнә башланы. Ул беҙгә яңы мөмкинлектәр асыр, ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәрер, тип ышанабыҙ.


«Районға ҡайтыусы йәштәргә эш буласаҡ»
Илшат Хәмит улы йәш ғаиләләргә күрһәтелгән социаль ярҙам хаҡында һөйләгәс, студенттарға мөрәжәғәт итте:
– Районға квалификациялы белгестәр етешмәй. Мәҫәлән, былтыр Башҡорт дәүләт аграр университетын 55 яҡташ студент тамамлаһа, шуларҙың 5-һе генә районға эшкә ҡайтҡан. Әгәр ҙә хәлдәр ошолай дауам итһә, ауыл хужалығында эшсе ҡулдар етешмәй башлаясаҡ.
Билдәле булыуынса, үҙ төбәгенә эшкә ҡайтыусы ауыл хужалығы белгесенә, дәүләт программаһы буйынса, бер тапҡыр 100 мең һум бирелә һәм ай һайын уның эш хаҡына 7 мең һум аҡса өҫтәлә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ете врач-педиатр, дүрт терапевт, хирург, иммунолог, аллерголог, дерматолог, уролог, стоматолог, травматологтар кәрәк.  Бөгөн беҙҙә физика, химия, математика уҡытыусылары етешмәй. Иҫәндә ял итеү комплексы асылғас, туризм буйынса белгестәр, тренер-инструкторҙар кәрәк.
Агросәнәғәт өлкәһенә агрономдар, зоотехниктар, ветврачтар, бухгалтерҙар, иҡтисадсылар талап ителә. Быларҙы мин юҡҡа әйтмәнем. Районға ҡайтыусы йәштәргә эш урыны һәм лайыҡлы эш хаҡы буласаҡ. 
Район башлығы сығышын тамамлап, студенттарға хәҙерҙән үк киләсәктәрен ҡайғыртып, үҙҙәре өҫтөндә ныҡлап эшләүен теләп, уларға ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.

«Йөрәгебеҙ һәр саҡ Баймаҡта»
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты  рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сығышы фәһемле булды. “Теленән, тыуған еренән баш тартҡан кеше хыянатсыға тиң”, – тине ул.  Хаҡ һүҙҙәр. 
БР буйынса Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов район тарихына күҙ һалып, уның ерендә булған файҙалы ҡаҙылмалар хаҡында һөйләне. Шуларҙы эшкәртеү перспективаларына туҡталды. Артабан фән өлкәһендә уңышҡа  өлгәшкән студенттарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Өфөлә йәшәүсе ветерандар исеменән Маһинур Үтәбаева сығыш яһаны. Ул үҙен “Баймаҡ районының тиңдәше” тип һанай, баҡтиһәң, уның тыуған йылы райондың барлыҡҡа килгән ваҡытына тап килә икән.  Маһинур Мөхлис ҡыҙы йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашҡас, студенттарға теләктәрен еткерҙе.
Сарала республика һәм ил мәнфәғәте өсөн тир түккән сағыу шәхестәр иҫкә алынды. 24 йыл буйына БАССР-ҙың Министрҙар Советын етәкләгән Зекериә Аҡназаров, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев,  БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Вазифа Байтурина, БИРО директоры Рәфҡәт Абдуллин, филология фәндәре докторы Салауат Ғәлин, яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов, композитор Хөсәйен Әхмәтов һ.б. тыуған еренән ситтә йәшәһә лә, күңелдәре һәр саҡ Баймаҡта булды. Ысын илһөйәрҙәр ине, тинеләр улар хаҡында.

Йырламай түҙеп ҡара!
Баймаҡтар йыйылған ерҙә йыр-моңһоҙ буламы ни инде?!
Пленар өлөштән һуң бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Уны “Сәләм” иртәнге телевизион тапшырыуының алып барыусыһы Наил Юнысов менән М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры артисы Сара Буранбаева башлап ебәрҙе. “Өфө баймаҡтары” һәм Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары  барыһына ла күңелле минуттар бүләк итте.  Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Баймаҡ кейәүе Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Бибисара Азаматова, Фәнүр һәм Фәттәх Аралбаевтар, Хәбир Раев, Рауил Харрасовтар менән бер рәттән йәш йырсылар ҙа сығыш яһаны.
Осрашыу бик йәнле барҙы. Барыһы ла яҡын туғандай аралашты, бер ғәм менән янды. Яҡташтар янында бер миҙгелгә булһа ла үҙебеҙҙе тыуған еребеҙҙә булғандай итеп тойҙоҡ. 

Тыуған яҡтан – күстәнәс
Район етәкселәре буш ҡул менән килмәгәйне, 600-ҙән ашыу Баймаҡ студентына матди ярҙам күрһәтелде. Яңыраҡ эшләй башлаған Баймаҡ ит эшкәртеү комбинаты продукцияһы – икешәр килограмм колбаса һәр кем өлөшөнә эләкте.
Үкенескә күрә, студенттар осрашыуға көтөлгәндән әҙерәк килде. Район башлығына һорау биреү мөмкинлеге менән берәү ҙә файҙаланманы. Бары тик бер үтенес яңғыраны. Алыҫ араны яҡынайтып килгән район вәкилдәренә, абруйлы яҡташ шәхестәргә йәштәр битараф булғандай тойолдо, ниндәйҙер һүлпәнлек, баҙнатһыҙлыҡ күҙгә ташланды. 
Студенттар БДУ-ның ашханаһында матур табын артында байрамды дауам итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр тыуған яҡтан килгән һыйҙан ауыҙ иткәс, бейергә төштө. Ә хәҙер һүҙҙе уларға бирәйек:

Әлмира ТИМЕРБУЛАТОВА, БДУ, 1-се курс:

–    Баймаҡ йәштәре өсөн осрашыу була тигәс, түҙемһеҙлек менән ошо көндө көткәйнем. Өмөттәрем аҡланды, бик фәһемле сара булды. Пленар өлөштә төрлө фекерҙәр яңғыраны, үҙем өсөн һығымталар яһаным.

Айҙар ҒҮМӘРОВ, БДМУ студенты:

–    Яҡташтар менән күрешеү-аралашыу минең өсөн мәртәбәле булды. Район етәкселегенең беҙгә өмөт бағлауы ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, дәрт уятты. 

Рәзилә ИСХАҠОВА, БДМУ студенты:

–    Бик шатмын! Үҙемдең нәҡ ошо райондан булыуыма ғорурландым. Был кисә барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Район хакимиәтенә ошондай байрам, күстәнәстәр өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Сәбилә Сөләймәнова, педагогия фәндәре кандидаты, 1985-1988 йылдарҙа БАССР халыҡ мәғарифы министры:

–    Бындай кимәлдәге сара күптән үткәрелгәне юҡ ине. Сығыштар бик йөкмәткеле булды, бигерәк тә район башлығы Илшат Хәмит улы төбәктең һулышы хаҡында ентекле һөйләне. Беҙ, Өфөлә йәшәүсе баймаҡтар, райондың ҡаҙаныштары һәм проблемалары хаҡында яҡындан белдек. Ғөмүмән алғанда, бик мөһим, кәрәкле осрашыу. Ул туҡтап ҡалмаһын, йыл һайын үткәрелһен ине, тигән теләктә ҡалам. Ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен.

Фирғәт БАЙРАМҒОЛОВ, Республика перинаталь үҙәгенең баш врачы, медицина фәндәре кандидаты, Яҡташтар берлеге етәксеһе:

–    Бөгөн Өфөләге өс йөҙгә яҡын учреждение-ойошмала Баймаҡ районында тыуып үҫкән шәхестәр эшләй. Беҙҙең Совет планға ярашлы эш алып бара. Беренсе курс студенттарын сәләмләү, төрлө спорт ярыштары, “Баймаҡ һылыуҡайы”, һабантуй кеүек саралар матур традицияға әүерелде.
Бындай осрашыуҙар студенттарға тик ыңғай йоғонто яһай. Улар юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡҡа эшкә ҡайтып, районға тик файҙа килтерһен ине.

Таңсулпан Ғарипова, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы-драматург:

–     Сараны урынлы һәм ваҡытлы, тип иҫәпләйем.  Докладтарҙы тыңлағанда берсә ҡыуанып, берсә һыҙланып ултырҙым. Баймаҡ – флагман район. Ул үҙенең бәҫен лайыҡлы һаҡлаһын ине. Уның киләсәге – бөгөнгө студенттар ҡулында. Ошо осрашыу уларға дәрт бирер, йәштәр тыуған район мәнфәғәтенә ең һыҙғанып эшкә керешер, тигән ышаныс бар.
Самолет үҙенә күпме яғыулыҡ ала, шул тиклем һауала оҙағыраҡ оса. Йәштәргә теләгем – күберәк белем туплағыҙ. Шул саҡта алдығыҙҙа күп мөмкинлектәр асылыр. Ғүмерегеҙҙе сифатлы үткәрергә тырышығыҙ, уңышһыҙлыҡтарҙан, хаталарҙан ҡурҡмай, ҙур-ҙур аҙымдар менән тик алға атлағыҙ.

Элек-электән  үк Баймаҡ студенттары яҡташтар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Үҙем дә, университет эскәмйәһендә ултырған саҡта, Баймаҡ етәкселәре хәстәрен йыш татыным. Улар әле матди ярҙам, әле ылау ойошторорҙар ине. Ә Өфөләгә яҡташ олпат ағай-апайҙар бер ҡасан да кәңәшенән өҙмәй. Тыуған йорттан алыҫ саҡта ышаныслы терәгең булыу – ул үҙе бер бәхет.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Өфө ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.