16 дек. 2011 г.

Аҡса тирәләй

Компенсациялар түләнә
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, дефолт арҡаһында, күптәрҙең йыйған аҡсаларынан “ҡолаҡ ҡағыуын” бөгөн дә һәр кем яҡшы хәтерләй. Уларҙың кире ҡайтарып бирелеүенә бер кем дә ышанманы. Ләкин борсолоуҙар бушҡа. 1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклемге дәүләт страховка ойошмаларына һалынған иғәнәләрҙе үҙенең эске бурысы итеп ҡабул итте һәм 2001 йылдан уларҙы «Росгосстрах» компанияһы аша ҡайтарып бирә башланы. Түләү тәртибенә бәйле һорауҙарға “Росгосстрах” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең компенсацион түләүҙәр иҫәбе үҙәге етәксеһе Татьяна Бабурина яуап бирә.
– Аҡса беҙҙең ойошманыҡы түгел, ә дәүләттеке. Шулай булғас, уны бүлгәндән алып граждандың иҫәбенә күсергән ваҡытҡа тиклем ябай булмаған процедура үтеүе һәр кемгә лә яҡшы аңлашылалыр. Тәүҙә бер йылға федераль бюджет тураһында закон ҡабул ителә, унда компенсацияны алырға хоҡуҡлы граждандар категорияһы билдәләнә. Түләү тәртибе һәм компенсация суммаһы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫлана.
Бөтә Рәсәй буйынса ғаризалар Рязань ҡалаһындағы “Росгосстрах” компанияһындағы компенсацион түләүҙәр иҫәбе үҙәгендә туплана. Унда мәғлүмәт электрон базаға индерелә, компенсация суммаһы иҫәпләп сығарыла һәм уны түләүгә заявка бирелә. Артабан документтар Рязань ҡалаһындағы Федераль ҡаҙналыҡ идаралығына йүнәлтелә һәм аҡса граждандың иҫәбенә күсерелә.
Совет заманы осоронда тупланған аҡса индексацияланамы? Был һорау ҙа күптәрҙе борсой. Страховка суммаһына компенсация ҡаралмаған, ул бары тик 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем индерелгән иғәнә, йәғни ысынында һалынған аҡсаға ғына ҡағыла.
Йыл тамамланып килә, ваҡыт бик аҙ ҡалды. Шуға күрә 26 декабргә тиклем Федераль ҡаҙналыҡҡа заявка биреп өлгөрмәһәк, быйыл компенсация алыу мөмкин булмаясаҡ. Был осраҡта халыҡҡа Хөкүмәттең яңы ҡарар сығарғанын көтөргә тура киләсәк. Практиканан күренеүенсә, ул киләһе йыл яҙғыһын ғына буласаҡ.
Әлеге ваҡытта “Никахҡа инеү”, “Балалар”, ғүмерҙе страховкалау, өҫтәмә пенсия страховкаһы килешеүҙәре буйынса компенсация түләнә. Уны 1945 йылға тиклем тыуған граждандар (шул иҫәптән мираҫҡа алыусылар) – 1992 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡалған вкладты (иғәнәнең) – өс тапҡыр, ә 1946-1991 йылда тыуғандар (шул иҫәптән мираҫҡа алыусылар) ҡалған вкладты (иғәнәнең) ике тапҡыр күберәк суммала алырға хоҡуҡлы. Компенсация күләме элек алған суммаға тиклем кәметелә.
Страховкалаусы йәки страховкаланыусы вафат булған осраҡта мираҫ алыусылар (йәштәренә ҡарамайынса) компенсация һәм 6 мең һумға тиклем ерләү түләүен алырға хоҡуҡлы.
Үрҙә әйтеп кителгән категорияға ҡараған граждандар тейешле документтарҙы тиҙ арала “Росгосстрах” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең компенсациялар түләү иҫәбе үҙәгенә ебәрергә тейеш. Адрес: 390046, Рязань ҡалаһы, Введенская урамы, 110-сы йорт. Белешмәләр өсөн телефон: 8-800-200-0-900 (шылтыратыу бушлай).

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.