Енәйәт хәмер йоғонтоһонда ҡылына
Кешеләрҙең уйламай эш итеүе, иҫерткес эсемлектәр йоғонтоһонда үҙ-үҙен тота алмауы күңелһеҙ ваҡиғаларға, фажиғәләргә килтерә. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 54 йәштәге ир ҙә эсеп иҫереп алғандан һуң, енәйәт ҡыла. Ул “батырайып”, алдан үсләшеп йөрөгән танышына барып бәйләнә башлай, унан үлтереү ниәте менән уны таш менән туҡмай. Һөҙөмтәлә, кеше фажиғә урынында уҡ йән бирә.
Ҡанһыҙлыҡ һәм вәхшилек менән ҡылынған енәйәт өсөн ғәйепләнеүсене, РФ Енәйәттәр Кодексы 105-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, алты йылдан ун биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү көтә.
Покровка ауылынан 37 йәшлек кеше РФ Енәйәттәр Кодексы 228-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы хөкөм ителәсәк. Ул айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һаҡлауҙа ғәйепләнә.
Тикшереү барышында был кешенең 9 900 грамм наркотик тәьҫирле киндерҙе йыйып алыуы һәм һаҡлауы асыҡланды. Уны өс йылдан ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 500 мең һум күләмендәге штраф көтә. Шулай уҡ был кешенең РФ Енәйәттәр Кодексы 157-се статьяһының 1-се өлөшө (алимент түләмәү) буйынса хөкөм ителеүе асыҡланды.
Район-халҡына мөрәжәғәт итеп, ниндәйҙер аҙымға барыр алдынан ныҡлап уйларға, закондарҙы боҙмаҫҡа саҡырыр инем. Бигерәк тә хәмер йоғонтоһонда кешеләр үҙҙәренең ниҙәр ҡылыуын аңламауы тураһында онотмағыҙ.

Ф. ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.