21 дек. 2011 г.

Проблемалар уртаға һалып тикшерелде

Проблемалар уртаға һалып тикшерелде
Муниципаль район хакимиәте мәғариф бүлегенең ултырыштар залында ҡаланың урам комитеттары һәм йорт советтары рәйестәре менән осрашыу үтте. Уның менән ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин етәкселек итте. Осрашыуҙа «Баймаҡ ремонт-төҙөлөш тресы» МУП-ы директоры И.И. Ғәтиәтов ҡатнашты.

– Ҡалалағы проблемаларҙы бары тик берҙәм көс менән генә хәл итергә мөмкин, – тине Исмәғил Әхмәт улы. – Шуның өсөн дә бөгөн һеҙҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙыҡ.
Урам комитеттары һәм йорт советтары рәйестәре көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп, юлдарҙың насар булыуына, урамдарҙа яҡтылыҡ, һыу булмауға зарланды. Ысынлап та, ҡала ситендәге урамдар бөтә уңайлыҡтарҙан да мәхрүм, тиергә мөмкин. Иҫке Баймаҡ микрорайонында юлдар тиҫтә йылдар инде ремонт күргәне юҡ. Ә һыу артынан бында халыҡ бер нисә километр алыҫлыҡҡа йөрөргә мәжбүр. Совет, Пролетар, Шайморатов, Крәҫтиәндәр, Ленин, Роза Люксембург урамдарында кисекмәҫтән һыу мәсьәләһен хәл итеү мотлаҡ. Шәхси йорттарҙан сүп-сарҙы сығарыу проблемаһы ла бик актуаль. Юғиһә, ҡала урамдарында рөхсәтһеҙ ҡый түгеү урындары барлыҡҡа килгән. Фәйзи урамынан Таналыҡ йылғаһына төшкән һуҡмаҡ буйлап тәрән йырын, төньяҡ һыу заборының эргә-тирәләре бөгөн ҡот осмалы хәлдә. Бәғзеләрҙең ихаталағы ҡыйын тоҡтарға тултырып, урамға сығарып ташлап киткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Аҙнаһына билдәле бер көндә, сәғәттә ҡый йыйыу машинаһы йөрөһә, был проблеманы хәл итергә мөмкин булыр ине. Иҫке Баймаҡ микрорайоны халҡы үҙ яҡтарында дарыухана һәм медпункт асыуҙы һораны. Сөнки бөтә ҡаланы хеҙмәтләндергән поликлиникалағы процедура кабинетында һәр саҡ сират ҙур, өлкән йәштәгеләр өсөн алыҫҡа йөрөү ҙә мәшәҡәт.
Бөгөн район электр селтәре электр энергияһы менән йорттар янына ҡуйылған бағаналарға тиклем генә хеҙмәтләндерә, ә йорттағы эске селтәрҙе һәр кем үҙе хәстәрләй. Тап ошо тәңгәлдә проблема килеп тыуа ла инде: кем электрик яллай, кемдер был хәүефле эшкә үҙе тотона. Бөгөн ҡалала фатир, өйҙәрҙәге электр селтәрҙәрен ҡарау, төҙөкләндереү өсөн электрик штаты булдырыу мөһимлеге килеп тыуҙы.
Йыйылышта ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡала эсендәге урамдарҙа юл тамғалары, “зебра”ларҙы аныҡ билдәләү кәрәклеген һораны. Шулай уҡ тротуарҙар кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Берәҙәк эттәр бөгөн балаларға ла, өлкәндәргә лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Һуңғы ваҡытта уларҙың кешеләргә ташланған осраҡтары артты. Эттәрҙе аулап ҡына тотоп бөтөрөү мөмкин түгел. Уларҙан ҡотолоу өсөн БРСУ бөтә сараларҙы ла күрә.
Осрашыу һуңында И.И. Ғәтиәтов: “Ошондай саралар артабан да йыш үтеп торасаҡ, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп, проблемаларҙы уртаға һалып өйрәнеп, уларҙы бергәләп хәл иткәндә генә ҡалабыҙ йәмләнәсәк, көнкүрешебеҙ яҡшырасаҡ”, – тип белдерҙе. Шунлыҡтан урам комитеттары һәм йорт советтары рәйестәре аша йышыраҡ мөрәжәғәт итеүҙәрен һораны.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.