21 дек. 2011 г.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Яңы йылға әҙерлек нисек бара?
Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә. Әйтерһең, кемдер килер ҙә тылсымлы таяҡ менән генә бар ғаләмде әкиәт донъяһына әйләндерер... Ҡаланың С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы ҡаршыһындағы Таналыҡ йылғаһы боҙонда Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө менән тап шундай әкиәт ҡаласығы ҡалҡып сыҡты.

БРСУ директоры И.И. Ғәтиәтовтың белдереүенсә, бында баймаҡтарға һәм ҡала ҡунаҡтарына күңел асыу урыны буласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Таналыҡ йылғаһындағы боҙ ҡаласыҡ март аҙаҡтарына тиклем эшләйәсәк.
Йәғни, оҙон ҡыш буйына төрлө яҡты нурҙар аҫтында саңғыла, санала шыуырға, конькиҙа йөрөргә, хоккей уйнарға мөмкин буласаҡ. Иң ҡыйыуҙар өсөн бейек һырғалаҡ та әҙер: улар тауҙан тюбингта ғына шыуып төшәсәк. Прокат пунктында коньки, тюбингтар биреү ҡарала. Ә инде боҙ өҫтөндә янған усаҡ иң һалҡын көндәрҙә лә күңел асырға булышлыҡ итәсәк. Ошонда уҡ эҫе сәй өҫтәле лә ойошторола.
Үҙәк майҙандағы боҙ ҡаласыҡта рәссам Рим Илембаев һәм уның ярҙамсыһы Марсель Әхмәтовтың оҫта ҡулдарынан Яңы йылдың хужалары – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың боҙ һындары ҡалҡып сығасаҡ.
БРСУ коллективы ҡаланың башҡа урамдарында ла өҫтәмә шыршылар урынлаштырыуҙы планлаштыра. С.Юлаев проспектын да үҙенсәлекле биҙәлеш көтә. Боҙ ҡаласыҡтар “Машзавод”, “Малыш”, “ГРП” микрорайондарында, Есенин, Иҙелбай, Әлибаев, Крәҫтиәндәр урамдарында буласаҡ.
Шуныһы ҡыҙғаныс: үҙәк майҙандағы боҙ ҡаласыҡ йәкшәмбенән дүшәмбегә ҡараған төндә вәхшиҙәрсә ҡыйратылған. Кеше хеҙмәтен хөрмәтләү тигән төшөнсә бөтөнләй ят булған был кешеләргә матурлыҡ оҡшамай, күрәһең.   
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш тресы ҡаланы төҙөкләндереү буйынса төрлө эштәр башҡара. 63 кешенән торған коллектив үҙенең бурысын ваҡытында, теүәл атҡарып сығыу өсөн көн-төн эшләргә мәжбүр. Бөгөн ҡаланың күп кенә урамдарын яҡтыртыу буйынса саралар күрелә: бағаналарға энергияны һаҡлаусы, юғары сифатлы электр лампалары ҡуйыла. Был тәңгәлдә эштәр артабан да дауам итәсәк.
Коммуналь хужалыҡ быйыл үҙ аҡсаһына тағылмалы КамАЗ машинаһы, ДТ-75М тракторы, ГАЗель һатып алған. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы аша ҡышҡы һәм йәйге миҙгелдәрҙә эшләргә яраҡлашҡан универсаль КамАЗ, тағы ла бер ДТ-75 тракторы һәм вакуумлы машина алынасаҡ. Предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу буйынса күрелгән саралар ҡалабыҙҙы тағы ла күркәмерәк, матурыраҡ  итер, тип ышанабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.